Эстәлеккә күсергә

Бобылёв Пётр Миронович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Пётр Миронович Бобылёв битенән йүнәлтелде)
Бобылёв Пётр Миронович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 март 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 2 апрель 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[1] (71 йәш)
Вафат булған урыны Өфө[1]
Һөнәр төрө уҡытыусы, инженер-механик, дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Бобылёв Пётр Миронович (6 март 1950 йыл2 апрель 2021 йыл) — хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1994—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт контроль комитеты, 2003—2008 йылдарҙа — Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе. Башҡортостандың 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советының халыҡ депутаты[2] һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш (1995—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2005), Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы (2010)

Пётр Миронович Бобылёв 1950 йылдың 6 мартында Ырымбур өлкәһенең Липовка ҡасабаһында тыуған.

1967 йылда урта мәктәпте, 1972 йылда «физика һәм математика уҡытыусыһы» һөнәре буйынса Бөрө дәүләт педагогия институтының[3] физика-математика факультетын тамамлай.

Юғары белем алғандан һуң йүнәлтмә менән Күмертау ҡалаһына ебәрелә, ундағы 9-сы һәм 1-се урта мәктәптәрҙә физиканан уҡыта.

1972 йылдың ноябренән 1973 йылдың декабренә тиклем СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Күмертау ҡалаһының 1-се урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй.

1974 йылдың сентябрендә КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының пропаганда бүлеге инструкторы итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 1980 йылға тиклем башҡара.

Артабан 1980—1984 йылдарҙа Күмертау ҡала Советы башҡарма комитетының торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы етәксеһе, 1984 йылдан — Күмертау ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1988—1992 йылдарҙа ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—1994 йылдарҙа Күмертау ҡала хакимиәте башлығы була[4].

1983 йылда ситтән тороп «инженер-механик» һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлай[5]. 1994 йылдың майында Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Пётр Бобылёвты яңы ойошторолған Дәүләт контроль комитеты рәйесе итеп тәғәйенләй[6].

2003 йылдың 11 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Пётр Бобылёвты Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына 2002 йылдың декабрендә индерелгән үҙгәрештәр нигеҙендә ойошторолған Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе итеп биш йылға тәғәйенләй[6].

2010 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт аҡсаларын һөҙөмтәле ҡулланыуға йәмәғәт контроле буйынса Совет етәксеһе була.

Пётр Миронович Бобылёв 2021 йылдың 2 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе
  • Күмертау ҡалаһының почётлы гражданы
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Башинформ (урыҫ) / под ред. А. В. Валиев — 1992.
  2. БАССР-ҙың_12-се_саҡырылыш_Юғары_Советы_депутаттары_исемлеге(недоступная ссылка)
  3. Хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы
  4. Башкортостан 2007. Кто есть кто? Информационый справочник. Бобылёв Пётр Миронович. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2020)
  5. Проект УГАТУ Годы и люди(недоступная ссылка)
  6. 6,0 6,1 Историческая справка об органе государственного финансового контроля Республики Башкортостан. Ассоциация контрольно-счетных органов РФ. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2020)
  7. В Уфе скончался бывший руководитель КСП Башкирии Петр Бобылёв. ИА «Башинформ», 2 апреля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2021)
  • Башкортостан 2007. Кто есть кто? Информационый справочник. Издание 9-е, исправленное и дополненное. — Уфа: Торгово-промышленная палата Республики Башкортостан, 2007, — 336с., ил. ISBN 978-5-902279-41-9  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2020)