Приют районы
Ил | |
---|---|
Статус | |
Урынлашҡан урыны | |
Берләштерә |
19 ауыл советын (1930 йыл) |
Административ үҙәк |
Приют |
Барлыҡҡа килеүе |
1930 |
Тарҡалыуы |
1932 |
Рәсми телдәр | |
Халҡы |
37,2 мең |
Милли состав |
урыҫтар, башҡорттар, татарҙар |
Конфессиональ состав |
православие |
Майҙаны |
1542 км² |
Ваҡыт бүлкәте | |
Приют районы (рус. Приютовский район) — Башҡорт АССР-ы составында 1930 йылдың 20 авгусында Бәләбәй кантоны улустарынан төҙөлгән һәм 1932 йылдың 20 февралендә бөтөрөлгән район.
Ул БАССР-ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашып, төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан Бәләбәй районы, көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан Бишбүләк районы, көнбайыштан Татар АССР-ы менән сиктәш була.
Майҙаны — 1542 кв. км. Район үҙәге — Приют ауылы. Районда 19 ауыл советы, 172 тораҡ пункты була.
Халҡы — 37,2 мең кеше (1930), күпселек урыҫтар. Иҡтисадтың нигеҙен сусҡасылыҡҡа, иген культуралары үҫтереүгә махсуслашҡан ауыл хужалығы тәшкил итә. 34 колхоз, «Спартак» совхозы, тирмән һәм элеваторы булған.
42 дөйөм белем биреү мәктәбе, район үҙәк дауаханаһы, мәҙәниәт йорто булған. «Знамя Коммуны» гәзите баҫылған (башҡ. Коммуна байрағы).
1932 йылдың 20 февралендә Бөтә Рәсәй башҡарма комитеты ҡарары менән бөтөрөлә, төп территорияһы Бәләбәй районы составына тапшырыла. Шул уҡ ваҡытта Приют, Яңы Шах, Иҫәкәй ауыл советтары һәм Знаменка ауыл советының Ҡаракүл, Тарасовка тораҡ пункттары, Тарҡаҙы ауыл советының Байков тораҡ пункты Бишбүләк районы составына индерелә. 1935 йылдың ғинуарында улар БАССР-ҙың яңы ойошторолған Йәрмәкәй районына тапшырыла.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Приют районы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.