Эстәлеккә күсергә

Пью (ҡала-дәүләттәр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пью
Нигеҙләү датаһы Б. э. т. II быуат
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1050
Урынлашыу картаһы
Карта
 Пью Викимилектә

Пью (ပျူ မြို့ပြ နိုင်ငံမျာ) — беҙҙең эраға тиклем II быуаттан алып беҙҙең эраның IX быуатына тиклем булған һәм хәҙерге Үрге Бирма (Мьянмала) территорияһында урынлашҡан ҡала-дәүләттәр төркөмө. Ҡала-дәүләттәр тибет-бирман тел төркөмсәһенең шул уҡ исемдәге телендә һөйләшкән һәм көньяҡҡа табан киткән пью халҡы тарафынан булдырыла. Улар — Бирма территорияһында тәүләп йәшәй, һәм улар тураһында яҙмалар һаҡланып ҡалған[1]. Пью цивилизацияһы бронза быуатынан алып IX быуат аҙағында Паган дәүләте барлыҡҡа килгән классик дәүергә тиклемге тарихи дәүерҙе биләй.

Ҡала-дәүләттәрҙең биш төп ҡәлғәһе һәм бер нисә бәләкәй ҡаласығы археологтар тарафынан табыла. Улар Үрге Бирманың өс төп һуғарылған районында урынлаша: Му йылғаһы үҙәне, Чаусхе үҙәне һәм Минбу төбәге, Иравади һәм Чиндуин йылғалары ҡушылған ерҙәр тирәләй. Ҡытай һәм Һиндостан араһындағы ҡоро ер буйлап һуҙылған сауҙа юлының бер өлөшө булараҡ, Пью батшалығы яйлап көньяҡҡа табан киңәйә. I быуатта Үрге Бирманың төньяҡ ситендә нигеҙләнгән Халин ҡала-дәүләте VII йәки VIII быуатҡа тиклем иң ҙур һәм иң мөһим ҡала була, шунан һуң батшалыҡтың көньяғында ятҡан Шрикшетра ҡалаһы ҙурлыҡ буйынса алға сыға. Халиндан ике тапҡырға ҙурыраҡ Шрикшетра Пьюҙың иң ҙур һәм абруйлы үҙәге була.[1]

Наньчжао короллегенең күп тапҡырҙарә тапҡырҙар баҫҡынсылыҡ ҡылыуы һөҙөмтәһендә ҡала-дәүләттәр емерелә, һәм мең йыллыҡ буйына хакимлыҡ иткән батшалыҡ 9-сы быуатта юҡҡа сыға. 12 быуатта пью халҡы үҙ телен һаҡлап ҡала, әммә 13 быуатта улар бирмандар тарафынан ассимиляцияға дусар ителә[2]. Халин, Пейтано һәм Шрикшетра ҡала-дәүләттәре ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары булып тора.[3]

Археологик табылдыҡтарҙың етешмәүе арҡаһында, төбәктең боронғо тарихы тураһында фараз итергә генә ҡала. Мьянмала иң тәүге тораҡ пункттары, нигеҙҙә, Иравади йылғаһына яҡын ятҡан ҡоро ерҙәрҙә урынлаша һәм беҙҙең эраға тиклемге 11 000 йылдарға ҡарай, тип фаразлана. Таунджи янындағы өс мәмерйәлә, Шан убалары итәгендә беҙҙең эраға тиклемге 10—6000 йылдарға ҡараған неолит артефакттары табылған, тип фараз ителә[4].

Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 1500 йыл тирәһендә төбәк халҡы бронза иретә, дөгө үҫтерә, йорттарында сусҡа һәм тауыҡ тота (донъяла тәүгеләрҙән булып йорт малдарын аҫырай башлай). Беҙҙең эраға тиклем 500-сө йылдарҙа хәҙерге Мандалаянан көньяҡҡа ҡарай тимер инструменттар эшләгән кешеләр тораҡтары барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта төбәктә бронза менән биҙәлгән табуттар һәм керамика ярсыҡтары булған ҡәберлектәр табыла[5]. Мандалаянан көньяҡҡа табан Самон йылғаһы үҙәнендә табылған археологик ҡаҙылмалар урындағы халыҡтың дөгө үҫтереүен һәм беҙҙең эраға тиклем 500 йылдан алып беҙҙең эраның 200 йылына тиклем Ҡытай менән сауҙа эштәрен алып барыуын раҫлай[6].

Беҙҙең эраға тиклем II быуат тирәһендә Иравади йылғаһы үҙәненә хәҙерге Юньнани территорияһынан сино-тибет телдәре ғаиләһенең тибет-бирман тармағы телендә һөйләшкән пьюлар килеп төпләнә башлай. Хәҙерге Ҡытайҙың Цинхай һәм Ганьсу[7] провинцияларында урынлашҡан Кукунор пью халҡының тәүге ватаны иҫәпләнә. Пью халҡы Иривади һәм Чиндуин йылғалары ҡушылған урынды уратып ятҡан тигеҙлектәр буйлап тарала[1][8]. Уларҙың ерҙәре көньяҡтағы Шрекшетрынан төньяҡтағы Халинға тиклем һуҙыла; көнсығышта Биннако һәм Маинмо, ә көнбайышта Аядочхе менән сикләнә[9].

2005 йылға тиклем стеналар менән уратып алынған 12 пью ҡалаһы, шул иҫәптән Бирма колонияға әйләнгәнгә тиклемге өс мөһим төбәгендә урынлашҡан, стеналар менән уратып алынмаған бер нисә бәләкәй тораҡ пункты табыла: төньяҡта Му йылғаһы үҙәнендә, үҙәктә Чаусхе тигеҙлектәрендә һәм көньяҡ-көнсығышта Минбу төбәгендә[10]. Пью менән бер ваҡытта Көньяҡ-Көнсығыш Азияның классик дәүләте булған Бапном (Камбоджа) һәм Тямпа (Вьетнамдың көньяғы); Дваравати (Таиланд), Тамбралинг һәм Шривиджая (Суматраның көньяҡ-көнбайышы) тип аталған ҡалалар була[11].

Пьюның бөлгөнлөккә төшөүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наньчжаонан 9 быуатта Иравади йылғаһы үҙәненең үрге өлөшөнә мранма «етеҙ һыбайлылары» килеп төпләнә. Тан хроникаларына ярашлы, Наньчжаонан килгәндәр 754[12] йәки 760 йылда Үрге Бирмаға барымта һуғыштарын аса[12]. 763 йылға Наньчжао короле Гэлофэн (蒙閣羅鳳) Үрге Бирманы буйһондора[13]. 9 быуатта Наньчжаоның барымталары айырыуса йышая. Ҡытай сығанаҡтарына ярашлы 832 йылда Наньчжао яугирҙары пьюларҙың ҡаршылығын юҡҡа сығара һәм Халинда 3000 кешене әсир итеп ала[1]

Шул уҡ ваҡытта ҡалалар барымта ҡорбаны булған тип әйтеп булмай. Моғайын, Наньчжаоларҙың даими хәрби рейдтары пьюны көсһөҙләндергәндер һәм мранмаларға (бирмандарға) уларҙың территорияларында урынлашырға мөмкинлек биргәндер[14].

Бирмандар әкренләп күсенә, 870 йылда Халинда әле кешеләр йәшәгән була. Бирман хроникалары, мранмалар 849 йылда нығытылған Паган ҡалаһына нигеҙ һала, тип билдәләй, әммә радиоуглерод ярҙамында дата билдәләү ысулы түбәндәге мәғлүмәттәрҙе раҫлай: Пагандың боронғо диуарҙары яҡынса 980 йылда төҙөлгән, ә төп нығытмалар Паган батшалығына[15] нигеҙ һалыусы Аноратха хакимлығы башланғанға тиклем 24 йыл элек, яҡынса 1020 йыл менән билдәләнгән[16].

10 быуат аҙағына бирмандар Пью ерҙәре менән идара итә башлай, ә 11 быуат уртаһында Иравади үҙәнен һәм уның тирә-яғын берләштерә. Пью мәҙәниәте бирма илдәрендә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Пью риүәйәттәре бирман халҡының риүәйәттәре булып китә; Пагандың бирма хакимдары, улар Шрикшетра һәм Тагаундан килеп сыҡҡан, тип раҫлай (хәҙге фән быны кире ҡаға)[14][17]. Пьюларҙың Үрге Бирмалағы тораҡ пункттары өс быуат буйы һаҡлана, ләкин пью халҡы әкренләп Паган батшалығы тарафынан ассимилияцияға дусар ителә. 13 быуатҡа пьюлар үҙҙәрен бирмандар тип иҫәпләй башлай[2]

Пью батшалығы 9 быуатта, мранма халҡының һөжүмдәренә тиклем

Әлеге ваҡытҡа тиклем ҡаҙылған 12 ҡала-ҡәлғәнең бишәүһе —Пейктано, Минмо, Биннака, Халин һәм Шри Кшетра ҡалаларының иң ҙур харабалары

Минбу һуғарылған төбәгендә ятҡан Пейктано[en] (хәҙерге Таундуинджинан алыҫ түгел) — Пьюның иң боронғо ҡала-дәүләте. Уның емереклектәре — ҙур булмаған ҡоролмалар, керамика, артефакттар һәм кеше һөлдәләре — беҙҙең эраға тиклем 200 йылдан алып беҙҙең эраның 100 йылына тиклем ҡоролған йәки йәшәгән тип билдәләнә. Ҡала Бирма тарихында сәйәси йәһәттән берҙәм дәүләттең тәүге баш ҡалаһы булыуы ихтимал. Яҡынса 300 га майҙанды биләгән ҙур, нығытылған тораҡ пункты ул. Ҡаланы уратып алған диуарҙар һәм нығытмаларының ҡалынлығы алты метрға етә. Күпселек ҡалаларҙағы кеүек үк, Пьюла ҡаланың көнсығышҡа ҡарай асылған төп ҡапҡаһынан юл һарайға табан йүнәлтелгән. Археологик ҡаҙылма эштәре алып барылғанда баҫҡыстар һәм монастырь ҡоролмалары ла табыла[10][18].

Маинмо ла Чаусхе төбәгендә урынлашҡан була. Уның төҙөлөшө беҙҙең эраға тиклем беренсе мең йыллыҡҡа ҡарай. Майҙаны 222 гектар булған Маинмо Чаусхе тигеҙлегендә иң ҙур боронғо ҡалаларҙың береһе булып тора. Ҡаланы канал икегә бүлгән, канал хәҙерге заманда төҙөлгән, тип һанала, әммә был фәнни яҡтан раҫланмаған. 1979 йылда башланған археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында бик күп артефакттар, шул иҫәптән биҙәнеү әйберҙәре, көмөш тәңкәләр табыла. Артефакттарҙың күбеһе, мәҫәлән, тәңкәләр, Пейктано һәм Биннакта табылғанға оҡшаш тиерлек[10].

Биннака шулай уҡ Чаусхе төбәгендә урынлашҡан. Ул күп йәһәттән Маинмоға оҡшаш. Археологик ҡаҙыныу һөҙөмтәһендә алтын муйынсаҡтар, ҡиммәтле таштарҙан эшләнгән фил, гөбөргәйел һәм арыҫландар һүрәттәре, пью керамикаһы, яҙыулы терракот табличкалар һәм оникстан, гәрәбә һәм нефрит ташынан эшләнгән төрлө типтағы мәрйендәр табыла. Шулай уҡ унда алтын мунсаҡтар һәм алтын биҙәүестәр ҙә табыла. Хроникаларға ярашлы, Биннака хакимы бирма халҡы йәшәгән ҙур булмаған Тагаун ҡасабаһын баҫып ала[19]. Биннакала яҡынса XIX быуатҡа тиклем кешеләр йәшәгән[10].

Халин (Халинчжи), Му йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан, Бирманың колониаль осорона тиклемге иң ҙур һуғарылған райондарының береһе, әлегә тиклем табылған иң төньяҡ Пью ҡалаһы булып тора. Халиндың иң боронғо артефакттарының береһе — ҡаланың ағас ҡапҡалары, улар беҙҙең эраға тиклем 70 йылда эшләнгән. Ҡаҙып сығарылған диуарҙары 3,2 километрға һуҙыла. Майҙаны 664 гектар булған ҡала Пейктанонан ике тапҡырға ҙурыраҡ. 12 ҡапҡаның дүртеһе төп ҡапҡалар була. Ҡала аша йылға аға (бәлки, был канал булғандыр). Ҡаланы уратып соҡор ҡаҙылған була, тик көньяҡ диуарҙар янында ғына соҡор юҡ. Моғайын унан йылға ағып ятҡанға шундай ҡарар ҡабул ителгәндер. Һыуһаҡлағыс төҙөү өсөн йылға быуалған була. Ә беҙҙең эраның 1 йылында ла Халинда сығарылған тоҙ юғары баһалана.

VII быуатҡа Шрикшетра Халинды уҙып китә һәм Пьюның эре ҡалаһына әйләнә.[20]

Ҙур булмаған ауылдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Hall 1960: 8-10
  2. 2,0 2,1 Myint-U 2006: 51-52
  3. Pyu Ancient Cities. Ahc.unesco.org. Дата обращения: 16 ғинуар 2018. Архивировано 12 июль 2018 года.
  4. Cooler 2002: Chapter I: Prehistoric and Animist Periods
  5. Myint-U 2006: 45
  6. Hudson 2005: 1
  7. Moore 2007: 236
  8. Aung-Thwin 2005: 16
  9. Aung-Thwin 2005: 327
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Aung-Thwin 2005: 18-19
  11. Aung-Thwin 2005: 25-26
  12. 12,0 12,1 Coedès, George. The Indianized States of Southeast Asia / Walter F. Vella. — University of Hawaii Press (инг.)баш., 1968. — ISBN 978-0-8248-0368-1.
  13. Harvey 1925: 13-15
  14. 14,0 14,1 Cooler 2002: Chapter II The Pre-Pagan Period: The Urban Age of the Mon and the Pyu
  15. Aung-Thwin 2005: 38
  16. Aung-Thwin 2005: 36-37
  17. Hall 1960: 7
  18. Aung-Thwin 1996: 77
  19. Aung-Thwin 2005: 328
  20. Aung-Thwin 2005: 21-23