Пешехонов Александр Анатольевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пешехонов Александр Анатольевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 13 март 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (45 йәш)
Тыуған урыны Мәләүез, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ҡаяға үрмәләүсе
Спорт төрө ҡаяға менеүсе[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
мастер спорта России международного класса

Пешехонов Александр Анатольевич (13 март 1979 йыл) — Рәсәй спортсыһы, ҡаяға менеүсеһе. Ҡаяға менеү буйынса Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Анатольевич Пешехонов 1979 йылдың 13 мартында Башҡорт АССР-ының Мәләүез ҡалаһында тыуған.

2005 йылда Башҡортостан физик культура институтын тамамлаған.

Мәләүез ҡалаһында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер А. А. Кулагинда шөғөлләнә.

2001 йылдан ҡаяға менеү буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составына инә.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Донъя кубогын яулаусы (2002);
  • Донъя кубогы этаптары еңеүсеһе (5 тапҡыр, 2001—2005);
  • Европа (2004) һәм Рәсәй (2001) чемпионы;
  • Донъя чемпионатының бронза призеры (2003);
  • Олимпия төрө булмаған спорт төрҙәре буйынса Бөтә Донъя уйындары еңеүсеһе (2005);
  • Донъя кубогының дөйөм зачетта көмөш (2003) призеры;
  • Донъя кубогының дөйөм зачетта бронза призеры (2001, 2004, 2006);
  • Юниорҙар араһында Донъя чемпионы (1998) .

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Салауат Юлаев ордены (2006).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (unspecified title)Международная федерация спортивного скалолазания.