Эстәлеккә күсергә

Пермь дәүләт гуманитар-педагогия университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пермь дәүләт гуманитар-педагогия университеты
Нигеҙләү датаһы 2 октябрь 1919
Рәсем
Рәсми атамаһы Пермский государственный гуманитарно-педагогический университет
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Пермь
Баш компания (ойошма, предприятие) Министерство просвещения Российской Федерации[d][2]
Диапазон IPv4 195.19.173.0/24[3]
Рәсми сайт pspu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели ПермГПУ[d]
Карта
 Пермь дәүләт гуманитар-педагогия университеты Викимилектә

Пермь дәүләт гуманитар-педагогия университеты (ПГГПУ), 2012 йылға тиклем Пермь дәүләт педагогия университеты (ПГПУ) — Пермдәге юғары уҡыу йорто. 1921 йылда педагогия институты булараҡ асылған уҡыу йорто Уралдың иң өлкән юғары уҡыу йорттарының береһе. Ул — Пермь крайының белем биреү, мәҙәни һәм ғилми үҙәге.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университетта 7000-дән ашыу студент уҡый. Бында 26 һөнәр буйынса белгес дипломы (5 йыл уҡырға) 2 йүнәлеше буйынса бакалавр дипломы (4 йыл), бер йүнәлештә магистр дәрәжәһен (6 йыл) алырға мөмкин. 14 һөнәр буйынса аспирантура һәм «Дөйөм психология, шәхес психологияһы, психология тарихы» һөнәре буйынса докторантура эшләй.

Пермь педагогия университетының фәнни мәктәптәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә танылыу тапҡан[4]. 1980-сы йылдарҙа психология факультетында билдәле ғалим В. С. Мерлин уҡыта. Йыл һайын университет базаһында психология буйынса «Мерлин уҡыуҙары» ғилми конференцияһы үткәрелә.

1916 йылда Пермдә Петроград Император университетыныңфилиалын асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә, бер йылдан ул үҙаллы Пермь дәүләт университетына әйләнә. Губерна земство управаһының Себер урамында күптән түгел төҙөлгән бинаһы университетҡа тапшырыла[5][6].

1919 йылдың 2 октябрендә Пермдә халыҡ мәғарифы институты (ИНО) асыла, ул Көңгөр һәм Сауҙа (хәҙерге Комсомол проспекты һәм Совет урамы) киҫелешендәге.уҡытыусылар семинарияһы бинаһында урынлаша. 1921 йылдың 9 сентябрендә Баш һөнәри белем биреү идаралығының (Главпрофобр) план комсиссияһы ҡарары менән Пермь халыҡ мәғарифы институты педагогия институты тип үҙгәртелә — тап ошо дата уҡыу йортоноң рәсми тыуған көнө тип иҫәпләнә. Тәүҙә унда өс факультет була: мәктәпкәсә тәрбиә, педагогик һәм мәктәп-инструктор факультеттары. Ләкин киләһе 1922 йылда уҡ институт үҙаллы уҡыу йорто булараҡ йәшәүҙән туҡтай[7].

Пермь дәүләт университетының педагогия факультеты урынлашҡан губерна земство управаһының бинаһы

1922 йылдың июлендә институт педагогтары һәм студенттары Пермь дәүләт университетына ҡушыла; йәмәғәт фәндәре факультеты һәм аҙаҡ ҡыҫҡартылған физика-математика факультеты менән бергә улар педагогия факультетын — Пермь университетының иң ҙур факультеттарының береһе була[8]. Педагогия факультеты һәм ПДУ идараһы Себер урамындағы бинала урынлаша[5]. Педагогия факультеты университет структураһында иң ҙур факультеттарҙың береһе була: унда 900-ҙән ашыу студент белем ала[7].

1930 йылдың 15 октябрендә ҡарамағындағы Мәғариф буйынса Халыҡ Комиссариаты күрһәтмәһе нигеҙендә педагогия факультеты үҙаллы юғары уҡыу йорто — Пермь индустриаль-педагогия институты итеп үҙгәртелә[9]. Уға Себер урамындағы (ул уҡ ваҡытта Карл Маркс урамы) йорт бирелә; айырым уҡыу йортона әйләнгән мәлдә институтта 9 бүлексә иҫәпләнә. 1930 йылдың 15 октябренән 1940 йылға тиклем ул 400 педагог әҙерләп сығара.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа институтта яңы факультеттар, шул иҫәптән сит ил телдәре факультеты асыла. 1950-се йылдарҙа Пушкин урамы яңы уҡыу корпусы төҙөлә, ә аҙағыраҡ — тағы ике корпус сафҡа инә. 1970-се йылдарҙа институт илдең алдынғы педагогик вуздарҙың береһе булып таныла[7].

1994 йылда юғары уҡыу йортоноң статусы үҙгәрә: аттестация һөҙөмтәләре буйынса Пермь пермь дәүләт педагогия институты РФ мәғариф министрының 1994 йылдың 27 июлендәге 290-сы бойороғо менән Пермь дәүләт педагогия университетына үҙгәртелә (ПГПУ) .

2012 йылда, Мәғариф һәм фән министрлығының 2012 йылдың 25 майындағы бойороғона ярашлы Пермь дәүләт педагогия университеты Пермь дәүләт педагогия гуманитар-педагогия университеты (ПГГПУ) тип үҙгәртелә[7].

Университетта 13 факультет һәм институттар эшләй[10]:

  • математика факультеты (МФ);
  • филология факультеты (ФФ);
  • тарих факультеты (ИстФ);
  • физика факультеты (ФизФ);
  • тәбиғи фәндәр факультеты (ЕНФ);
  • информатика һәм иҡтисад факультеты (ИнЭк);
  • сит телдәр факультеты (ИнЯз);
  • музыка факультеты (МузФ);
  • физик культура факультеты (ФФК);
  • педагогика һәм бала саҡ психологияһы факультеты (ПиПД);
  • педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультеты (ПиМНО);
  • хоҡуҡи һәм социаль-педагогия белеме факультеты (ПиСПО);
  • Психология институты.

Корпустар һәм филиалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пермь университетының дүрт корпусы бар: 1-се корпус (Себер урамы, 24), 2-се корпус (Пушкин урамы, 44), 4-се корпус (Пушкин урамы, 42), 5-се корпус (Пермь урамы, 65)[11]. Ситтән килгән студенттарға өс дөйөм ятаҡтан урын бирелә[12]. 2002 йылдан башлап университеттың филиалдары бар: Уҫы, Лысьва, Көңгөр һәм Чайковский филиалдары, шулай уҡ Куҙемҡар вәкиллеге[7].

Университет эргәһендә түбәнләге бүлексәләр эшләй:

  • ғилми бүлексәләр, фәнни-технологик парк;
  • университет китапханаһы (730 мең китап);
  • Кама буйы халыҡтарының этнолоингвистика үҙәге;
  • яңы урыҫ әҙәбиәте үҙәге;
  • биология станцияһы;
  • уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү факультеты;
  • әҙерлек факультеты;
  • мәғлүмәт-хисаплау үҙәге;
  • интернет үҙәге;
  • зоология музейы;
  • археология музейы;
  • университеттың «Уҡытыусы» гәзите;
  • нәшриәт үҙәге.

Директорҙары һәм ректорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Стойчев, Степан Антонович (1930—1931)
  • Красильщик, Зинаида Исааковна (1932)
  • Козырев, Александр Васильевич (1932—1935)
  • Погожев, Поликарп Георгиевич (1935—1937)
  • Павлюченков, Виктор Степанович (1937—1943)
  • Алексеев, Михаил Иванович (1943—1944)
  • Чумаков, Сергей Яковлевич (1944—1948)
  • Маханёк, Константин Семёнович (1948—1953)
  • Турченко, Сергей Игнатьевич (1953—1955)
  • Дедов, Гавриил Иванович (1955—1958)
  • Чумаков, Сергей Яковлевич (1959—1979)
  • Капцугович, Игорь Севастьянович (1979—2001)
  • А. К. Колесников (2001—2019)
  • Егоров, Константин Борисович (2019 йылдан — хәҙерге көндәргә тиклем)[13]

Танылған тамамлаусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Аликин, Владимир Александрович — биатлонсы, 1980 йылда Лейк-Плэсидағы Олимпиадала 4х7,5 километрға эстафетала чемпион, күп тапҡырҙар донъя һәм СССР чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры.
  • Высокова, Светлана Юрьевна — конькиҙа йүгереүсе, 2006 йылда ҡышҡы Олиимия уйындарында 500 метрлыҡ дистанцияла команда йүрегеүендә бронза призёры, күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы
  • Девятьяров, Михаил Талгатович — 15 км-ға саңғыла йүгереүҙә Олимпия чемпионы (1988, Калгари)
  • Дергачёв, Иван Алексеевич — Рәсәй әҙәбиәтсеһе, филология фәндәре докторы, профессор.
  • Коновалов, Григорий Иванович — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты.
  • Садырин, Павел Фёдорович — совет футболсыһы, Рәсәй футболы тренеры. Спорт мастеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры.
  • Томилова, Наталья Валерьевна — Рәсәй спортсыһы, спорт ориентиры буйынса донъя чемпионы (2002).
  • Шумкова, Елена Александровна — Рәсәй опера йырсыһы, П. И. Чайковский исемендәге Пермь академия опера һәм балет театры солисы. Тауышы — колоратур сопрано.
  • Петров, Александр Петрович — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VI саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, Дәүләт даумаһының сәләмәтлек һағы буйынса комитеты ағзаһы, Екатеринбургта Словак республикаһының почётлы консулы.
  • Категория: Уҡытыусы Перм ГПУ-һы уҡытыусылары
  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=195.19.173.0%20-%20195.19.173.255&type=inetnum
  4. Ведущие научные школы. 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 100 лет главному корпусу. Пермский государственный гуманитарно-педагогический университет (2014). 2020 йыл 10 декабрь архивланған.
  6. Прогулки по Перми: Башня над Сибирской.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 История. 2020 йыл 10 август архивланған.
  8. Капцугович3, 2014
  9. Капцугович3, 2014, с. 222
  10. Факультеты и институты. 2020 йыл 22 октябрь архивланған.
  11. Схема университета. 2021 йыл 5 март архивланған.
  12. Об университете. 2020 йыл 27 октябрь архивланған.
  13. Ректором ПГГПУ избран Константин Егоров (30 июнь 2020). Дата обращения: 5 август 2020.
  • Капцугович И. С. Биографический словарь: профессора и преподаватели Пермского государственного педагогического университета (1921—2003). — Пермь: Книжный мир, 2003. — 472 с.
  • Капцугович И. С. Пермский педагогический в судьбах людей: документально-публицистический очерк. Кн. 1-3. — Пермь: Книжный мир, 2006—2011.
  • Капцугович И. С. У истоков. Историко-публицистический очерк высшего педагогического образования на Урале. — Пермь: Книжный мир, 2014. — 261 с.