Попович Марина Лаврентьевна
Попович Марина Лаврентьевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Патронимы йәки матронимы | Лаврентьевна[d] |
Тыуған көнө | 20 июль 1931 |
Тыуған урыны | Велижский район[d], Смоленск өлкәһе |
Вафат булған көнө | 30 ноябрь 2017 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Краснодар, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Федераль хәрби мемориаль зыярат[d] |
Хәләл ефете | Попович Павел Романович |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | лётчик, яҙыусы, летчик-һынаусы, инженер |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт граждандар авиацияһы университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | полковник[d] |
Ғәскәр төрө | военно-воздушные силы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Попович Марина Лаврентьевна Викимилектә |
Попович Марина Лаврентьевна (Васильева; 20 июль 1931 йыл—30 ноябрь 2017 йыл[1]) — 1 класлы совет хәрби осоусы-һынаусы , СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры,[2], 102 тапҡыр донъя рекордсыһы. Полковник-инженер, техник фәндәр докторы, профессор, уфолог. Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы[3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марина Лаврентьевна Васильева рәсми мәғлүмәттәр буйынса[4], 1931 йылдың 20 июлендә Көнбайыш өлкәһенең Велижский районында (хәҙер Смоленск өлкәһе), Леоненка утарында Лаврентий Федосович Коровкин һәм Ксения Логиновна Щербакова ғаиләһендә тыуған[5]. Маринаның бала сағы Самусенки ауылында уҙа[4]. Атаһы Көнбайыш Двина буйлап һал ағыҙа, әммә шул уҡ ваҡытта музыка сәнғәте менән шөғөлләнә, үҙе скрипкалар яһай һәм яҡшы уйнай.
«Атайым скрипкасы була, бала саҡтан мин уның менән концерттарҙа сығыш яһағанмын (бәләкәй цимбалала уйнаным), ә Крап ағай баянда уйнай. Беҙҙең ғаиләлә шундай инструменталь ансамбль була. Шуға күрә атайым һәм әсәйем минең киләсәгем музыка икәнлегенә ныҡ ышанғандар,— тип һуңыраҡ хәтерләй ул[6]
Маринаның һеңлеһе Валентина консерватория тамамлай, һуңынан театрҙа дирижер була. Ике ҡустыһы осоусылар була, һуғыш уға ла осоу сәнғәте файҙаһына осоусы юлынан китергә мәжбүр итә[7]. Һуғыш ваҡытында Смоленск ҡалаһы янында йәшәйҙәр. Ҡаланы даими бомбаға тоталар, һуғыш дәһшәтен күреп үҫә. Ике туған ағайҙары, 9 -12 йәшлек малайҙар партизандарға китә. маринаның немец илбаҫарҙарынан үс алыу тойғоһо шул тиклем көслө була, әммә ул үҫеп еткәнсе һуғыш бөтә, ә осоу теләге ҡала. Авиация училищеһына инеү өсөн, 1947 йылда, уның күп ҡаршылыҡтары була, шуларҙың береһе — бәләкәй кәүҙәһе (1,50 метр).
«Минең аяҡтарым педалгә барып етмәй. Шул саҡта мин үҙемә маҡсат ҡуйҙым — аяҡтарҙы һуҙырға. Альпинистарҙың цапляларын табып алдым һәм мине баш түбән аяҡтарымдан аҫып ҡуйыуҙы һораным. Һөҙөмтәлә, әллә мин үҫтем (миңә 16 йәш ине), әллә миңә күнекмәләр ярҙам итте, әммә минең оҙонлоғом 1,61 метрға етте һәм аэроклубҡа инеү мөмкин булды. Башта парашюттан ырғыным, ә аҙаҡ оса башланым», — тип хәтерләй ул[7].
Икенсе ҡаршылыҡ булып енесе тора, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бик күп ҡатын-ҡыҙҙар осһа ла, ләкин һуғыштан һуң реактив авиация дәүере башлана һәм авиация училищеһына ҡатын-ҡыҙҙарҙы алмай башлайҙар. Өсөнсө проблема булып үтә йәш булыуы тора — 16 йәш, шуға күрә Васильева үҙенә артыҡ 6 йәш өҫтәй. СССР Министрҙар Советы рәйесе К.Е.Ворошиловтың урынбаҫарынан ҡабул итеүгә өлгәшә һәм теркәлеүгә рөхсәт ала; шулай итеп профессиональ осоусы булырға мөмкинлек ала[8][9][10].
Марина Васильева 1948 йылда оса башлай. 1951 йылда Новосибирск авиация техникумын тамамлай, шунан һуң Коминтерн исемендәге заводта (1951—1953) инженер-конструктор булып эшләй. Артабан Саранскта ДОСААФ-тың Үҙәк осоу-техник мәктәбен тамамлау менән (аҙаҡ — Киев авиация институтының Мәскәү филиалы) унда бер ни тиклем ваҡыт инструктор булып эшләй, ә 1958 йылда В.П.Чкалов исемендәге үҙәк аэроклубта осоусы-инструктор була. Истребитель менән идара итеү хоҡуғы алыу өсөн ул хәрби хеҙмәткә ҡабул итеүгә өлгәшә[11], ә һуңғараҡ Ленинград граждандар авиацияһы академияһын тамамлай[12].
Марина 1955 йылда СССР-ҙың буласаҡ летчик-космонавы Попович Павелға кейәүгә сыға, уның менән никахта 30 йыл йәшәй[13].
1960 йылдан Марина Попович реактив самолеттарҙы осороу техникаһын үҙләштерә башлай. 1962 йылда ул космонавт булырға кандидат сифатында саҡырыла һәм космонавтарҙың икенсе төркөмө составында медицина тикшереүе үтә, әммә отрядҡа ҡабул ителмәй[11].
1964 йылда М.Л. Попович илдә берҙән-бер 1-се класлы осоусы-һынаусы була. Хәрби-һауа көстәренең В.П.Чкалов исемендәге Оборона министрлығы дәүләт осоу-һынау үҙәгендә Ан-12 карабының командиры була. Нәҡ ул совет ҡатын-ҡыҙҙарынан МиГ-21 карабының беренсе һынаусы-осоусы була (көнбайыш матбуғаты«Мадам МиГ» тигән ҡушамат ала[9]. Киләһе бер нисә йыл эсендә ул 102 донъя рекорды ҡуя, атап әйткәндә, «РВ» самолетында (Як-25РВ[14]. Беренсе рекорд, тиҙлеккә, Брно ҡалаһында чех самолеты Ла-29 карабында була, шунан һуң, ИТАР-ТАСС, «рекордтар осоусының „ғәҙәти эше була“» тип билдәләй[11]
1965 йылдың йәйендә Як-25РВ самолетында ике турбореактив двигателе менән 737,28 км/с тиҙлектә донъя рекорды ҡуя. 1967 йылдың 20 сентябрендә Попович Як-25РВ самолетында, американлы Жаклин Кокранды күпкә үтеп китеп, 2510 км аралыҡтағы Волгоград — Москва — Астрахань — Волгоград маршруты буйынса рекордты 344 км арттырып, донъя рекорды ҡуя[4].
Уның 13 рекорды халыҡ-ара авиация ассоциацияһында теркәлгән (ФАИ)[4]. Ун донъя рекордын Ан-22 «Антей» һауа карабы командиры сифатында яулай; ул донъяла бындай класлы самолетты идара итеүсе берҙән-бер осоусы- ҡатын-ҡыҙ була[9])[12]. Һуңғы осошта Попович етәкләгән экипаж 50 тонна йөк менән 600- км/сәғ тиҙлектә рекордлы 1000 км аралыҡты үтә.
1969 йылда техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, «Увеличение дальности полета за счет ламинаризации и методика летных испытаний самолетов с управлением ламинированным обтеканием» темаһына диссертация яҡлай[3].
1979—1984 йылдарҙа Попович Киевта Антонов компанияһында төп осоусы-һынаусы булып эшләй[12], 53 йәшендә осоусы карьераһын тамамлай[9], шул ваҡыт эсендә 5600 сәғәт оса, 40-тан ашыу төр самолеттар һәм вертолеттар үҙләштерә, В.П.Чкалов исемендәге Оборона министрлығы дәүләт осоу-һынау үҙәгенең һәм Антонов компанияһының авиация техникаһын һынай.
Һуңыраҡ Тушинола «ВЕРСТО» осоу ассоциацияһы президенты вазифаһын биләй, СССР Авиация сәнәғәте министрлығы янында «Конверс Авиа» авиакомпанияһын етәкләй[12].
Яҙыусы, 14 китап авторы[9]. Уфология өлкәһендә энтузиаст һәм тикшеренеүсе[12][15].
Һуңғы йылдарҙа ире менән Краснодар крайының Мостовский районында йәшәй, унда 2013 йылда ирле-ҡатынлы ер участкаһы һатып алып, йорт төҙөй. Әүҙем тормош алып бара, район тормошонда ҡатнаша. 2017 йылдың 30 ноябрендә иртән Краснодар кардиология үҙәгенә оҙатыла[16]. 2017 йылдың 30 ноябрендә Краснодарҙа вафат була[17]. Хәрби хөрмәт менән 2017 йылдың 4 декабрендә Федераль хәрби мемориаль зыяратта ерләнә[18].
Ижтимағи эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- М.Л. Попович КПРФ актвисткаһы була, «Рәсәй өмөтө» хәрәкәтендә ҡатнаша була.
Хәҙер КПРФ-та булыу — был партизан отрядендә булыу һымаҡ. Минең маҡсат — ватан авиацияһын яҡлау. Был шулай уҡ коммунистарҙың маҡсаты. Хәҙерге ваҡыт — емешһеҙ, уның символы — юҡ ителгән Буран.[19],
— тип белдерә ул «Советская Россия» гәзитенә биргән интервьюһында.
- 2007 йылдан 2013 йылға М.Л. Попович Рерихтарҙың халыҡ-ара Үҙәге президенты.
- Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса Попович НОУ ВПО «Идара институтының» проректор вазифаһын биләй (Архангельск) .
- Платон Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы булып тора (Франция), Петр фән һәм сәнғәт академияһы (Санкт-Петербург), халыҡ-ара рух академияһы һәм хәүефһеҙлек, хоҡуҡ тәртибе һәм оборонаһы проблемалары академияһы ағзаһы,[12]
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беренсе ире — Попович Павел Романович (1930—2009), СССР летчик-космонавы. 1980 йылда айырылашалар.
- Ҡыҙҙары (икеһе лә Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған):
- Икенсе ире — Жихорев Борис Александрович (1948), хәрби осоусы, отставкалағы авиация генерал-майоры[9]. «Совет офицерҙары союзы» Үҙәк советының рәйесе урынбаҫары, Мәскәү өлкә ССО ойошмаһы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1985 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (12.02.1985)
- 1961 — «Почёт Билдәһе» ордены (31.07.1961)
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- 1972 — ФАИ алтын авиация миҙалы — аэронавтик белем таратыуы өсөн
- 2004 — Рәсәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙаныштарын таныуҙың Милли йәмәғәт «Олимпия» премияһы [21].
Ҡайһы бер гәзиттәрҙә һәм интернет-баҫмалар Попович Социалистик Хеҙмәт Геройы[22] исемен алған тип күрһәтелә, ә осоусы үҙе тамашасылар алдында фотоға күкрәгендә «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән төшә. Ысынында Попович был исемгә лайыҡ булмай, шул уҡ исем менән награданы 2001 йылда үҙенең 70 йыллығына, Сажа Умалатова ҡулынан ала[8][23][24].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. Л. Попович Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы[12]. Ул баҫтырып сығарған китаптары араһында:
- «Прыжок в небо»
- 1972 — «Старт над облаками» (в сборнике «Жизнь — вечный взлёт»)
- 1981 — «Хождение за два Маха»
- «Сёстры Икара»
- 1988 — «Автограф в небе»
- 2003 — «НЛО над планетой Земля»
- «УФО-гласность»
- 2007 — «Магия неба»
- «Наедине с небесами» (в соавторстве с Б. А. Жихоревым)
- «Система передачи информации» (в соавторстве с В. Поповой и Л. Андриановой)
- «Письма внеземных цивилизаций» (в соавторстве с В. Поповой и Л. Андриановой)
- «Я — лётчик. Воспоминания и размышления» (2011)[25]
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. Лена Попович — киносценарийҙар авторы:
Йыл | Исеме | Роль | |
---|---|---|---|
1983 | ф | «Букет фиалок» | сценарист |
1974 | ф | «Небо со мной» | сценарист |
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылдың 7 майында Марина Поповичҡа арналған һәйкәл Мәскәү өлкәһенең Чкаловскийхәрби аэродромында урынлашҡан һынау үҙәге территорияһында асыла[26].
Марина Попович исеме менән Ҡыҫала йондоҙлоғонда йондоҙ аталған[4]
Краснодар крайы Мостовский районы үҙәгендә уның исемен урам йөрөтә [27].
Саранск 36-сы урта мәктәбенең пионер дружинаһы М.Л.Попович исемен йөрөткән.[1]
Документалистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Разлучённые небом» документаль фильм. Беренсе канал, «Осрашыу» студияһы, 2010 й.[28]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ РБК, 30 ноября 2017. Умерла летчик-испытатель Марина Попович
- ↑ Попович Марина Лаврентьевна // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 489. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
- ↑ 3,0 3,1 ТАСС: Биография летчика-испытателя Марины Попович Подробнее на ТАСС: http://tass.ru/info/4774529
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Попович Марина Лаврентьевна . // Сайт admin-smolensk.ru. Дата обращения: 1 ғинуар 2011. Архивировано 10 апрель 2012 года. 2022 йыл 20 июнь архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 М. Л. Попович. Фотографии . // Современный музей спорта. Дата обращения: 10 октябрь 2011. Архивировано 10 апрель 2012 года.
- ↑ Инопланетяне стучатся к нам . // Подмосковье-Неделя, № 30, С. 11 (17 октябрь 2001). Дата обращения: 10 октябрь 2011. Архивировано из оригинала 13 апрель 2012 года. 2012 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 Блинова, Екатерина. Богиня русского неба . // pressmk.ru. Дата обращения: 1 ғинуар 2011. Архивировано 10 апрель 2012 года.
- ↑ 8,0 8,1 Черных, Евгений. Как знаменитая лётчица Марина Попович встречалась с йети, видела НЛО и помолодела на 6 лет . // KP.RU (12 июль 2012). Дата обращения: 21 ноябрь 2015.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Колесавина, Наталья. Марина Попович: Миг длиною в жизнь // Аргументы и факты. — 2014. — № 50 (1779) за 10 декабря. — С. 45.
- ↑ Кандакжи Л. Лётчик-испытатель Марина Попович рассказала об инопланетянах 2015 йыл 4 ноябрь архивланған. // Русская служба новостей, 30.08.2015
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Легендарная лётчица-испытатель Марина Попович отмечает 80-летний юбилей . // ИТАР-ТАСС Урал (20 июль 2011). Дата обращения: 15 июль 2012. Архивировано из оригинала 29 апрель 2017 года.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 12,6 Марина Лаврентьевна Попович (Васильева) . // Сайт «Космическая энциклопедия ASTROnote». Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 10 апрель 2012 года.
- ↑ Путь в небо // Октябрьская магистраль. — 2008. — № 7 (14102) за 23 февраля.(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2015)
- ↑ Астахов Р. Як-25РВ. Дальний высотный разведчик . // Русская сила. Современное оружие. Дата обращения: 15 июль 2012.
- ↑ Марина Попович: "Я не верю в НЛО — я их три раза видела" // Правда.Ру
- ↑ Летчика-испытателя Марину Попович похоронят в Москве / ТАСС, 30.11.2017
- ↑ Стала летчицей, чтобы отомстить фашистам: скончалась легендарная Марина Попович // Московский комсомолец, 30.11.2017
- ↑ Легендарную летчицу Марину Попович проводили оружейным салютом // Звезда, 04.12.2017
- ↑ Платова, Галина. Небо затянуло коммерцией. Марина Попович: «Над Красной площадью летела авиация вчерашнего дня» . // Советская Россия (15 май 2010). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано из оригинала 24 июнь 2014 года. 2014 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Колыско, Татьяна. Звезда по имени Марина . // Гудок, № 194 (24 октябрь 2003). Дата обращения: 10 октябрь 2011.
- ↑ Официальный сайт Российской академии бизнеса и предпринимательства
- ↑ Марина Попович: Бабушка под облаками
- ↑ Любимые самолёты Марины Попович — Видеопроект Правды.ру
- ↑ Форум проекта «Герои Страны» • Просмотр темы — Герои от Умалатовой 2013 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑ Я — лётчик. Воспоминания и размышления . // Сайт www.bgshop.ru. Дата обращения: 10 октябрь 2011. Архивировано 10 апрель 2012 года. 2012 йыл 21 июль архивланған.
- ↑ l.ru/news_page/country/more.htm?id=12174341@egNews На аэродроме Чкаловский открыли памятник, посвященный Марине Попович /(недоступная ссылка) mil.ru, 07.05.2018
- ↑ Власти Мостовского на Кубани намерены назвать в честь лётчицы Марины Попович одну из улиц / ТАСС, 01.12.2017
- ↑ Первый канал - Разлучённые небом
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фотографии с Мариной Попович на портале «История России в фотографиях»
- Марина Лаврентьевна Попович. www.roerichs.com.
- Интервью М. Л. Попович. www.drugg.ru.
- «Не могу не верить в НЛО». — Интервью в АиФ.
- Военное детство Марины Попович(недоступная ссылка). Статья в газете «Родник» от 12.5.2010 г.
- Вице-президент МОО «Международный Центр Рерихов»
- «Преодоление» Документальный фильм о Марине Попович
- «Не стало М. Попович» 2020 йыл 3 декабрь архивланған.
- Марина Лаврентьевна Попович (Васильева) // Marina Lavrentievna Popovich (Vasiliyeva)
- Наедине с небесами . Красная звезда. Дата обращения: 2012-7-15.
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 20 июлдә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Смоленск өлкәһендә тыуғандар
- 30 ноябрҙә вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Краснодарҙа вафат булғандар
- Рәсәйҙә ерләнгәндәр
- Санкт-Петербург граждандар авиацияһы университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- III дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- II дәрәжә «За безупречную службу» миҙалы менән наградланыусылар
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса Рәсәй яҙыусылары
- СССР яҙыусылары
- КПСС ағзалары
- Ҡатын-ҡыҙ авиаторҙар
- Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Осоусылар