Эстәлеккә күсергә

Поткин Владимир Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Поткин Владимир Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) или 21 ғинуар 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1]
Тыуған урыны Калманский район[d], Алтай крайы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 май 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Вафат булған урыны Түбәнге Тагил, Свердловск өлкәһе, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө инженер-конструктор
Эшмәкәрлек төрө инженер[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги перед Отечеством» III степени

Влади́мир Ива́нович По́ткин (21 ғинуар 1938 йыл, СССР РСФСР, Алтай крайы, Калманка ауылы — 13 май 1999 йыл, Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһе, Түбәнге Тагил) — совет танктар конструкторы, Т-90 хәҙерге рәсәй танкын төҙөүсе.

Уйлап табыуға 13 таныҡлыҡ һәм 4 патент авторы.

1938 йылдың 21 ғинуарында [2] Алтай крайы Калманка ауылында тыуған.

Алтайҙа оҙаҡ йәшәмәй, ул беренсе класҡа Новосибирск ҡалаһындағы 49-сы мәктәпкә уҡырға бара. Уны тамамлағас, Ташкент танк училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Поткин ете йыл взвод менән — башта Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмдәре частарының береһендә, һуңынан — Симферополдә командалыҡ итә.

1965-1970 йылдарҙа бронетанк ғәскәрҙәре хәрби академияһы тыңлаусыһы, хәрби инженер-конструктор. Ғәскәри хеҙмәтен Поткин батальон командирының техник часть буйынса урынбаҫары вазифаһында тамамлай.

1971 йылдан Владимир Иванович Оборона министрлығы сәнәғәтпенең Дзержинский исемендәге Урал вагондар эшләү заводындағы «520» бүлегенең өлкән инженер-конструкторынан алып Урал транспорт машиналары эшләү конструкторҙар бюроһының баш конструкторына тиклем юл үтә.

Т-72 танкын модификациялауҙа ҡатнаша. 1987 йылда Урал транспорт машиналары эшләү Конструктор бюроһының баш конструкторы һәм начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1993 йылда Рәсәй Армияһы ҡоралланыуына алынған Т-90 танкына нигеҙ һалыусы.

Бер үк ваҡытта Поткин етәкселегендә Уралвагонзаводта универсаль бәләкәй габаритлы ПУМ-500 тейәгес, бер сүмесле сылбырлы тәгәрмәсле универсаль гидравлик ЭО-5126 экскаваторы, тәгәрмәсле тулы боролошло ЭО-33211 гидравлик экскаваторы производствоға индерелә.[3]

1999 йылдың 13 майында иртән эш өҫтәле артында йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат була. «Пихтовые горы» зыяратында ерләнгән.

Үлгәндән һуң III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнә.

Рәсәй федерацияһы хөкүмәте ҡарары менән, Т-90 танкыһына «Владимир» исеме бирелде[4].

  1. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  2. «Владимир» на броне. Дата обращения: 6 март 2011. Архивировано 4 март 2016 года.
  3. Поткин Владимир Иванович. Дата обращения: 15 май 2013. Архивировано 4 март 2016 года.
  4. «Владимир» в броне. Дата обращения: 14 февраль 2019. Архивировано 15 февраль 2019 года.
  • Куракса О.А. Главный конструктор танков В. И. Поткин (русский) // Техника и вооружение вчера, сегодня, завтра : журнал. — 2014. — № 06. — С. 5—13.