Протвинь Иван Степанович
Протвинь Иван Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 10 июнь 1926 |
Тыуған урыны | Бәләбәй районы |
Вафат булған көнө | 18 август 1944 (18 йәш) |
Вафат булған урыны | Литва Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР |
Ерләнгән урыны | Жагаре[d] |
Хәрби звание | ефрейтор |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Протвинь Иван Степанович (10 июнь 1926 йыл — 18 август 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусыһы, ефрейтор. Советтар Союзы Геройы (1945 йыл, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Степанович Протвинь Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Колайключ ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районының Аксаков ҡасабаһы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. Аксаков урта мәктәбен тамамлай һәм армияға тиклем Куйбышев тимер юлының ултыртылған ағастарҙы һаҡлау дистанцияһында хисапсы булып эшләй.
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына И. С. Протвинь 1943 йылдың көҙөндә Бәләбәй район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла һәм снайперҙар мәктәбенә ебәрелә. Шунда уҡ ул танкыға ҡаршы ҡоралды үҙләштерә. Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта ефрейтор И. С. Протвинь 1944 йылдың июленән 1379-сы уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡоралды тоҫҡаусы вазифаһында (87-се уҡсылар дивизияһы, 51-се армия, 1-се Балтик буйы фронты).
1944 йылдың 5 июлендә Шяуляй операцияһы башлана, уның барышында 51-се армия частәре Паневежис һәм Шяуляй ҡалаларын азат итә. Операция һөҙөмтәһендә Ҡыҙыл армия ғәскәрҙәре, немец армияһының «Төньяҡ» төркөмөн ҡырҡып, Рига ҡултығы ярына сыға. 1944 йылдың авгусында немец командованиеһы ҡамауҙағы төркөмөн сығарыу маҡсаты менән Балтика буйында көслө ҡаршы һөжүм аса. 51-се армия позициялары Шяуляу янында вермахтың өс пехота һәм ете танк дивизияһы һөжүме аҫтында була. 1944 йылдың 18 авгусында 1379-сы уҡсылар полкы оборона участкаһында литва ҡасабаһы Круопяй янында немецтар алышҡа 14-се танк дивизияһы составынан 100-ҙән ашыу танк һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаларын, өс батальон пехотаһын ташлай. Яуҙа бронебойщик И. С. Протвинь дошмандың ике танкыһын сафтан сығара, әммә бер «Тигр» полктың оборона һыҙығына үтә. Ефрейтор Протвинь гранаталар бәйләме менән дошман танкыһының гусеницаһы аҫтына ташлана һәм үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, уны шартлата. Иван Протвинь Литва Республикаһының Жагаре ҡалаһында туғандар ҡәберлегендә ерләнә (элекке граф Нарышкин усадьбаһы паркы, 10-сы ҡәбер).
1945 йылдың 24 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ефрейтор Протвинь Иван Степановичҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы (1945).
- «Алтын йондоҙ» миҙалы (24.03.1945, үлгәндән һуң);
- Ленин ордены (24.03.1945, үлгәндән һуң).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы Протвинь Иван Степанович исеме менән Башҡортостан Республикаһы Аксаков ҡасабаһында урам аталған.
- Протвинь урамында ул йәшәгән 39-сы һанлы йортҡа яҙыу менән мемориаль таҡта ҡуйылған:
Был йортта Советтар Союзы Геройы Иван Степанович Протвинь йәшәгән.[1]
- И. С. Протвинь исемен Аксаков ҡасабаһының 41-се һанлы урта мәктәбе йөрөтә. Уның бинаһында яҙыу менән мемориаль таҡта ҡуйылған:
Был мәктәптә 1926 йылдың 6 июнендә тыуған Советтар Союзы Геройы Иван Степанович Протвинь уҡыған, 28.08. 1944 һәләк булған
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Белебеевсий мунициавльный район. Перечень мемориальных доскок 2016 йыл 18 август архивланған..
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Лицом на запад. — Уфа, 1972.
- Свердлов Фёдор Давыдович. Фронтовыми дорогами Литвы. — Вильнюс: Минтис, 1985. — 160 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Протвинь Иван Степанович . «Герои страны» сайты.
- Городской портал города Белебея и Белебеевского района. 2010 йыл 13 декабрь архивланған. 22 сентября 2012 года.
- Башкирский республиканский музей боевой славы. Архивировано 22 сентября 2012 года.
- Протвинь Иван Степанович на www.az-libr.ru. 2014 йыл 5 август архивланған. 22 сентября 2012 года.
- Биография И. С. Протвиня в интернет-газете БАШвестЪ. 2012 йыл 21 сентябрь архивланған. 22 сентября 2012 года.
- И. С. Протвинь на сайте информационного агентства Башинформ. 2016 йыл 4 март архивланған. 22 сентября 2012 года.
- 10 июндә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Бәләбәй районында тыуғандар
- 18 августа вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар
- Бөйөк Ватан һуғышы снайперҙары
- Литвала вафат булғандар
- Башҡортостан шәхестәре