Плохих Мария Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Плохих Мария Николаевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 март 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Воронеж өлкәһе, Верхний Мамон районы[d], Гороховка[d]
Вафат булған көнө 6 август 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (58 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Воронеж өлкәһе, Верхний Мамон районы[d], Гороховка[d]
Һөнәр төрө доярка
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены бронзовая медаль ВДНХ

Плохих Мария Николаевна (5 март 1940 — 6 август 1998) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Воронеж өлкәһенең Верхний Мамон районы «Авангард» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1940 йылда Гороховка ауылында (хәҙер Воронеж өлкәһенең Верхний Мамон районы) урыҫ крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған.

Урта белемле. 1957 йылда «Авангард» колхозында эшләй башлай. Был хужалыҡта 1959 йылдан 1983 йылға тиклем һауынсы булып эшләй. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә даими ҡатнаша. Производство алдынғыһы булараҡ бер нисә тапҡыр билдәләнә. Һигеҙенсе биш йыллыҡтың эш һөҙөмтәләре буйынса Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1974 йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса һәр һыйырҙан йылына 4000 литрҙан күберәк һөт һауып алыуға өлгәшә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 23 декабрендәге указы менән, ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне һәм һөт һауып алыу буйынса рекордлы күрһәткестәре өсөн, Плохих Мария Николаевнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Артабан колхозда эшләүен дауам итә. Воронеж депутаттар өлкә советы депутаты булып тора. 1983 йылда хаҡлы ялға сыға.

Тыуған Гороховка ҡасабаһында йәшәй. 1998 йылдың 6 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (23.12.1976)

- Ике Ленин ордены (06.09.1973, 23.12.1976)

- Социалистик Хеҙмәт Геройы (23.12.1976)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (08.04.1971)

- башҡа миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Золотые звёзды земли Воронежской. Сост. Э. С. Лыкова — Воронеж, 1989.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]