Пьемонт теле
Пьемонт теле | |
Телдең үҙатамаһы |
Lenga piemontèisa һәм Piemontèis |
---|---|
Классификация | |
Категория | |
| |
Әлифба | |
Тел коды | |
ISO 639-1 |
— |
ISO 639-2 |
— |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Пьемонт теле (пьемонт һөйләше; пьем. lenga piemontèisa) — галло-итальян телдәренең береһе, Италияның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге Пьемонт провинцияһында таралған. Итальян диалекты тип һанала. Был телдә 2 миллион кеше һөйләшә.
Таралыу өлкәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пьемонт теле Пьемонт провинцияһының үҙәк өлөшөндә таралған. Пьемонт өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә окситан һәм арпитан телендә һөйләшәләр. Окситан, арпитан телдәре араһында айырма ҙур түгел. Уларҙың һөйләше, ҡайһы бер һыҙаттарын һаҡлап, пьемонт теле менән алмашына.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пьемонт телендә беренсе документтар 12 быуатта уҡ яҙылған. 17—18 быуатта үҫешкән әҙәби тел француз һәм итальян телдәре менән ярышып ихтирам яулай алмай. Шулай ҙа пьемонт телендә поэзия, драматургия, роман ижад итеү, фәнни эштәр яҙыу бер ваҡытта ла туҡтамай.