Грегори Пек
Грегори Пек | |
Gregory Peck | |
| |
Исеме |
Элдред Грегори Пек |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
АҠШ, Калифорния, Ла-Хойя |
Вафат көнө | |
Һөнәре |
актёр |
Карьераһы |
1942—2000 |
Наградалары | «Оскар» (1963) |
IMDb | |
Грегори Пек Викимилектә | |
Элдред Грегори Пек (ингл. Eldred Gregory Peck; 5 апрель 1916 йыл — 12 июнь 2003 йыл) — Америка актёры, 1940—1960 йылдарҙағы Голливуд йондоҙҙары араһынан иң популярҙарҙың береһе. «Аждаһаны үлтереү» (1962) фильмында адвокат Аттикус Финч роле өсөн «Иң яҡшы актёр» номинацияһында «Оскар» премияһы лауреаты. 1999 йылда Пек Америка киносәнғәте институты версияһы буйынса тарихтағы 100 иң бөйөк киноактёрҙар исемлегенең 12-се юлын биләне.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәш сағында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Элдред Грегори Пек 1916 йылдың 5 апрелендә Калифорния штатының яр буйы Ла-Хойя (ингл. La Jolla), ҡалаһында, Сан-Диегонан алыҫ түгел ерҙә, аптекарь ғаиләһендә тыуған. Пекка өс йәш кенә булған саҡта әсәһе атаһын ташлап китә. Пектың атаһы сығышы буйынса үҙенең атаһы яғынан инглиз, әсәһе яғынан — ирланд[5][6], ә әсәһе — атаһы яғынан шотланд һәм әсәһе яғынан — инглиз булған[7]. Пектың атаһы католик булған, әсәһе лә никахҡа ингәндән һуң католицизмды ҡабул итә. Баланы өләсәһе Кейт Эйерс тәрбиәләй. Пек Лос-Анджелеста хәрби академияла һәм Берклиҙа Калифорния университетында белем ала.
Уҡыуы өсөн Пек үҙе түләргә мәжбүр була, шуға күрә ул урам йыйыштырыусыһы, официант, ҡашыяҡ йыйыусы ла булып эшләй. Университетта Пек иғтибарын айырыуса әҙәбиәткә һәм актёр оҫталығына бүлә, университет театры сәхнәһендә сығыштар яһай. 1939 йылда ул фәндәр бакалавры дәрәжәһен ала, әммә актёр юлынан китергә ниәт итә һәм Нью-Йоркка юллана. Бродвейҙа уны бер кем дә ҡушҡуллап ҡаршы алмай, һәм Пек йәрминкәлә саҡырыусы һәм «Радио-сити» мюзик-холлда билет тикшереүсе булып эшләргә мәжбүр була. Һуңынан ул Эй-би-си телестудия янында һәм ҡайһылыр ваҡытта хатта манекенщик булып та эшләй.
Карьераһының башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе донъя һуғышы йылдарында ул һуғышта етди йәрәхәтләнеүе арҡаһында ҡатнашмай. Бынан тыш, Станиславский ысулы буйынса актёр оҫталығы курсын үтеү өсөн уға стипендия бирәләр. Ике театраль сезонынан һуң Пек өсөн Бродвейға юл асыла. Бродвей сәхнәләрендә ул уйнаған өс спектакль дә уңышһыҙ була, әммә шәхсән Пектың үҙенең уйнауы театраль тәнҡитселәре тарафынан ыңғай баһалана. Голливуд та быны күрмәй ҡалмай. 1944 йылда «Дан көндәре» кинофильмында урыҫ партизаны ролен уйнай, фильм буйынса уның партнеры Тамара Туманова була[8]. Һуғыш тамамланғандан һуң фильм «Дан көндәре» фильмы маккартистар тарафынан «коммунистик пропаганда» тип иғлан ителә, ә Советтар Союзында Пек сығышы буйынса урыҫ тигән имеш-мимештәр тарала.
Голливудтағы уңышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шул уҡ 1944 йылда Пек «Батшалыҡ асҡысы» фильмында төшә һәм юғары намыҫлы священник ролен башҡара. Фильм уға йондоҙ статусын алып килә. Голливуд йондоҙҙарының күпселеге армияла хеҙмәт иткәнгә күрә, Пек өсөн эш баштан ашырлыҡ була. Әммә был уның башын әйләндермәй. Ул бик ентекләп ролдәрҙе һәм сценарийҙарҙы һайлай, бер үк амплуа эсендә бикләнеп ҡалмаҫҡа һәм, мөмкин тиклем, үҙенең үҙаллылығын һаҡлап ҡалырға тырыша. 1946 йылда «Оскар» премияһы лауреатлығына беренсе тапҡыр дәғүә итә.
Кинола илле йыл эшләү осоронда Пек илленән ашыу фильмда төшкән. Бер нисә мәртәбә уны Оскарға номинацияға тәҡдим итәләр, әммә уға бер мәртәбә генә ҡәҙерле статуэтканы ҡулға алыу бәхете татый — «Мәрәкәселде үлтереү» кинокартинаһы өсөн, был фильмда ул адвокат Аттикус Финчты уйнай. Фильм 1962 йылда экранға сыға, был ваҡытта Америка Ҡушма Штаттары афроамериканлыларҙың гражданлыҡ хоҡуҡтары өсөн көрәш аренаһы булып китә, шуға күрә фильм кинематография өлкәһендә генә түгел, ижтимағи-сәйәси өлкәһендә лә ҙур ваҡиға була.
Киносәнғәт донъяһында бик күренекле йондоҙ булһа ла, Пек ҡайһы берҙә үҙенең тыуған ҡалаһында бәләкәй генә «Плейхауз» театрында сығыш яһауын дауам итә, был театрға ул Мел Феррер менән берлектә 1947 йылда нигеҙ һалған булған. Ә ғүмеренең аҙағында бөтә Американы тиерлек «Грегори Пек менән һөйләшеүҙәр» исемле бер кешелек шоу менән йөрөп сыға, үҙе тураһында һөйләй, тыңлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. 1987 йылда СССР-ға сәйәхәт ҡыла. Грегори Пек үҙ өйөндә, Лос-Анджелеста, 2003 йылдың 12 июнендә йөрәк сиренән һәм бронхиаль пневмонияһынан вафат була, уға 87 йәш була. Лос-Анджелеста Батшабикә Фәрештәләре Соборының мавзолейында ерләнә.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылдың октябрь айында Грегори Пек фин сығышлы Грета Кукконен менән никахлаша. 1955 йылдың 30 декабрендә айырылыу ваҡыты килеп етә, әммә ир менән ҡатын йылы, дуҫтарса мөнәсәбәттәрен айырылышыуҙан һуң да һаҡлап ҡала алалар. Грета иренә өс ул бүләк итә: Джонатан (1944—1975), Стивен (1946) һәм Кэри Пол (1949). Өлкән улдары, актёр һәм телерепортер, 1975 йылда атылып үлә. Стивен Пек Вьетнам һуғышы ветерандарына әүҙем ярҙам итә. Кэри Пол Пек сәйәси амбицияларға эйә була һәм ике тапҡыр Калифорния штатынан АҠШ-тың Конгресына һайлауға үҙ кандидатураһын тәҡдим итә: 1978 йылда — беренсе мәртәбә, 1980 йылда, атаһы һәм ғаилә ағзаларының ярҙамына таянып — икенсе мәртәбә, әммә икеһендә лә республиканлылар партияһы вәкиле Боб Дорианды үтә алмай.
Грета Кукконен менән айырылышҡандың иртәгеһенә, 1955 йылдың 31 декабрендә, актёр француз журналисы Вероник Пассанигә өйләнә. Пассани һәм Пек беренсе мәртәбә 1953 йылда осрашалар, был күрешеү эшлекле осрашыу була — Вероник актёрҙан «Рим каникулдары» фильмында төшөр өсөн Римға китер алдынан интервью ала. Алты ай үткәс, Пек Пассанигә шылтырата һәм ланчҡа саҡыра. Ошо осрашыуҙан һуң, улар актёрҙың вафатына тиклем бер-береһенән айырылмайҙар, 48 йыл бергә йәшәйҙәр. Был никахта Пектың улы Энтони һәм ҡыҙы Сесилия тыуалар.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1944 | ф | Данлы көндәр | Days of Glory | Владимир |
1945 | ф | Батшалыҡтан асҡыстар | Keys of the Kingdom | атай Фрэнсис Чизхольм |
ф | Тәүәккәллек үҙәне | Valley of Decision | Пол Скотт | |
ф | Арбалған | Spellbound | Джон Бэллантайн / доктор Энтони Эдвардс | |
1946 | ф | Болан балаһы | Yearling | Эзра «Пенни» Бэкстер, отец Джоди |
ф | Ҡояш аҫтында дуэль | Duel in the Sun | Льютон «Льют» Маккенлес | |
1947 | ф | Парадайндың эше | Paradine Case | Энтони Кин, адвокат |
ф | Джентльмендар килешеүе (фильм) | Gentleman’s Agreement | Филип Шёйлер Грин | |
ф | Макомберҙың эше | The Macomber Affair | Роберт Уилсон | |
1948 | ф | Һары һауа | Yellow Sky | Джеймс «Стрич» Доусон |
1949 | ф | Вертикаль осош (фильм) | Twelve O’Clock High | бригада генералы Фрэнк Сэвидж |
ф | Оло ғонаһсы | Great Sinner | Фёдор | |
1950 | ф | Уҡсы | Gunfighter | Джимми Ринго |
1951 | ф | Капитан Горацио Хорнблоуэр | Captain Horatio Hornblower R.N. | капитан Горацио Хорнблоуэр |
ф | Давид һәм Вирсавия | David and Bathsheba | Царь Давид | |
1952 | ф | Килиманджаро ҡарҙары(фильм) | Snows of Kilimanjaro | Гарри Стрит |
ф | Донъя уның ҡулдарында | World in His Arms | Джонатан Кларк | |
1953 | ф | Миллион фунт стерлинглы банк билеты | Million Pound Note | Генри Адамс |
ф | Рим каникулдары | Roman Holidays | Джо Брэдли | |
1954 | ф | Төнгө кешеләр | Night People | полковник Стив Ван Дайк |
ф | Алһыу-зәңгәр тигеҙлек | Purple Plain | Squadron Leader Bill Forrester | |
1956 | ф | Моби Дик | Moby Dick | капитан Ахав |
ф | Күкһел фланель костюмдағы кеше | Man in the Gray Flannel Suit | Tom Rath | |
1957 | ф | Ҡатын-ҡыҙҙы ижад итеп (фильм) | Designing Woman | Mike Hagen |
1958 | ф | Ҙур ил (фильм) | The Big Country | Джеймс Маккей / ингл. James McKay |
ф | Бравадос | Bravados | Джим Дугласс | |
1959 | ф | Тәңресе һөйәркә | Beloved Infidel | Фрэнсис Скотт Фицджеральд |
ф | Яр буйында (фильм) | On the Beach | һыу аҫты кәмә командиры Дуайт Лайонел | |
ф | Порк Чоп Хилл бейеклеге (фильм) | Pork Chop Hill | Lt. Joe Clemons | |
1961 | ф | Наварон утрауы пушкалары | Guns of Navarone | капитан Кит Мэллори |
1962 | ф | Көнбайыш нисек яуланды (фильм) | How the West Was Won | Клив Ван Вейлен |
ф | Ҡурҡыу ҡултығы (фильм, 1962) | Cape Fear | Сэм Боуден | |
ф | Мәрәкәселде үлтерергә | To Kill a Mockingbird | Аттикус Финч | |
1963 | ф | Медицина докторы капитан Ньюмэн | Captain Newman, M.D. | капитан Джозеф Ньюмен / ингл. Capt. Josiah J. Newman, MD |
1964 | ф | Нурһыҙ атты күр | Behold a Pale Horse | Manuel Artiguez |
1965 | ф | Мираж | Mirage | David Stillwell |
1966 | ф | Арабеска | Arabesque | Prof. David Pollock |
1968 | ф | Айҙың эҙҙәренән | Stalking Moon | Sam Varner |
1969 | ф | Маккенна алтыны | Mackenna’s Gold | Маккенна |
ф | Рәйесь | Chairman | John Hathaway | |
ф | Юҡҡа сыҡҡандар | Marooned | Чарльз Кейт, NASA осоштары программаһы директоры | |
1974 | ф | Билли-ике эшләпә | Billy Two Hats | Arch Deans |
1976 | ф | Омен | Omen | посол Роберт Торн |
1977 | ф | Макартур | MacArthur | генерал Дуглас Макартур |
1978 | ф | Бразилия малайҙары | Boys from Brazil | доктор Йозеф Менгеле |
1980 | ф | Диңгеҙ бүреләре | Sea Wolves | полковник Льюис Гордон Пу |
1982 | ф | Зәңгәр һәм күкһел | Blue and the Gray | Авраам Линкольн |
1983 | ф | Алһыу һәм ҡара | Scarlet and the Black | монсиньор Хью О’Флаэрти |
1987 | ф | Иҫ киткес Грейс һәм Чак | Amazing Grace and Chuck | President |
1989 | ф | Иҫке гринго | Old Gringo | Ambrose Bierce |
1991 | ф | Ҡурҡыу ҡултығы | Cape Fear | адвокат Ли Хеллер |
ф | Кеше аҡсаһы | Other People’s Money | Эндрю Йоргенсон / ингл. Andrew Jorgenson | |
1998 | ф | Моби Дик (ТВ) | Moby Dick | Father Mapple |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118592351 // Gregory Peck (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Gregory Peck // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ http://www.aveleyman.com/FilmCredit.aspx?FilmID=11755&Extra=Y
- ↑ Michael Freedland.
- ↑ United States Census records for La Jolla, California 1910
- ↑ United States Census records for St. Louis, Missouri — 1860, 1870, 1880, 1900, 1910
- ↑ Days of Glory on IMDB
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Michael Freedland: Gregory Peck. A Biography. 1980 New York
- Fishgall Gary: Gregory Peck. A Biography. 2002 New York
- Lynn Haney: Peck Gregory. Charmed A Life. 2004 New York
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грегори Пек (инг.) Internet Movie Database сайтында
- Грегори Пек (инг.) Internet Broadway Database сайтта
- 5 апрелдә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Калифорнияла тыуғандар
- 12 июндә вафат булғандар
- 2003 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- АҠШ актёрҙары
- Вестерндар актёрҙары
- Президент Азатлыҡ миҙалы менән наградланыусылар
- «Оскар» почётлы премияһының лауреаттары
- «Алтын глобус» премияһы лауреаттары
- «Оскар» премияһы лауреаттары
- «Сезар» премияһы лауреаттары
- Сесил Б. Де Милль премияһы лауреаттары
- Лос-Анджелеста вафат булғандар