Эстәлеккә күсергә

Потекаев Николай Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Потекаев Николай Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 сентябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1]
Тыуған урыны Сорочинск районы[d], Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 октябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (97 йәш)
Балалары Потекаев, Николай Николаевич[d]
Һөнәр төрө табип
Эшмәкәрлек төрө Дерматология һәм Венерология
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d], член-корреспондент Российской академии медицинских наук[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены премия Совета Министров СССР

Потекаев Николай Сергеевич (17 сентябрь 1924 йыл31 октябрь 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәй дерматовенерологы, СССР (1988) һәм Рәсәй (1991) Медицина фәндәре академиялары ағза-корреспонденты (1991), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).

Николай Сергеевич Потекаев 1924 йылдың 17 сентябрендә хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Сорочинск районы Һамар ауылында тыуған.

1942 йылда Переволоцкий урта мәктәбен тамамлай, шунан һуң армияла хеҙмәт итә, Краснохолмский хәрби пехота училищеһында уҡый, 1943 йылдың майында хәрби училищены тамамлай һәм кесе лейтенант чинында Көньяҡ-Көнбайыш фронтына танкыға ҡаршы мылтыҡ взводына командир итеп ебәрелә. Ҡаты яралана, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таныла һәм артабан запас полкта хеҙмәт итә. 1946 йылдың яҙында демобилизациялана.

1952 йылда И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү дәүләт медицина институтының дауалау факультетын отличие менән тамамлай. Бында тире һәм венерик ауырыуҙар кафедраһында эшләй һәм артабан клиника ординаторынан кафедра мөдиренә тиклем юл үтә.

1989 йылдан алып — ошо кафедра профессоры.

1990—2000 йылдарҙа бер үк ваҡытта — Мәскәү дәүләт университетының фундаменталь медицина факультетының профессоры булып эшләй.

1978 йылдан 1998 йылға тиклем — СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының янындағы Дүртенсе баш идаралығында (хәҙер ул — РФ Президенты эштәре идаралығының Медицина үҙәге) баш дерматолог.

1988 йыл — СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, 1992 йыл — Рәсәй Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, 2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

Артабанғы йылдарҙа Мәскәү ҡалаһының дерматовенерология һәм косметология Һаулыҡ һаҡлау Департаменты фәнни-ғәмәли үҙәгендә эшләй.

2021 йылдың 31 октябрендә вафат була[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дерматовенерология өлкәһе белгесе.

400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән китаптар, монографиялар, методик тәҡдимдәр, уҡыу әсбаптары, белешмәләрҙең авторы.

Рәсәйҙә тәүге булып яман Дегос папулезын, феогифомикозды һәм СПИД сире клиникаһын асыҡлай.

Донъя практикаһында бьеренсе булып экстракорпораль ысулдарҙы (гемодиализ) fesh дерматоз ваҡытында ҡуллана башлай, ә аҙаҡ уларҙы гиребарий оксигенацияһы һәм плазмоферез ҡулланып дауалау юлын эшләй; дауалау практикаһына Лайма сирен дауалауға рәсәй препараты "Ампиокс"ты индерә.

Рәсәйҙә тире лимфомаһы һәм Капоша саркомаһын электр нурҙары менән дауалау һәм ВИЧ чирлеләрҙең нервы систиемаһы сифилисын юғары доза пеницилин менән дауалауҙың инициаторы.

Үҙенең уҡытыусыһы СССР Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты Виктор Александрович Рахманов иҫтәлегенә (1984 йылдан башлап) «Рахманов уҡыуҙары» конференцияларын йыл һайын ойоштороусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[3]
  • СССР Министрҙар Советы премияһы (1984) — вируслы дерматоз өлкәһендәге фәнни ҡаҙаныштары өсөн
  • И. М. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһының атҡаҙанған прфессоры
  1. Потекаев Николай Сергеевич // https://www.biografija.ru/biography/potekaev-nikolaj-sergeevich.htm
  2. Официальный сайт РАН. Дата обращения: 8 ноябрь 2021. Архивировано 8 ноябрь 2021 года. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 сентябрь 2022)
  3. Потекаев Николай Сергеевич, Орден Отечественной войны II степени. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 ноябрь 2019.