Эстәлеккә күсергә

Певек (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Певек
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Певек[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Певек[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 3 метр
Хеҙмәтләндереүсе Чукотавиа[d]
Рәсми асылыу датаһы 1939
Пассажирҙар ағышы 22 896[1][2]
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Певек[d]
Рәсми сайт chukotavia.ru
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Осоу-ултырыу һыҙаты 17/35
ИАТА аэропорты коды PWE
ИКАО аэропорты коды UHMP
Карта
 Певек Викимилектә


Аэропорт «Певек» — төбәк аэропорты, Апапельгино ҡасабаһында, Певек ҡалаһынан 18 км төньяҡ-көнсығышта туранан-тура Көнсығыш-Себер диңгеҙе ярында урынлашҡан. Тикси һәм Анадырь ҡалалары аэродромдары менән бергә Төньяҡ Боҙло океандың Алыҫ Көнсығышы ярына яҡын торған аэропорт, ул 1-се класлы самолеттарҙы ҡабул итергә һәләтле.

Ҡабул ителә торған һауа суднолары типтары ҡораллы көстәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡабул ителә торған һауа суднолары типтары: Ан-2, Ан-12, Ан-24, Ан-26, Ан-28, Ан-72, Ан-74, Ан-140, L-410, Ил-76(сикләүҙәр менән), Як-40, Як-42, Ту-134, Ту-154, Ту-204, Ту-214, 737 Boeing, 757—200 Boeing, Boeing 767—200, Sukhoi Superjet 100 һәм шулай уҡ бөтә типтағы вертолеттар.

ETOPS запас аэродромы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аэропорт «Певек» аэропорты халыҡ-ара ETOPS стандартына ярашлы Төньяҡ Американан Азияға маршруттарҙың трансконтиненталь запас аэродромы. Бик киҫкен осраҡтарҙа ул киң фюзеляжлы ике моторлы лайнерҙарҙы ла ҡабул итә ала.

1936 йылда буласаҡ аэродром төҙөү өсөн майҙансыҡты оҙонлоғо 2 км һәм киңлеге 1 км-ға яҡын ҡом-ҡырсын моронда һайлайҙар. Был урын сағыштырмаса тигеҙ була, ҙур булмаған һаҙлыҡлы участкаларҙы, ҡом-ҡырсын ташып, тигеҙләйҙәр. 1939 йылдың авгусында аэропорт төҙөлә — ҙур булмаған өйҙә бөтә аэропорт хеҙмәте урынлашҡан; хеҙмәтләндереүсе персонал һанын 6 кеше тәшкил итә. Түбәндәге типтағы самолеттар ҡабул ителә: ПО-2, Р-5, Р-6, Г-1, БР-2, өҫтәүенә, йәйге осорҙа самолеттар поплавокка ҡуйыла һәм улар лагунаға ултыра. 1948 йылда Апапельгино аэропорты төп аэропорт була, 1950 йылға тиклем самолеттар диңгеҙгә ултырған. 1957 йылда яңы осоу-ултырыу һыҙаты төҙөлә, аэропорт хеҙмәттәре әлеге урынға күсерелә. 1955 йылда өлкә үҙәге менән даими һауа бәйләнеше урынлаштырыла.

1960 йылдың 16 ноябрендә ГУ ГВФ-тың № 0094 бойороғо буйынса Певек аэропортына 4-се класс бирелә. Яңы техника — Ми-1, Ми-4 вертолеты, Ан-2, Ли-2 самолеты (барлығы 4 дана) бирелә. Ил-14 самолеты бер нисә туҡталыш менән Мәскәүгә рейстар тормошҡа ашыра башлай (Певек >(860 км)> Чокурдах >(693 км)> Тикси > Косистый мороно >(304 км)> Хатанга >(740 км)> Диксон >(777 км)> Амдерма >(1073 км)> Архангельск >(990 км)> Мәскәү), юл ваҡытта 22 сәғәт тәшкил итә. ГУ ГВФ-тың 1963 йылдағы № 077 бойороғона ярашлы ошо йылдың 18 июлендә Чаун берләшкән авиаотряды ойошторола. Был ваҡытта Ли-2 урынына авиаотряд яңы Ми-6 вертолетын ала, ете йыл үткәс — Ми-8 вертолетын. 1965 йылдан алып аэропорт Ан-12, 1974 йыл — Як-40, ә 1980 йыл — Ан-24 самолеттарын ҡабул итергә һәм хеҙмәтләндерә.

1970 йылдар уртаһында аэропортты реконструкциялау башлана. Яңы бетон осоу-ултырыу һыҙаты төҙөлә, энергия менән тәьмин итеү системаһы, сигнал системаһы, навигация ҡорамалдары яңыртыла. 1978 йылдың декабрь аҙағында яңы аэродром эксплуатацияға ҡабул ителә, һәм 1979 йылдың 25 февралдә беренсе техник рейс Ту-154 самолетында Внуково—Певек маршруты буйынса башҡарыла[3]. Тиҙҙән 2217, 2219, 2221 номерҙары аҫтында даими рейстар башҡарыла, шул уҡ аралыҡта 2218, 2220, 2222 номерҙары аҫтында кире рейстар башҡарыла. Норильскиҙа (ҡайһы берҙә — Хатангала) самолеттар яғыулыҡ тултырырға туҡтала.

Норильскиға тиклем осоу 3 сәғәт 50 минут биләй (2872 км), Норильскиҙан Певекка тиклем 4 сәғәт 10 минут ваҡыт ала. Осоу ваҡытында пассажирҙар 2 тапҡыр аҙыҡ менән тәьмин ителә. Внуковонан Певекка тиклем Ту-154 самолетында осоу 1970-сы йылдар аҙағында 178 һум 50 тин тәшкил итә.

Аэровокзал тәҙрәһенән Апапельгино күренеше

Сик буйы нарядының Певекта самолеттан төшкән пассажирҙарҙы туранан-тура сик һаҡсылары наряды ҡаршы алған, улар был зонаға инеү хоҡуғын биреүсе документтарҙы тикшергән.


Аэровокзал бинаһы 1984 йылда бер ҡатлы ағас барак бинаһынан[4] заманса ике ҡатлы таш аэропорт бинаһына күсерелә[5]. Иҫке аэровокзал бина ҡунаҡхана булып ҡала. Әммә аэровокзал киңәйтелеүгә ҡарамаҫтан, транзит пассажирҙар өсөн урын етмәүе билдәле. Был хәл йыш ҡына һауа торошо шарттарының насар булыуы арҡаһында рейстарҙың туҡтатылыуы менән бәйле, ә «төрлө шарттарҙа ла оса торған» Ту-154 лайнерҙары , ҡағиҙә булараҡ, осоуын тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә бер нисә көн, аҙна, ә ҡайһы берҙә бер нисә аҙна буйына пассажирҙар бик ҡыҫыҡ шарттарҙа йәшәргә мәжбүр булған.

Үҙгәртеп ҡороуҙан һуңғы кризис аэропорты эшмәкәрлегенә ныҡ йоғонто яһай. Пассажирҙар һаны һәм йөктәр ағымы бик күп тапҡырға кәмегән, 2002 йылда Апапельгино авиатор ҡасабаһы бөтөрөлә. Эштән бушаған аэропорт хеҙмәткәрҙәре Певекка күсерелә..

«Певек» аэропорт комплексын реконструкциялауҙы тормошҡа ашырыу 2020 йылға тиклем ҡаралған.

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Пассажир:
йыл 2014 2015 2016 2017
мең пассажир 21,1 20,7 22,9 24,2
Сығанағы:[6][7][8]
Авиакомпанияһы Тәғәйенләнеш пункттары



Чукотавиа Анадырь, Билибино, Магадан, Мороно Шмидт, врангел утрауы
Яҡутстан Мәскәү-Внуково, Якутск

Авиация ваҡиғалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1963 йылдың 12 мартында Ли-2 (CCCP-16202) самолеты йөктөң ауырлығы артыҡ булыу һөҙөмтәһендә осоу-ултырыу һыҙатынан авариялы ергә төшөп ултырған. Зыян күргән борт тергеҙелмәй һәм ғәмәлдән сығарыла.
  • 2014 йылдың 14 авгусында перронда руль менән идара ителгән Ми-8 (RA-24738) вертолеты ҡанаттары аэровокзал бинаһына тейгән һәм вертолеттың төп винты һәм машинаның ҡойроғондағы балкаһы емерелгән[9].
  1. https://www.favt.ru/public/materials//7/3/1/0/c/7310ce947182b9a1da6b2f757d1f9329.xlsx
  2. https://www.favt.ru/dejatelnost-ajeroporty-i-ajerodromy-osnovnie-proizvodstvennie-pokazateli-aeroportov-obyom-perevoz/
  3. История образования Чаунского авиапредприятия
  4. Старое здание аэропорта «Певек» 2018 йыл 28 июнь архивланған.
  5. МУК «Чаунская центральная районная библиотека». Самый северный город России. Певек. — Москва: Спорт и культура—2000, 2012. — С. 199. — 204 с. — ISBN 978-5-91775-098-9.
  6. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  7. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  8. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  9. Телеграмма УИБП Росавиации от 18.08.2014 г. № 180600 2018 йыл 12 июль архивланған.