Пинчук Сергей Иванович
| Пинчук Сергей Иванович | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 28 апрель 1948 (78 йәш) |
| Тыуған урыны | Екатеринбург, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | математик |
| Эш урыны |
Көньяҡ Урал дәүләт университеты Башҡорт дәүләт университеты Индианский государственный университет[d] |
| Уҡыу йорто | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
| Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
| Ғилми етәксе | Борис Владимирович Шабат[d][1] |
| Аспиранттар | Kaushal Kumar Verma[d][1] һәм Rasul Gazimovich Shafikov[d][1] |
Сергей Иванович Пинчук (28 апрель 1948 йыл) — Рәсәй математигы, физика-математика фәндәре докторы, (1980), профессор (1982)[2].
1971 йылда Мәскәү дәүләт институтының механика-математика факультетын тамамлай, 1974 йылда Шабат етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1974 йылдан Силәбе политехник институтында эшләй: өлкән уҡытыусы, доцент була. 1982 йылдан 1995 йылға тиклем Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетында юғары алгебра һәм геометрия кафедраһы мөдире була.
1995 йылдан — Көньяҡ-Урал университеты (Силәбе) профессоры, бер үк ваҡытта Индиана штаты университеты (Блумингтон, АҠШ) профессоры.
1974 йыл һөҙөмтәһе Пинчук теоремаһы — бер нисә комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең голоморфлы функцияһы өсөн сик берлеге теоремаһы булараҡ билдәле[3][4]. Леви— Пинчук симметрияһы принцибы һәм Пинчук тартылыуы ысулы авторы[5]. Боголюбовтың «острие клина» тураһындағы теоремаһын матди һәм күп төрлөлөк тыуҙырыусы математик формулаға - [6] тарата. Якобиан проблемаһының матди вариантына ҡәтғи бирелешле ҡаршы миҫал таба[7].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Башкирская энциклопедия 2017 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ Пинчук С. Граничная теорема единственности для голоморфных функций нескольких комплексных переменных // Мат. заметки. — 1974. — В. 2. — Т. 15. — С. 205—212. — DOI:10.1007/BF02102390
- ↑ Садуллаев А. С. Граничная теорема единственности // Мат. сб. — 1976. — В. 4. — Т. 30. — С. 501-514. — DOI:10.1070/SM1976v030n04ABEH002285
- ↑ Витушкин А. Г. Голоморфное продолжение отображений компактных гиперповерхностей // Изв. АН СССР. Сер. мат. — 1982. — В. 1. — Т. 46. — С. 28—35. — DOI:10.1070/IM1983v020n01ABEH001337
- ↑ Пинчук С. И. [Теорема Боголюбова об «острие клина» для порождающих многообразий // Мат. сб. — 1974. — Т. 94. — № 3. — С. 468—482. — DOI:10.1070/SM1974v023n03ABEH001725
- ↑ Pinchuk, S. A counterexamle to the strong real Jacobian conjecture (инг.) // Mathematische Zeitschrift. — 1994. — В. 1. — Т. 217. — С. 1—4. — ISSN 0025-5874. — DOI:10.1007/BF02571929
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Публикации С. И. Пинчука 2017 йыл 13 ноябрь архивланған.
- Публикации С. И. Пинчука в США
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пинчук Сергей Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2023)
- А. Г. Витушкин, Полвека — как один день(недоступная ссылка) Общероссийский математический портал
- Индианский университет