Пеганов Николай Леонидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пеганов Николай Леонидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 декабрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 30 июнь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (57 йәш)
Һөнәр төрө рәссам
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Пеганов Николай Леонидович (30 декабрь 1948 йыл — 30 июнь 2006 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы, доцент (1997). 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Леонидович Пеганов 1948 йылдың 30 декабрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1952 йылда Пегановтар ғаиләһе Өфөгә күсеп килә.

1977 йыл да Николай Леонидович В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт художество институтының (В. Г. Цыплаков оҫтаханаһы) һынлы сәнғәт факультетын тамамлай.

1977—1983 йылдарҙа һәм 1991—2000 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының рәсем сәнғәте факультетында (хәҙер һынлы сәнғәт факультеты) рәсем сәнғәте һәм композиция уҡытыусыһы булып эшләй, 1997 йылдан — доцент.

1983—1987, 1991—1997 йылдарҙа — Башҡортостандың Рәссамдар союзының идара ағзаһы була, рәсем сәнғәте секцияһын етәкләй.

2000 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. 2006 йылдың 30 июнендә Мәскәүҙә вафат була.

Николай Леонидовичтың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллекцияһында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Леонидович Пеганов 1971 йылдан республика, зона, төбәк, бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре:

  • 1983 йылда — Өфөлә, БАССР-ҙың рәссамдар союзының бәләкәй күргәҙмә залында,
  • 1993 йылда — Өфөлә, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Н. А. Калинушкин менән берлектә),
  • 1994 йылда — Мәскәүҙә, Рәсәй Федерацияһы рәссамдар союзы күргәҙмә залында (Н. А. Калинушкин менән берлектә),
  • 1999 йылда — М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, рәссамдың 50 йыллыҡ юбилейына арнала.

Төп эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Йәшлек ҡалаһы» (1979), «Баймаҡ районында ураҡ» (1980).

Пейзаждар: «Киске эңер» (1982), «Кесе Осоргин», «Димдә кис», «Көҙгө яҡтылыҡ» (1986), «Еңер» (1987), «Июнь-остров» (1982), «Иртәнән кискә тиклем» (1983), «Сөм йылғаһында (Урал)» (1987), «Диалог» (1987), «Ҡыш. Ҡарасҡы» (1998)

Натюрморттар: «Олатайым әйберҙәре», «Алмағас менән интерьер». «Һарымһаҡ менән натюрморт» (1984), «Иртәнге натюрморт» (1988), «Шиңмәҫгөл» (1992), «Ауылда сәй» (1999)

Полиптих «Провинция ҡалалары. Бөтәһе лә тере ине әле», «Һуғыштан алдағы йәй», «Отличник»

«Пароход». Күмәк портрет «Вифлеем йондоҙо» (1996). «Юҡҡа сығыусы ил» (1999).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Журнал Бельские просторы № 9, 2009 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]