Эстәлеккә күсергә

Проект:АХБ төҙәтеү/Сабитов Альберт Миҙхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Альберт Миҙхәт улы Сабитов
Тыуған көнө

18 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны

Ҡарғалы (Чистай районы), ТАССР, СССР

Ил

СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

педагог

Эшләгән урыны

БАХ ҒТИ

Альма-матер

БАХИ

Ғилми дәрәжәһе

фән кандидаты

Сабитов Альберт Миҙхәт улы (18 октябрь 1936 йыл) — СССР һәм Рәсәй-ҙең ғалим-селекционеры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1987). Сабирйән Ҡунаҡбаев исемендәге премия лауреаты (2001).

Биографияһы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Сабитов Альберт Миҙхәт улы 1936 йылдың 18 октябрендә Татар АССР-ы Чистай районының Ҡарғалы ауылында тыуған.

1960 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

Хеҙмәт

Альберт Миҙхәт улы Сабитов Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең үҫемлекселек проблемалары буйынса совет ағзаһы[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Сабитов А. М. 1982 йылда «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Селекция һәм орлоҡсолоҡ — уның фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре[2]. Ул ҡарабойҙайҙың «Ағиҙел», «Башкирская красностебельная», «Дёмская», «Землячка», «Илишевская», «Инзерская», «Чишминская» һәм «Уфимская» сорттарын сығара. Ул — 8 уйлап табыу һәм 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1987)
  • Сабирйән Ҡунаҡбаев исемендәге премия (2001)

Һылтанмалар

[сығанаҡты үҙгәртеү]