Эстәлеккә күсергә

Переверзева Нина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Переверзева Нина Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Вафат булған көнө 1 апрель 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (93 йәш)
Һөнәр төрө сәйәсмән, комбайнёр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXVI съезд КПСС[d], КПСС-тың XXV съезы[d] һәм XXVII съезд КПСС[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Переверзева Нина Васильевна (8 март 1929 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Ростов өлкәһенең Песчанокопский районы «Путь Ленина» колхозының ҡатын-ҡыҙҙар урып-йыйыу звеноһы комбайнсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

1929 йылдың 6 мартында тыуған.

15 йәшенән урындағы колхозда тракторҙа тағылма машинала эшләүсе була. Һуғыш тамамланғас фермаға эшкә күсерелә.

1959 йылда «Путь Ленина» колхозында тәүге тапҡыр комбайн штурвалын ҡулынан ала. 1966 йылдан 1987 йылға тиклем, курс тамамлағандан һуң, Песчанокопское районының комбайнсыһы булып эшләй. 19741987 йылдарҙа — «Путь Ленина» колхозында звено етәксеһе.

1970-се йылдар уртаһында Переверзева әхирәттәрен үҙе кеүек комбайн менән идара итергә уҡырға барырға өгөтләй, беренсе ҡатын-ҡыҙ комбайнсылар бригадаһын ойоштора. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙе үтеп китә, ә Переверзева бригадаһы — илдә иң яҡшыһы була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 7 декабрендәге указы менән, ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм уңыш йыйып алыу ваҡытында рекордлы күрһәткестәре өсөн, Нина Васильевна Переверзеваға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1988 йылдан — Ростов өлкәһе Песчанокопское районының «Путь Ленина» колхозы мастер-остазы.

1970 йылдан КПСС ағзаһы. 19821909 йылдарҙа Үҙәк Комитет ағзаһы (19811982 йылдарҙа ЦК ағзалығына кандидат). КПСС-тың XXV XXVI XXVII съездары делегаты. 1978 йылда эшсе йәштәрҙең киске урта мәктәбен тамамлай.

Хәҙерге ваҡытта Песчанокопское районының Летник ауылында йәшәй[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

- Ленин ордены (1976),

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972),

- Октябрь Революцияһы (1976),

- миҙалдар.

- СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977).

- Ростов өлкәһе Хакимиәте башлығының (Губернаторының) Рәхмәт хаты (2007, Ростов өлкәһенең барлыҡҡа килеүенең 70-йыллығы айҡанлы)[3].

- Ростов өлкәһе Хакимиәте башлығының (Губернаторының) Рәхмәт хаты (2009, Переверзеваның 80 йәше уңайынан)[4].

- «Ростов өлкәһенең почетлы гражданы» (2012)[5].

  • Список Героев Социалистического Труда Ростовской области
  • Герои труда Дона, Библиографический справочник, Ростов-на-Дону, 2008.
  1. Переверзева Нина Васильевна (урыҫ) // Герои страны — 2000.
  2. ЛЮБИТЬ ДЕЛО СВОё(недоступная ссылка)
  3. Поколений связующая нить. Дата обращения: 27 май 2010. [https
    //web.archive.org/web/20120320233720/http://www.nprus.ru/society/438.html Архивировано] 20 март 2012 года.
  4. Благодарность Губернатора заслуженному комбайнеру — Нине Переверзевой(недоступная ссылка)
  5. Присвоение звания "Почетный гражданин Ростовской области". Дата обращения: 30 декабрь 2013. Архивировано 30 декабрь 2013 года. 2013 йыл 30 декабрь архивланған.