Гәрәбә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәрәбә
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған амбра[d]
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ 2,3 ± 0,2
 Гәрәбә Викимилектә

Гәрәбә —  таш булып ҡатҡан ҡаҙылдыҡ ыҫмала, үрге аҡбур һәм палеоген осорҙарындағы  боронғо ылыҫлы ағастарҙың ҡатҡан сайыры[1][2][3]. Башлыса ювелир һәм галантерея әйберҙәре, бижутерия эшләү өсөн ҡуланыла; бик әҙ генә күләмдә фармацевтикала, парфюмерияла, аҙыҡ-түлек, химия һәм электрон сәнәғәтендә файҙаланыла.

Шиғри атамалары — «диңгеҙҙең күҙ йәштәре», «ҡояш бүләге» һ.б.

Эсендә бөжәк ҡалып ҡатҡан гәрәбә  (инклюз)

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәрәбәнең французса атамаһы (ambre) ғәрәп теленән алынған. Ғәрәптәр ташты күктән төшөп ҡатҡан ысыҡ тип һанаған. Аmber  тип трансформацияланғандан һуң был һүҙ хәҙерге роман һәм  герман телдәренең күбеһенә инә. Германияла  гәрәбәне бернштайн (нем. Bernstein) тигәндәр — нем. Brennenstein (янар таш) һүҙенән алынған: гәрәбә бик еңел тоҡана һәм матур ялҡын менән хуш еҫ таратып яна.  Урта түбәнге немец атамаһы Польшала (пол.пол. bursztyn) тарала, унан белорусса  һәм украинса бурштын[4] тигән атама килеп сыға.

Боронғо гректар гәрәбәне  электрон тип атаған — был исемде Өлкәр йондоҙ тупланмаһына ҡараған  Буға йондоҙлоғондағы Электра йондоҙо атамаһынан алғандар. Боронғо гректарҙы гәрәбәнең зарядланыу һәләте ҡыҙыҡһындырған. Гәрәбәнең грекса атамаһынан (бор. грек.бор. грек. ἤλεκτρον) электрон һәм электр һүҙҙәре барлыҡҡа килгән.

Башҡорт теленә гәрәбә һүҙе фарсы теленән ингән [5]

Гәрәбәнең төп үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кристалдар хасил итмәй,  аморф каркаслы полимер. Нурҙың икегә айырылыуы, яҡтылыҡтың тарҡалыуы, яҡтыны үткәргәндә төҫө үҙгәреү хас түгел. Йотоу спектры интерпретацияланмай. Люминесценцияһы зәңгәрһыу-аҡтан һарғылт-йәшелгә тиклем, бирмиттыҡы — зәңгәр. Яныусан — шырпы ялҡынынан да тоҡанырға тора. Ышҡығанда электрлаша. Һәйбәт шымартыла. Асыҡ һауала әүҙем окислана (иҫкерә), шунлыҡтан ваҡыт үтеү менән химик составы, төҫө үҙгәрә, муртыҡлана. 

Гәрәбәнең төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя океаны музейының гәрәбә өлгөләре «Витязь»  ғилми-тикшеренеү судноһының  «гәрәбә» каютаһында:
№ 1. Копал. Фиджи, 11,7 млн йыл элек.
№ 2. Инклюзлы доминик гәрәбәһе. 56—23 млн йыл элек.
№ 3. Гәрәбә. Япония, 50—40 млн йыл элек.
№ 4. Инклюзлы копал. 2,6 млн йыл элек.
№ 5. КопалКения, 11,7 млн йыл элек.
№ 6. Гәрәбә. Ливан, 135—130 млн йыл элек.
№ 7. Гәрәбә. Украина, 45—42 млн йыл элек.
№ 8. Гәрәбә. Борнео, 20—10 млн йыл элек.
№ 9. Һибелмә гәрәбә. Германия, 56 млн йыл элек.
№ 10. Гәрәбә. Иордания, 145—100 млн йыл элек.
№ 11. Гәрәбә. Швейцария, 50 млн йыл элек.
№ 12. Япраҡ һүрәте баҫылған гәрәбә  (Angiospermae).
№ 13. Инклюзлы гәрәбә (ҡарышлауыҡ). 40 млн йыл элек.
№ 14. Доминик гәрәбәһе. 34 млн йыл элек.
№ 15. Тоҡом эсендәге гәрәбә. Шпицберген, 56 млн йыл элек.
Дауамы:
№ 16. Гәрәбә. Арканзас, 40 млн йыл элек.
№ 17. Һибелмә гәрәбә. Африка, 56 млн йыл элек.
№ 18. Копал.  Мадагаскар, 11,7 млн йыл элек.
№ 19. Саксон гәрәбәһе. 56—23 млн йыл элек.
№ 20. Гәрәбә. Мексика, 34—23 млн йыл элек.

Ҡаҙылма һәм ярымҡаҙылма ыҫмалалар була. Был төрҙәрҙең үҙенсәлектәре бөтәһенән элек уларҙың ятыу шарттары һәм ваҡыты менән билдәләнә. Ҡаҙылдыҡ ыҫмала — сукцинит (лат. succinum, йәғни ыҫмалалат. Pinus Succinifera тигән һүҙҙән (ҡарағай) алынған, был ағас ерҙә  30 миллион йыл элек эоцен дәүерендә үҫкән) — ҡаҙылма гәрәбәнең  иң билдәле төрө (Балтик гәрәбәһенең 98 проценты ошо төргә ҡарай).

Техник квалификация өсөн табылдыҡ гәрәбәнең муртлыҡ һаны мөһим. Ул микротвердометр ярҙамында билдәләнә, грамдарҙа үлсәнә[6].

Гәрәбәнең сифаты өсөн тоноҡлоҡ дәрәжәһе  бик мөһим, ул гәрәбә эсендәге микроскопик бушлыҡтарҙың төрлө концентрациялы булыуына бәйле.  Был билдә буйынса гәрәбәгә түбәндәге атамалар бирелә:

  • «тоноҡ» — бушлыҡтарһыҙ, юғары сифатлы
  • «болотло» — ярымтоноҡ, бушлыҡтар ҡуйылығы 600/мм2
  • «бастард» — үтә күренмәй, бушлыҡтар ҡуйылығы   2500/мм2
  • «һөйәкле» — үтә күренмәй, төҫө фил һөйәге төҫөнә оҡшаш, бушлыҡтар ҡуйылығы  900 000/мм2
  • «күбекле» — үтә күренмәй, диңгеҙҙәге күбекте хәтерләтә, төрлө ҙурлыҡтағы  бушлыҡтары күп

Гәрәбә төҫө буйынса айырыла, уның төҫмөрҙәре бик күп төрлө.  Был гәрәбә эсенә ниндәй сит матдәләр һәм минералдар инеп ҡалыуына бәйле. Мәҫәлән, көкөрт колчеданы йәки ылымыҡтар гәрәбәгә йәшкелт төҫ бирә. Ҡайһы бер  минералдар көмөшһыу төҫмөр бирә.  

Гәрәбә үҙе — ел ашамаған, төҫө үҙгәрмәгән самородок йә  диңгеҙ ҡомона шымарып, тышы ҡыҙғылтланған ҡоңғорт төҫтәге таш.

Башҡа сифаттары йәһәтенән йәнә «ҡыртыш гәрәбәһе» (өҫкә ҡатламдарҙа ята, елдән ашалған ҡалын тышҡы ҡатламлы); «серек гәрәбә» — сукциниттан геданитҡа күсеш баҫҡысындағы гәрәбә төрө (геданит-сукцинит); «өлгөрмәгән гәрәбә» (йәғни крантцит)  айырыла.

Гәрәбә эсендә йыш ҡына «инклюз» тип аталған сит ҡушылмалар — ыҫмала тамсыһына йәбешеп, таштың эсенә ҡуша  ҡатҡан  быуынтыҡ аяҡлылар күренеп тора.  10 миллиметрҙан ҙурыраҡ инклюздар ташты затлы таштарға индертә[7]

Ҡаҙылдыҡ ыҫмалаларҙың кластары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙылдыҡ ыҫмалаларҙың яҡшы таныш төркөмдәренең ҡыҫҡа классификацияһы[8]:

I класс. Балтик гәрәбәһе (сукцинит), доминик гәрәбәһе. Төп структураһы — лабданоидлы рәшәткә

II класс. Индонезиялағы ыҫмалаларҙың эре ятҡылыҡтары, составында бициклик сесквитерпеноидтар, айырыуса кадинен һәм уның  изомерҙары бар

III класс. Полистироль төҙөлөшлө феноллы ыҫмалалар. «Тәбиғи полистирол» — зигбургит (Гойтше гәрәбә ятҡылығынан ҡаҙылма ыҫмала, Саксония, Германия).

Ятҡылыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихи ятҡылыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иртә тимер быуатында Европаның көньяғын гәрәбә менән тәьмин итеп торған  Ютландия (хәҙерге Дания) ярымутрауындағы ятҡылыҡ тотоноп бөтөлә.  «Диңгеҙ аҫылташтары» менән сауҙа иткән боронғо сауҙагәрҙәр Гәрәбәле яр (Балтик диңгеҙе буйы) ятҡылыҡтарына йүнәлә. Өлкән Плиний «Тәбиғәт тарихы» тигән китабының 42-се бүлегендә «Аустеравия утрауы» исемле гәрәбә кәсептәре үҙәген телгә ала; был урын  Самбия (Көнсығыш Пруссияның, хәҙерге Калининград өлкәһенең тарихи төбәге) булғандыр тип фараз ителә.

Донъяла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъялағы гәрәбә ятҡылыҡтары ике провинцияға бүлеп ҡарала:

  • Евроазия, уға түбәндәге төбәктәр инә:
    • Балтик—Днепр 
    • Карпат 
    • Төньяҡ һәм Себер  
    • Алыҫ Көнсығыш
    • Сицилия
    • Бирма
  • Америка, уға ингән төбәктәр:
    • Төньяҡ Америка  
    • Мексика. 

Рәсәйҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙәге иң ҙур гәрәбә ятҡылығы — Калининград өлкәһендә. Разведкаланған запастары донъя запастарының 90 проценты самаһын тәшкил итә, тәбиғи гәрәбә  таштарының тупланышы буйынса ла  (уртаса 2 кг/м3) уға тиңдәр юҡ. Ундағы Янтарный ҡасабаһында гәрәбә комбинаты эшләй, комбинат йылына 300 тонна   гәрәбә таба (карьерҙарҙа асыҡ ысул менән көслө һыу баҫымы менән гәрәбәле ҡатламды йыуҙыралар).  

Ауырлығы 1 килограмдан артҡан киҫәктәр (күләме буйынса яҡынса 1 дм3)  аҫыл таштарға  тиңләштерелә һәм уларҙы ирекле һатыуға сығарыу тыйыла[7]. Рәсәй Федерацияһы сиктәре аша эшкәртелмәгән гәрәбә сеймалының әйләнеше, индерелеүе һәм сығарылыуы ҡануниәт менән көйләнә[9].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәрәбә кулондар

Кеше бик борон замандарҙан  гәрәбәне ҡуллана. Үрге палеолит дәүерендә үк кеше гәрәбә менән таныш булған.

Балтик буйы гәрәбәһе неолит дәүерендә бик әүҙем эшкәртелгән. Балтик диңгеҙенең  көнсығыш ярында неолит дәүеренең гәрәбә эшкәртеү үҙәктәр: Литвалағы Куршю ҡомаяғы һәм Паланга районы,  Латвияла Сарнате (лат. SārnateSārnate) төбәге һәм Лубана уйһыулығы.

Боронғо мысырҙар гәрәбәне биҙәүестәр яһау өсөн, йәнә мумификациялау эшендә ҡулланғандар. Ҡаһирәләге Мысыр музейында Тутанхамондың һары балтик гәрәбәһе менән биҙәлгән тажы һаҡлана (беҙҙең эраға тиклем 1400—1392 йылдар).

Беҙҙең эраға тиклем XVI быуатҡа инде гәрәбә ҡиммәтле тауарға әүерелә һәм финики сауҙагәрҙәре тарафынан Бабил дәүләтенә, шулай уҡ микена һәм италий мәҙәниәттәренә ингән өлкәләргә  ташыла.  Ул заманда Төньяҡ Италиялағы Аквилея ҡалаһы гәрәбә  сауҙаһы үҙәге була [10].

Европаға бәреп ингән готтар гәрәбә сауҙаһы юлдарын быуа. Беҙҙең эраның 151 йылына  готтар  Ҡара диңгеҙҙең көньяғына барып етә,  ә беҙҙең эраның 170-се йылдарында  Аквилеяны алырға тырыша. 3-сө һәм 4-се быуаттарҙа Балтиканан гәрәбә мунсаҡтар тарала.

Яңырыу осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тевтон ордены Балтик буйында прустар ихтилалын баҫтыра һәм был ерҙәрҙе баҫып ала.  Рыцарҙар үҙ биләмәләрендә ҡаты тәртип урынлаштыра. Ерле халыҡҡа гәрәбә йыйырға мөмкин булһа ла, уны орден территорияһында һаҡлау һәм эшкәртеү рөхсәт ителмәй. Гәрәбә Балтик буйынан алыҫтағы һаҡлағыстарға һәм эшкәртеү цехтарына оҙатыла. Тапшырылған таш хаҡы аҡса йә тоҙ менән түләнә. Һөҙөмтәлә күп быуаттар буйы гәрәбә табылған ерҙә уны нәфис эшкәртеү кәсебе бөтөнләй булмай.

1467 йылда Польшаның төньяҡ-көнбайыш ерҙәрендә гәрәбә эҙләү  һәм йыйыуға ҡағылышлы өҫтөнлөктәр булдырыла.  Ошо сәбәпле Польшала гәрәбә кәсепселеге үҫә.

XVI быуат аҙағына тиклем гәрәбә башлыса тиҫбе һәм һауыттар яһау өсөн тотонола. 

1533 йылда Пруссия героцогы, Тевтон ордены гроссмейстеры Альберхт Гогенцоллерн лютеранлыҡҡа күсә һәм Балтик гәрәбәһе менән сауҙа итеү хоҡуғын   Данциг кешеһе Пауль Яскиға тапшыра,  Янски гәрәбә сауҙаһын бөтә Төньяҡ Европаға йәйелдерә. 

XVI быуатта Померанияның  Кослин һәм Кольберг ҡалаларында,  Эльбингта гәрәбә цехтары асыла,  әммә Кёнигсбергта тармаҡ айырыуса йылдам үҫә. Был ҡала менән көнәркәшлек бик көслө булғанлыҡтан  XVI быуаттың 80-се йылдарында Гәрәбә цехтары берлеге ойошторола, унда Кольберг, Столп, Данциг һәм Эльбинг ҡалалары берләшә.  Кёнигсбергта гәрәбәнән тәүләп сиркәүгә ҡағылышы булмаған  әйберҙәр, мәҫәлән, ҡапҡаслы һауыттар эшләнә башлай.  Антверпенда көслө эш бәйләнештәренә эйә булған Янски ғаиләһе Балтик буйында гәрәбә сауҙаһына монополияны  XVI быуат уртаһынан   XVII быуат уртаһына тиклем ҡулында ныҡ  тота.  1580 йылда бөтә яр буйлатып гәрәбә урлауға сик ҡуйыу өсөн дар ағастары  ултыртып сығыла.

Боронғо Урыҫ дәүләте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Руста гәрәбә биҙәүестәр таралған була. Рязань тирәһендә гәрәбә эшкәртеү оҫтаханаһы табыла.

Новгородта  археологик тикшеренеүҙәр барышында бик күп эшкәртелмәгән гәрәбә киҫәктәре, әҙер әйберҙәр, әҙерләмәләр, таш һыныҡтары  табыла (йәмғеһе 7000 берәмек). Тикшеренеүселәрҙең күпселеге фекеренсә, гәрәбә сеймалы Днепр һәм Балтик буйынан килтерелгән  булған[11]. Новогородта эшкәртелгән гәрәбәнең бер өлөшө новгородлыларҙың ихтыяждарына ҡалдырылған, башҡа өлөшө  Урта Азияға һәм Көнсығышҡа һатыу өсөн оҙатылған[12].

Новгород оҫталары гәрәбәне механик ысулдар менән эшкәрткән, бәлки, йылытып эшкәртеү ҙә ҡулланғандыр. Улар ҡулланған технологик операциялар: сорттарға айырыу, киҫеү, шымартыу, ялтыратыу, быраулап тишеү, ҡырлау, биҙәктәр төшөрөү[13]

Гәрәбәне файҙаланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ювелирлыҡ эшендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәрәбә корпуслы механик сәғәт 

Әүәл-әүәлдән гәрәбә биҙәүестәр һәм көнкүреш әйберҙәре эшләү өсөн файҙаланыла. Гәрәбәнән тағып йөрөй торған биҙәүестәр генә түгел, портсигар, тәмәке көлө ҡаҡҡыс, шкатулка, ҡумта, сәғәт кеүек көнкүреш кәрәк-ярағы ла етештерелә. Гәрәбә бүлмә сәнғәттә айырым урын биләп тора.  

Икенсе донъя һуғышынан һуң гәрәбәнән күләмле әйберҙәр яһау оҫталығы  серҙәренең күбеһе юғалтыла. Балтик илдәрендә, шулай уҡ  Рәсәйҙә был һөнәр төрлө художество йүнәлештәрендә үҫтерелә. Уларҙы шартлыса ике «мәктәп»кә бүлергә була — Санкт-Петербург һәм Калининград. 

Гәрәбә — мурт материал, эшкәрткәндә таштың беренсел ауырлығы һәм формаһы бик ныҡ кәмей, шунлыҡтан ювелир әйберенең хаҡы ла ныҡ арта.

Әлеге ваҡытта гәрәбәгә теләгән төҫтө һәм фактураны биреүҙең үҙенсәлекле технологиялары бар: төҫөн асыҡлатыу, ҡыҙҙырыу, йылытыу, химик эшкәртеү, шымартыу, ҡырлау, семәрләү һ.б.  Пресланған гәрәбә айырым урын биләй. 

Гәрәбәнең төҫөн асығайтыу махсус  автоклавтарҙа башҡарыла, уларҙа гәрәбә дымһыҙландырыла (яҡынса 5-10 проценты). Ярым тоноҡ һәм тоноҡ таштар 16 сәғәт буйы баҫым аҫтында азотта 250оС температурала тотола. Төҫөн асыҡландырғанда гәрәбә тығыҙлана, тоноғораҡ булып, муртлығы кәмеп китә. 

Гәрәбәгә осҡонланып торған  кеүек   фактура бирер өсөн ҡыҙҙырыу ысулы ҡулланыла.  Гәрәбәләге ваҡ ҡына һауа ҡыуыҡсалары ҡыҙҙырғанда шартлай һәм ялтлап торған линзалар, дискылар, тәңкәләр барлыҡҡа килтерә. 

Гәрәбәнең төҫөн үҙгәртеү өсөн окислаштырыу ысулдары   (химик, термик) ҡулланыла. Окислашҡанда гәрәбә йоҡа ғына көрән япма менән ҡаплана. Гәрәбәнең окислашыуы яһалма юл менән генә түгел, тәбиғи  юл менән дә бара, ул фотоиҫкереү тип атала. Еңелсә ышҡып ялтыратҡанда  был япмаға зыян килмәй, ә шымартҡанда ул аҡтарыла һәм гәрәбә тәбиғәттән ниндәй булһа, шундай булып ҡала.  

Ҡыҙҙырылған гәрәбәне йылытҡанда, осҡонло ҡоңғорт төҫлө таш хасил була. Гәрәбәне 100—250 оС температурағаса йылытҡанда үтә күренмәле таштың төҫө асыҡ һарынан сейә төҫөнә тиклем үҙгәреп ҡоңғортлана. 

Йылытҡанда гәрәбә киҫәктәре һығылмалыға әйләнә. Был сифатын онталған тәбиғи гәрәбәне пресс-формаларға һалып, эҫетеп преслағанда файҙаланалар.  Температура һәм баҫым тәьҫирендә онтаҡ үҙле массаға әйләнә. Төрлө рәүешле формаларға һалып һыуытҡас, пресланған таштан төрлө әйберҙәр хасил була. Был ысул менән алынған таш «амброид» (ингл. amber — гәрәбә) тигән атама алған. Гәрәбә онтағына төрлө буяуҙар ҙа ҡушырға мөмкин. Пресланған гәрәбә әйберҙәре матурлығы буйынса тоташ таштарҙан эшләнгән әйберҙәрҙән һис тә ҡалышмай, ә хаҡы күпкә арзаныраҡ була. 

Гәрәбәне нәфис эшкәртеү [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


«Ҡышҡай» мәрйене.
1982 йыл. Эдуард Корбах, Калининград гәрәбә комбинатының баш рәссамы  (1991—1992). Гәрәбә, металл. Оҙонлоғо— 47 см.

1960-сы йылдарҙа Калининград гәрәбә комбинаты тәбиғи формалы таштарҙан  броштар эшләй башлай.  Улар металл тирәскә ҡуйылмай, ә ҡаптырғыс менән генә ҡаҙап йөрөтөлә. Инклюзиялы гәрәбәләрҙе лә брак тип һанауҙан баш тарталар. Ваҡ гәрәбәләргә иғтибар арта.

1970-се йылдарҙа Калининград оҫталары күп предметлы (кулон, колье, брошь, йөҙөк, алҡа) гарнитурҙар сығара башлай[14]. Сувенирҙар эшләүгә ҙур иғтибар бирелә. Комбинаттың ижади төркөмө гәрәбә эшкәртеүҙе кәсептән сәнғәткә әүерелдерә[15].

Технология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәрәбәгә тотонор алдынан рәссам  пластилин, ҡағыҙ-ҡәләм менән эшләй — формалар эҙләй. Ҡайһы берҙә таш үҙе теманы әйтә. Һәр осраҡ өсөн гәрәбә эшкәртеүҙең айырым технологияһы һайлана.

Гәрәбә шедеврҙары  [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәскәү Кремленең Ҡорал палатаһында гәрәбәнән эшләнгән утыҙҙан ашыу әйбер һаҡлана:  һауыттар,  шахмат, шәмдәлдәр, туҫтаҡтар, ҡумталар. Уларҙың күбеһен урыҫ батшаларына Пруссия герцогтары һәм королдәре бүләк иткән.

Сәнәғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ювелир производствоһы ҡалдыҡтары, кондицияһыҙ гәрәбә, ваҡ бөртөктәр гәрәбә  кислоталары, майҙары, канифоль етештереү өсөн ҡиммәтле  химик сеймал булып хеҙмәт итә. Был продукттар парфюмерия, фармацевтика һәм лак-буяу сәнәғәтендә киң ҡулланыла.  

Гәрәбә кислотаһы (ике нигеҙле сикке карбон кислотаһы) — тәүге тапҡыр  XVII быуатта гәрәбәне ҡыуҙырыу юлы менән алынған матдә. Башта күҙәнәктәргә кислород килеүен көсәйтеүсән һәм организмға ныҡлыҡ биреүсән матдә булараҡ фармацевтикала һәм парфюмерияла  ҡулланыла.   Һуңыраҡ гәрәбә кислотаһы алырға өйрәнәләр, ул аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, үҫемлекселектә, ҡошсолоҡта һәм малсылыҡта ҡулланыла. Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә ул Е363 аҙыҡ өҫтәмәһе булараҡ файҙаланыла.

Гәрәбә лагы  изоляторҙарҙың өҫкө йөҙөн ҡаплау өсөн файҙаланыла (өҫкө йөҙ ҡаршылығын арттырыу өсөн).  Лак эшләү өсөн гәрәбәне (эшкәртеү ҡалдыҡтарын) баҫым аҫтында 200°С температурала бензолда иретәләр.  

Гәрәбә иҫ киткес яҡшы электр изоляторы булып тора.  Уның удель электр ҡаршылығы  ρ = 1017 Ом·м, ә диэлектрик юғалтыуҙар мөйөшө тангенсы tg δ =0,001. Гәрәбәнән эшләнгән изоляторҙар рентгенометрҙарҙың ионлаштырыу камераларында ҡулланыған (айырыуса 1960-сы йылдарҙа).  

Медицинала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Мысырҙа уҡ әле гәрәбә фирғәүендәрҙе мумиялаштырыуҙа ҡулланылған. Гәрәбә тереклектең оҙаҡ һаҡланыуын тәьмин итә. Ул ҡыҙыл ҡан тәнсектәренең тарҡалыуына һәм ҡандың ойошоуына ҡаршы тора. Гәрәбәнән ҡан алыу-биреү һәм ҡанды консервациялау өсөн ҡулланыла торған медицина һауыт-һабаһы,  инструменттар, приборҙар эшләнә.

Ағас эшкәртеүҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәрәбә лагы  ағасты консервациялау өсөн ҡулланылған. Мәҫәлән, уның менән караптарҙың төбөн, мебель[16], музыка ҡоралдарының декаларын буяғандар[17]. Данлыҡлы оҫталар Амати менән Страдивари эшләгән скрипкалар гәрәбә лагы менән эшкәртелгән һәм моңон әле булһа юғалтмаған.

Яһалма гәрәбә, ялған гәрәбә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пластмасса менән гәрәбә туҙанынан эшләнгән яһалма гәрәбә.

Фәнни-техник прогресс үҫеүгә бәйле гәрәбә сеймалын тәрән файҙаланыу мөмкинлектәре асылды. 

Бөтәһенән элек, ялған гәрәбә менән инновацион технологиялар ҡулланып тәрән эшкәртелгән гәрәбә араһындағы айырманы аңларға кәрәк. Намыҫлы эшкәртеүселәр таштың ҡайҙан икәнен һәм нисек эшкәртелгәнен йәшермәй. Алдаҡсылар иһә етештереү ҡалдыҡтарынан эшләнгән әйберҙәрҙе юғары сифатлы тәбиғи гәрәбә тип һатыуға сығара. 

Пресланған гәрәбә  100 проценты менән тәбиғи сеймалдан эшләнә, ә яһалма гәрәбә һәм ялған гәрәбә  гәрәбәһе бик аҙ булған йә бөтөнләй булмаған материалдарҙан яһала. 

Эпоксидлы ыҫмаланан яһалма гәрәбә киң таралған, унан эшләнгән биҙәүестәр эсенә хатта «табылдыҡ» бөжәк тә һалып ҡалдыралар.

Хәҙерге ваҡытта тәбиғи гәрәбәнең төп сифаттарын бик теүәл ҡабатлаған пластмассалар күп.

Баҙарҙа йышыраҡ бернит  — төрлө ыҫмалаларҙан эшләнгән яһалма «иретелгән» гәрәбә тәҡдим ителә. Бернит составында полиэфир ыҫмалалар һәм  5 процентҡа тиклем гәрәбә була, бөтөнләй булмауы ла бар. 

Гәрәбәнең ҡайһы бер имитацияларында ыҫмала ағынтыларын күрергә була, улар «капиллярлы селтәр» хасил итә. Шымартылған ялған әйберҙәрҙе йылдар үтеү менән фашларға мөмкин, сөнки тәбиғи гәрәбә (хатта пресланғаны ла)   ваҡыт үтеү менән төҫөн үҙгәртә, ә ялған гәрәбә үҙгәрмәй. 

Бынан тыш инклюздарҙы яһалма эшләү  технологиялары ла бар.

Гәрәбә дауылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дауыл ваҡытында диңгеҙ бик күп гәрәбә сығарып ташлаусан. Айырыуса билдәле гәрәбә дауылдары:

  • 1800 йылда Балтик диңгеҙенең Польша ярына шторм ваҡытында бер көндә  150 мискә таш сығарып ташлана.
  • 1862 йылдың көҙөндә төнгө дауылдан һуң  ярҙа ике тоннаға яҡын гәрәбә йыйып алына.
  • 1878 йылдың декабрендә Пальмникен төбәгендә булған дауылда тулҡындар йыуып сығарған гәрәбәне ерле халыҡ бер нисә йыл буйы йыя.
  • 1914 йылда Пальмникендан төньяҡ-көнсығыштараҡ диңгеҙ ярға   0,87 тонна самаһы таш сығара.

Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, диңгеҙ тулҡындары йыл һайын диңгеҙ төбөнән 36—38 тонна гәрәбә сығарып ташлай (ваҡ киҫәктәрҙе һанамайынса). Өс мең йыл эсендә Балтик диңгеҙе буйынан  125 миллион  килограмм  тәбиғи таш йыйып алынған. 

Рекордтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • XIX быуатта Пруссияла 12 һәм 9,7 килограмлы ике киҫәк гәрәбә табыла.
  • Калининград гәрәбә комбинаты музейында һаҡланған «Юратеның күҙ йәше» 4,280 килограмм тарта.

Гәрәбә сәнғәттә (музыкала)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Литва композиторы Груодис  гәрәбә легендаһының сюжетына «Юрате һәм Каститис» тигән балет ижад итә (1933 йыл).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Янтарь // БСЭ, 2000
  2. Янтарь //Толковый словарь русского языка (сост. Ожегов С. И., Шведова Н. Ю.). — М., 1992
  3. В. В. Буканов. Цветные камни: Энциклопедия
  4. Бурштин // Етимологічний словник української мови у 7 томах. К.: Наукова думка, 1982—2009.
  5. http://mir.zavantag.com/literatura/50482/index.html?page=13 2021 йыл 28 сентябрь архивланған.
  6. Янтарь //Геологический словарь: в 2-х томах. — М.: Недра. Под редакцией К. Н. Паффенгольца и др.. 1978.
  7. 7,0 7,1 Постановление Правительства РФ от 5 января 1999 г. № 8 «Об утверждении Порядка отнесения уникальных янтарных образований к драгоценным камням»
  8. Anderson K. B., Winans R. E., Botto R. E. The nature and fate of natural resins in the geosphere. II. Identification, classification and nomenckature of resinites // Organic Geochemitry. 1992. N 18. P. 829—841
  9. см. Постановление Правительства РФ от 24 января 1994 г. N 35 «О порядке ввоза в Российскую Федерацию и вывоза из Российской Федерации товаров с содержанием драгоценных металлов, драгоценных камней, янтаря и изделий из него» и ст.ст. 7.5. и 16.2 КоАП РФ
  10. Гладкий В. Д. Янтарь / Древний мир // Энциклопедический словарь в 2-х томах. — М.: Центрполиграф. 1998.
  11. Рыбина Е. А. Археологические очерки истории новгородской торговли X—XV вв. — М., 1978. — С. 41.
  12. Даркевич В. П., Борисевич Г. В. Древняя столица Рязанской земли. — М., 1995. — С. 81.
  13. Шаповалов Р. Г., 1998
  14. Зоя Костяшова «Под знаком Льва» // Калининградская правда : газета. — Калининград, 1998. — С. 6.
  15. Матюнина М. И мастерство и вдохновение // Калининградский комсомолец : газета. — Калининград, 1984. — № 134 (5593). — С. 1.
  16. Батыгин А. Радует латырь-камень. // Правда. — 31 января 1984 года. — С. 6.
  17. Профессии «солнечного камня» // Советская Россия. — 11 мая 1975 года.

Барбара Космовская-Церанович. Янтарь в Польше и мире: монография / издательство Калининградская книга, 2016 -.С. 40

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ахметов С. Ф. Слёзы Гелиад / сост. С. С. Верховский, перевод на англ. Г. Ю. А. Шкаровский—Раффе, редактор Т. Ф. Ткаченко — М.: Планета, 1991. — 176 б. — 30 000 экз. — ISBN 5-85250-151-4.
  • Богдасаров А. А., Богдасаров M. А. Подделки и имитация янтаря : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] = Forgery and simulations from amber : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] // 2020 йыл 16 февраль [https://web.archive.org/web/20200216162639/https://www.ambermuseum.ru/home/materials/read%3Fid%3D548f584d138c69fc0a0002a9 архивланған. Янтарь и его имитации] : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] = Amber and its imitations : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] : сборник / отв. ред. З. В. Костяшова, редколлегия: З. В. Костяшова, Т. Ю. Суворова, А. Р. Манукян. — Калининград : Министерство культуры Калининградской области, Калининградский областной музей янтаря, 2013. — С. 35—37. — 113 с. — Материалы международной научно-практической конференции 27 июня 2013 года. — ISBN 978-5-903920-26-6.
  • Бубнова М. А., Половникова И. А. Янтарь в Средней Азии. — Древние цивилизации Евразии: история и культура: Материалы Международной научой конференции, посвященной 75-летию проф. Б. А. Литвинского, 14- 16 октября 1998 г. Государственный музей Востока, Институт востоковедения РАН. — М. : Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2001. — С. 124—135. — 464 с. — 800 экз. — ISBN 5-02-018211-7.
  • Вагнер-Высецкая Э. Имитация янтаря глазами химика : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] = Amber imitations through the eyes of a chemist : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] // 2020 йыл 16 февраль [https://web.archive.org/web/20200216162639/https://www.ambermuseum.ru/home/materials/read%3Fid%3D548f584d138c69fc0a0002a9 архивланған. Янтарь и его имитации] : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] = Amber and its imitations : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] : сборник / отв. ред. З. В. Костяшова, редколлегия: З. В. Костяшова, Т. Ю. Суворова, А. Р. Манукян. — Калининград : Министерство культуры Калининградской области, Калининградский областной музей янтаря, 2013. — 113 с. — Материалы международной научно-практической конференции 27 июня 2013 года. — ISBN 978-5-903920-26-6.
  • Космовская-Церанович, Б. Янтарь в Польше и мире = Amber in Poland and in the World. Bursztyn w Polsce i na świecie / Науч. ред. [с предисл.] З. В. Костяшовой; ред. Н. Н. Мартынюк; перевод с польск. Т. М. Шкапенко, З. В. Костяшова — Монография, научное издание. — Калининград: Калининградская книга: Промышленная типография «Бизнес-Контакт», Калининградский областной музей янтаря, 2017. — 152 б. — 500 экз. — ISBN 978-5-903920-40-2.
  • Кулаков, В. И. Янтарная лихорадка в эпоху Юлиев-Клавдиев. — Памятники старины. Концепции. Открытия. Версии. Сборник научных статей, посвящён памяти выдающегося исследователя средневекового Пскова, старейшего сотрудника Государственного Эрмитажа, почётного гражданина города Пскова Василия Дмитриевича Белецкого (1919—1997). — СПб. — Псков : Псковский государственный объединенный историко-архитектурный и художественный музей-заповедник, Институт истории материальной культуры РАН, 1997. — Т. 1. — С. 359—364. — 416 с. — 1200 экз. — ISBN 5-201-01197-7 (т. 1).
  • Лозе, И. А. Новый центр обработки янтаря эпохи неолита в Восточной Прибалтике // Советская археология : журнал Института Археологи АН СССР / И. С. Каменецкий. — М. : «Наука», 1969. — № 3. — С. 124—134. — 2390 экз.
  • Лозе И. А. Поздний неолит и ранняя бронза Лубанской равнины — Рига, 1979.
  • Матушевская А. Натуральные и искусственные смолы – некоторые аспекты структуры и свойств : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] = Natural and artificial resins – chosen aspects of structure and properties : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] // 2020 йыл 16 февраль [https://web.archive.org/web/20200216162639/https://www.ambermuseum.ru/home/materials/read%3Fid%3D548f584d138c69fc0a0002a9 архивланған. Янтарь и его имитации] : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] = Amber and its imitations : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] : сборник / отв. ред. З. В. Костяшова, редколлегия: З. В. Костяшова, Т. Ю. Суворова, А. Р. Манукян. — Калининград : Министерство культуры Калининградской области, Калининградский областной музей янтаря, 2013. — 113 с. — Материалы международной научно-практической конференции 27 июня 2013 года. — ISBN 978-5-903920-26-6.
  • Савкевич С. С. Янтарь — Л.: Недра, Ленинградское отделение, 1970. — 191 б. — 1700 экз.
  • Сребродольский Б. И. Янтарь / АН СССР; Отв. ред. канд. геол.-мин. наук Н. А. Созинов; Худож. С. Б. Воробьёв — М.: Наука, 1984. — 112, [8] б. — (Человек и окружающая среда). — 140000 экз.
  • Сребродольский Б. И. Мир янтаря / АН УССР; Отв. ред. д-р геол.-мин. наук Г. И. Каляев — Киев: Наукова думка, 1988. — 144 б. — 76000 экз. — ISBN 5-12-000348-6.
  • Тихомирова М. Литовское золото — Вильнюс: Vaga, 1973. — 88 б. — 50 000 экз.
  • Трофимов В. С. Янтарные россыпи и их происхождение // Геология россыпей : Сборник статей / Отв. ред. академик В. И. Смирнов. — Академия наук СССР Отделение наук о Земле. — Москва : «Наука», 1965. — С. 77—97. — 400 с. — 4000 экз.
  • Фракей Э. Янтарь = Amber / Под ред. [и с предисл.] Е. Я. Киевленко; Перевод. с английского Н. Е. Суторминой — М.: Мир, 1990. — 197 б. — ISBN 5-03-001268-0.
  • Шаповалов Р. Г. Обработка янтаря в средневековом Новгороде // Новгород и новгородская земля. История и археология. Выпуск 12. : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] = Novgorod and Novgorod region. History and Archaeology. Materials of the scientifice conference: Novgorod, 27-29 JAN, 1998, Issue 12. Novgorod State Museum : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] : сборник / академик В. Л. Янин. — Великий Новгород : Новгородский государственный объединённый музей-заповедник. Центр организации археологических исследований., 1998. — С. 109—120. — 373 с. — Материалы научной конференции. Новгород 27-29 января 1998 г..
  • Шаповалов Р. Г. Классификация и хронология изделий из янтаря Неревского раскопа // Новгород и новгородская земля. История и археология. Выпуск 14. : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] = Novgorod and Novgorod region. History and Archaeology. Materials of the scientifice conference: Novgorod, 25-27 JAN, 200, Issue 14. Novgorod State Museum : [[[:Ҡалып:Публикация/язык]]] : сборник / академик В. Л. Янин. — Великий Новгород : Новгородский государственный объединённый музей-заповедник. Центр организации археологических исследований., 2000. — С. 149—165. — Материалы научной конференции. Новгород 25-27 января 2000 г..
  • Янтарь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907.Янтарь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)Янтарь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)