Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөхәмәтдинов
Радил Ҡыяметдин улы
Тыуған көнө

2 май 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

ауыл хужалығы

Эшләгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы

Альма-матер

Башҡортостан ауыл хужалығы институты

Ғилми дәрәжәһе

ауыл хужалығы фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Салауат Юлаев ордены

Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы (2 май 1936 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре, БАССР Юғары Советының дүрт саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, КПСС-тың XXVIII съезы делегаты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1975), профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Радил Ҡыяметдин улы Мөхәмәтдинов 1936 йылдың 2 майында БАССР-ҙың Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1954 йылда Үрге Ҡыйғы ауылындағы 1-се урта мәктәпте тамамлаған.
  • 1955—1959 йылдар — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) агрономия факультеты студенты.
  • 1959—1960 йылдар — Ҡыйғы районы «Победа» колхозының баш агрономы.
  • 1960—1962 йылдар — ВЛКСМ-дың Ҡыйғы район комитетының икенсе секретары.
  • 1962—1965 йылдар — Ҡыйғы районының Салауат исемендәге колхозы рәйесе.
  • 1965—1982 йылдар — КПСС-тың Ҡыйғы район комитетының икенсе һәм Салауат район комитетының беренсе секретары.
  • 1982—1987 йылдар — КПСС-тың Тәтешле район комитетының беренсе секретары.
  • 1987—1991 йылдар — БАССР-ҙың Дәүләт агросәнәғәт Комитетының рәйес урынбаҫары һәм рәйестең беренсе урынбаҫары.
  • 1991—1998 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
  • 1988—1998 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинеты ағзаһы.
  • 1998 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры, гражданлыҡ хоҡуҡтары кафедраһы уҡытыусыһы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың VIII, IX, X, XI һәм XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
  • Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың депутаты.
  • КПСС-тың XXVIII съезы делегаты.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Радил Мөхәмәтдинов 1975 йылдың 2 июнендә «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Уның ул ваҡыттағы тикшеренеү өлкәһе — республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә бойҙай үҫтереү үҙенсәлектәре була.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының гражданлыҡ хоҡуҡтары кафедраһында эшләү дәүерендә рус телендә «Основы хозяйственного права», «Основы хозяйственного законодательства», «Основы земельного права» тигән һәм башҡа уҡыу ҡулланмалары әҙерләй, төрлө фәнни йыйынтыҡтарҙа күп һанлы фәнни һәм ғилми-уҡытыу йүнәлешендәге хеҙмәттәрен баҫтыра.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)