Эстәлеккә күсергә

Половинка Марфа Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марфа Ивановна Половинка
Файл:Половинка Марфа Ивановна.jpg
Тыуған көнө

13 октябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

Днепропетровск өлкәһе

Вафат булған көнө

16 ғинуар 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (68 йәш)

Вафат булған урыны

Днепропетровск, Днепропетровск өлкәһе

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР,
Украина Украина

Эшмәкәрлеге

йәшелсәселек бригадаһы бригадиры

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 08.12.1973
Ленин ордены — 08.12.1973 Октябрь Революцияһы ордены — 24.12.1976 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 15.12.1972 СССР Дәүләт премияһы — 1977

Половинка Марфа Ивановна (13 октябрь 1927 — 16 ғинуар 1996) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Днепропетровск өлкәһенең Днепропетровск районындағы «Днипро» совхозының йәшелсәселек бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

1927 йылда Днепропетровск өлкәһе биләмәһендә украин крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында оккупацияланған территорияла йәшәй. Азат ителгәндән һуң, 1944 йылда, «Украина» колхозында эшсе булып эшләй башлай. Артабан йәшелсәселек бригадаһында звено етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1964 йылдан бригадир вазифаһын башҡара башлай. Үҙенең хеҙмәте менән юғары производство күрһәткестәренә өлгәшә. Сәселгән майҙандың һәр гектарынан 73-әр центнер иген уңышы, ә йәшелсә уңышы һәр гектарҙан 340 центнерға тиклем алына.

СССР Юғары Советы Президиумының 1973 йылдың 8 декабрҙәге указы менән, ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм йәшелсә һәм иген культураларынан рекордлы уңыш алғаны өсөн, Марфа Ивановна Половинкаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә

Совхозда бригадир булып эшләүен дауам итә. 1976 йылдан совхоз бүлеге начальнигы булып эшләй. 1978 йылда ҡабаттан бригадаһын етәкләй һәм бында хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй.

Днепропетровск ҡалаһында йәшәй. 1996 йылдың 16 ғинуарында вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙо (08.12.1973)

- [[Социалистик Хеҙмәт Геройы] (08.12.1973)

- Ленин ордены (08.12.1973)

- Октябрь Революцияһы ордены (24.12.1976)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (15.12.1972)

- СССР дәүләт премияһы (1977)

- башҡа миҙалдар.

  • Шевченко С., Кучеров Е., Дорошев С. Трудовая слава Днепропетровщины. — Днепропетровск, 2013.