Перт (Шотландия)
Перт | |
ингл. Perth гэл. Peairt скотс Perth | |
Герб | |
Рәсми атамаһы | Perth, Peairt һәм Perth |
---|---|
Дәүләт | Бөйөк Британия[1] |
Административ үҙәге | Perth and Kinross[d], Пертшир[d] һәм Перт-энд-Кинросс[d] |
Административ-территориаль берәмек | Перт-энд-Кинросс[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC±0:00[d] |
Историческое графство | Пертшир[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Тэй[d] |
Халыҡ һаны | 47 430 кеше (2016) |
Туғандаш ҡала | Ашаффенбург[d], Быдгощ[d], Хайкоу[d][2], Псков, Коньяк[d], Перт[d][3] һәм Перт[d][4] |
Почта индексы | PH1-PH3 һәм PH14 |
Рәсми сайт | perthcity.co.uk |
Урындағы телефон коды | 01738 |
Географический код Великобритании | NO115235 |
Перт Викимилектә |
Перт (ингл. Perth, гэлск. Peairt, скотс. Perth) — Шотландияның үҙәк өлөшөндәге ҡала. Перт-энд-Кинросс округының административ үҙәге (1975 йылға тиклем — Пертшир графлығының административ үҙәге).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Урман» йәки «әрәмәлек» тигәнде аңлатҡан Перттың кельт атамаһы уны III—IX быуаттар менән даталауға мөмкинлек бирә. Әммә Перттан төньяҡта рим форты Бертаның барлығы ҡалаға римлеләрҙең нигеҙ һалыуына ишара яһай. Археологик мәғлүмәттәр ҡаланың X быуатта барлығын иҫбатлай, ә беренсе тапҡыр Пертты йылъяҙмала телгә алыу XII быуатҡа ҡарай, сөнки ул ваҡытта хартия тарафынан уға ҡала статусы бирелә.
Пертшир беренсе тапҡыр Кеннет Мак Аллин арҡаһында билдәлелек ала, ул 838 йылда берләшкән Шотландияның беренсе короле була. Нәҡ ул Перт менән йәнәш Сконға легендар Яҙмыш Ташын килтерә, шунан алып уның түбәһендә бөтә тәхеткә ултырыу тантаналары башҡарыла. Был урында ҙур аббатлыҡ үҫеп сыға. Англия короле Эдуард I 1296 йылда изге ташты алып сыҡһа ла, Скон короллек үҙәге булып ҡала һәм был ваҡиға Перттың үҫешенә булышлыҡ итә.
2012 йылдың 14 мартында Перт ҡалаһы королева Елизавета II тәхеткә ултырыуының гәүһәр юбилейы хөрмәтенә Челмсфорд һәм Сент Асеф ҡалалары менән бергә «сити» статусын ала.