Көнсығыш Себер диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Көнсығыш Себер диңгеҙе
Майҙаны 944 600 км²
Күләме 60 700 км³
Иң ҙур тәрәнлек 358 м
Уртаса тәрәнлек 66 м
Көнсығыш Себер диңгеҙе (Рәсәй)
Blue pog.svg
Восточно-Сибирское Лаптевых море.png
Commons-logo.svg Көнсығыш Себер диңгеҙе Викимилектә

Көнсығыш Себер диңгеҙе (саха Илин Сибиирдээҕи байҕал) — Яңы Себер утрауҙары һәм Врангель утрауы араһында урынлашҡан Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙе. Майҙаны — 944 600 км². Яр буйы административ рәүештә Рәсәй Федерацияһының Саха Республикаһына һәм Чукот автономиялы округына ҡарай.

Атамаһы Ю. М. Шокальский тәҡдиме менән Рус география йәмғиәте тарафынан бирелгән, 1935 йылдың 27 июнендә СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты тарафынан раҫлана[1].

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диңгеҙ боғаҙҙар аша Чукот диңгеҙе һәм Лаптевтар диңгеҙе менән тоташа.

Ice in the East Siberian Sea (RAS NOAA RUSALCA 2009).jpg

Уртаса тәрәнлеге — 66 м, иң тәрән урыны — 155 м. Йылдың күп өлөшөндә диңгеҙ боҙ менән ҡаплана. Тоҙлолоғо йылғалар тамағы эргәһендә 5 ‰-дән төньяҡта 30 ‰-гә барып етә.

Йылғаға ҡойоусы ҙур йылғалар: Индигирка, Колыма.

Диңгеҙ ҡултыҡтары: Чаун, Омулях, Хром, Колыма.

Ҙур утрауҙар: Яңы Себер утрауҙары, Ляхов утрауҙары, Де-Лонг утрауҙары, Врангель. Диңгеҙ үҙәгендә утрауҙар юҡ.

Хужалыҡта әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балыҡ тотоу, морж һәм тюлендәрҙе аулау тармаҡтары үҫеш алған. Төп порт — Певек.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. До начала XX века море называлось по-разному, в том числе Колымское, Индигирское.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шамраев Ю. И., Шишкина Л. А. Океанология. Л.: Гидрометеоиздат, 1979-1980

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]