Путинцева Нина Яковлевна
Путинцева Нина Яковлевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 20 май 1927 |
Тыуған урыны | Геленджик[d], Северо-Кавказский край[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 16 март 1989 (61 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Путинцева Нина Яковлевна (Карпенко) (20 май 1927 йыл — 16 март 1989 йыл) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, СССР Аҙыҡ-түлек сәнәғәте министрлығының «Геленджик» виноград үҫтерең совхозы звено етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1950).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Путинцева Нина Яковлевна 1927 йылдың 20 майында Төньяҡ-Кавказ крайы Кубань округының Геленджик ҡалаһында рус эшсе ғаиләһендә тыуа.
Хеҙмәт юлын 1940 йылда «Геленджик» совхозында йөҙөмсөлөктә башлай, һуңыраҡ 2-се бүлек звено етәксеһе була. Геленджик ҡалаһында йәшәй[1].
1949 йылда Карпенко 5,3 гектар майҙанда гектарынан 105,7 центнер йөҙөм алыуға өлгәшә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1950 йылдың 26 сентябрендәге Указына ярашлы, ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән һәм виноградтан рекордлы уңыш алған өсөн Нина Яковлевна Карпенкоға (Путинцева) Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә Ленин ордены менән ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы» тапшырыла.
Артабан ул юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүен дауам итә һәм икенсе Ленин ордены менән бүләкләнә.
Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. Ҡала хеҙмәтсәндәренең Геленджик ҡала советы депутаты була итеп һайлана.
Геленджикта йәшәй. 1989 йылдың 16 мартында вафат булды. Марья урманы ауылы зыяратында ерләнә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын йондоҙо (26.09.1950)
- ике Ленин ордены (26.09.1950, 27.08.1951)
- «Хеҙмәт фиҙакәрлеге өсөн» миҙалы (23.08.1952)
- башҡа миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1984 йылда Орлова һәм Путинцевый исемендәге приз булдырыла, ул уңыш йыйыу һөҙөмтәләре буйынса йыл һайын иң яҡшы йөҙөмсөгә бирелә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Карпенко (Путинцева) Нина Яковлевна . gelendzhik.org. Дата обращения: 12 март 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Трудовая слава Кубани. Под ред. Л. Н. Заздравных. Краснодар, 2003
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Путинцева Нина Яковлевна . «Герои страны» сайты.