Покрышкина Галина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Покрышкина Галина Васильевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 23 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Санкт-Петербург
Вафат булған көнө 2014
Вафат булған урыны Рәсәй
Һөнәр төрө балет артисы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Ленин комсомолы премияһы

Галина Васильевна Покрышкина (19372014) — совет балеринаһы, классик лирик-комик амплуала бейеүсе; РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1965).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галина Васильевна Покрышкина 1937 йылдың 23 майында Ленинградта тыуған.

1955 йылда Ленинград хореография училищеһын (хәҙер А.Я.Ваганова исемендәге рус балеты академияһы), Л.М. Тюнтина класында тамамлай. Сығарылыш спектаклендә махсус ҡуйылған «Станционный смотритель» балетында төп партия Дуняшаны башҡара (хореографы М.М. Михайлов[1]). С.М.Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрына ҡабул ителә. (Мария театры).[2] 1956—1975 йылдарҙа Ленинград бәләкәй опера театрында эшләй

Галина Покрышкина — Маша, Лиза; Барышня («Барышня и хулиган»), Бонасье («Три мушкетера»), Эвридика («Орфей»), Зоя («Накануне»), Үҫмер («Баллада о любви»), Беренсе йырсы («Классическая симфония»), Гаврош («Гаврош»), Ҡупшыҡай («История одной девушки»), Жар-птица вариацияһы («Конек-Горбунок»); башҡа партиялар: Фадетта («Фадетта»), Гөлнара; Батша ҡыҙы («Сказка о мертвой царевне…»), Даша («Юность»), Клариче («Мнимый жених»), королева Рената («Двенадцать месяцев»), Франческа («Франческа да Риминн»), Ванечка («Доктор Айболит»), Анна («Голубой Дунай»), Балерина («Петрушка») партияларын беренсе башҡарыусы[3]

Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (1-се премия, Мәскәү, 1957).[4] Ленин комсомолы премияһы лауреаты — совет балет тарихында бындай премияға өс кеше генә лайыҡ була : Екатерина Максимова, Владимир Васильев һәм Галина Покрышкина.[5]

1956 йылда Галина Васильевна кинола төшә — «Моя дочь фильм-спектаклендә Ксана ролен башҡара.[2]

2014 йылда вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2015 йылдың июлендә Санкт-Петербургта РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, балерина Галина Покрышкинаға арналған кисә үтә.[6]
  • 2017 йылдың мартында Гатчинала А. И. Куприн исемендәге Үҙәк дәүләт китапханаһының лекциялар залында балерина Галина Покрышкинаның 80-йәшенә арналған «Прочтите жизнь на кончике пуантов» фотокүргәҙмә -бағышлама асыла[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]