Рабинович Михаил Исакович
Рабинович Михаил Исакович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 август 1940 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 9 ғинуар 2021 (80 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | театр режиссёры, театральный педагог |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рабинович Михаил Исакович (23 август 1940 йыл — 9 ғинуар 2021 йыл) — театр режиссёры һәм педагог. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Исакович Рабинович 1940 йылдың 23 авгусында Өфөлә тыуған.
1983 йылдың 6 декабренән — Өфө ҡалаһының Республика Рус Драма театрының баш режиссёры Башҡорт АССР-ы).БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (07.09.1988 йыл) Өфөлә иң билдәле режиссёр. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2015 йыл).
1999 йылда «Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәтендәге ҡаҙаныштары өсөн» түш билдәһенә лайыҡ була. .
1986 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында педагог, актёрлыҡ һәм режиссёрлыҡ курстарының педагогы һәм етәксеһе булып тора.
1967 йылда Өфө авиация институтын тамалай.
1971—1976 — Б. В. Щукин исемендәге Театр институтының режиссёрлыҡ бүлегендә уҡый.
1976 йылдан 1983 йылға тиклем — Дағстан АССР-ының баш ҡалаһы Махачҡалалағы М. Горький исемендәге Дағстан рус драма театры режиссёры.
1981—1983 йылдарҙа М. Горький исемендәге рус драма театрында баш режиссёр вазифаһын башҡара, Махачҡала.
1980 йылда СССР театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы була.
1984 йылдан 2016 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә режиссёр сифатында 42 спектакль ҡуя. Беренсе режиссёрлыҡ постановкаһы Рус драма театры (Ѳфө) сәхнәһендә 1984 йылда ҡуйыла — В. Арро «Иҫке йортта биш романс» спектакле.
Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (22 ноябрь, 1999 йыл). 2015 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы — Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.[1]
1998 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе.
Михаил Исакович Рабинович 2021 йылдың 9 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[2].
Рус драма театрында Дағстан драмаларының постановкаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «В списках не значился», Б. Васильев
- «Нахлебник», И. С. Тургенев
- «До третьих петухов», В. Шукшин
- «Любовь, джаз и чёрт», Ю. Грушас
- «Святой и грешный», М. Ворфоломеев
- «Кафедра», В. Врублевская
Башҡортостан Республикаһының рус драма театрындағы постановкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1984 г. «Пять романсов в старом доме», В. Арро
- 1984 г. «Эшелон», М. Рощин
- 1985 г. «Вишневый сад», А. П. Чехов
- 1986 г. «Колея», В. Арро
- 1986 г. «Эффект Редькина», А.Козловский
- 1988 г. «Самоубийца», Н. Эрдман
- 1989 г. «Сны Евгении», А. Казанцев
- 1989 г. «Странный мир театра», М. Митуа, Ж.Ануя
- 1989 г. «Матросская тишина», А. Галич
- 1990 г. «Загадка дома Вернье», А. Кристи, Р. Тома
- 1990 г. «Что это за жизнь такая?», (М. Булгаков әҫәрҙәре буйынса, Н. Тэффи, А. Аверченко, М. Зощенко, Н. Эрдман —М. Рабиновичтың сәхнә версияһы)
- 1991 г. «Событие», В.Набоков
- 1992 г. «Счастливое происшествие», С. Мрожек
- 1992 г. «Эти женщины на все способны» («Супница») Р. Ламуре
- 1992 г. «Дядя Ваня», А. П. Чехов
- 1993 г. «Касатка», А. Н. Толстой
- 1993 г. «Семейный портрет с посторонним», С.Лобозеров
- 1993 г. «Крылья Дюймовочки», Б Заходер
- 1995 г. «Сороковые-роковые» (һуғыш йылдары шиғриәте буйынса музыкаль-шиғри композиция)
- 1995 г. «Отпуск по ранению», В.Кондратьев
- 1996 г. «Ваша сестра и пленница», Л.Разумовская
- 1997 г. «Снегурочка», А. Н. Островский
- 1998 г. «Черный иноходец», Г. Шафиков
- 1999 г. «Любовный хоровод», А. Шницлер
- 1999 г. «Приходи и уводи», Н. Птушкина
- 1999 г. «Пока она умирала», Н. Птушкина
- 2000 г. «Рождество в доме Купьелло», Э. де Филиппо
- 2000 г. «Все мальчишки — дураки!», К.Драгунская
- 2002 г. «Приглашаю в вечность, Ваше Величество!» («Кин IV») Г.Горин
- 2002 г. «Очень простая история», М. Ладо
- 2003 г. «№ 13» Р. Куни
- 2004 г. «Страсти по Утрате», У. Шекспир
- 2005 г. «Дачники», М. Горький
- 2005 г. «Последний герой», А. Мардань
- 2006 г. «Перебор», Х. Бергер
- 2006 г. «Луна и листопад», М. Карим
- 2008 г. «Музыка небес», К. Людвиг
- 2009 г. «Русское Варенье», Л. Улицкая
- 2009 г. «Голубая камея», К. Брейтбург һәм К. Кавалерян
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халыҡтар дуҫлығы ордены (2015)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Пресс-служба Главы Республики Башкортостан. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Республики Башкортостан (3 сентябрь 2015). 2017 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ В Уфе ушел из жизни режиссёр, художественный руководитель Русского театра Михаил Рабинович. ИА «Башинформ», 9 января 2021 года
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 23 августа тыуғандар
- 1940 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 9 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2021 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Рәсәй педагогтары
- СССР педагогтары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары
- Рәсәй режиссёрҙары
- СССР режиссёрҙары
- Алфавит буйынса режиссёрҙар
- Рәсәй театр режиссёрҙары
- СССР театр режиссёрҙары
- Алфавит буйынса театр режиссёрҙары
- Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булыусылар