Эстәлеккә күсергә

Ырыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Разиля Рыскужина битенән йүнәлтелде)
Ырыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 апрель 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (48 йәш)
Тыуған урыны Йәнйегет, Татлыбай ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, журналист, яҙыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Ырыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙы (24 апрель 1976 йыл) — уҡытыусы, журналист, яҙыусы. 2019 йылдан Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе[1]. ... йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, 2017 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар оюзы ағзаһы, 2004 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2021). Әҙәби псевдонимы Мәликә Мортазина.

Рәзилә Ишбулды ҡыҙы Ырыҫҡужина 1976 йылдың 24 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тыуған.

Башланғыс белемде Йәнйегет мәктәбендә ала. Унан Сибай интернат-гимназияһына уҡыуын дауам итә. Артабан Сибай педагогия колледжында башланғыс кластар уҡытыусылары бүлегендә уҡый. 1996 йылда уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Әммә һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләмәй. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының журналистика бүлегенә уҡырға инә. 2001 йылда "Журналист" белгеслеге буйынса диплом ала.

БДУ-ла уҡыған сағында Башҡортостан радиоһының «Ижад» берекмәһендә «Умырзая» авторлыҡ тапшырыуын алып бара. 2001 йылдан «Һәнәк» журналының бүлек мөдире була. 2017-2019 йылдарҙа Башҡортостан Милли музей филиалы – Ш.Ә.Хоҙайбирҙин йорт-музейында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 2019 йылдан БР Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе.

Бала сағынан яҙыша. Уның сатирик, юмористик хикәйәләре (башҡорт, рус, сыуаш телдәрендә), балалар өсөн хикәйәләре, шиғырҙары республикабыҙҙың гәзит -журналдарында баҫыла.

Бәләбәйҙә уҙғарылған "Илһам шишмәләре" шиғри фестивалендә ике тапҡыр ҡатнаша. Уның тәүгеһендә, йәғни 2004 йылда “Мин был ерҙе яратам” номинацияһында еңеп сыға. Ә 2013 йылда “Шағир һәм заман” номинацияларында лауреат исемен алды.

2015 йылда авторҙың "Күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәр" повесы Башҡортостан Башлығы Грантының дәртләндереү призына лайыҡ булды.

Шулай уҡ Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты. БР һәм РФ Яҙыусылар берлеге, БР һәм РФ Журналистар берлеге ағзаһы.

  • Йәйғор. /Шиғырҙар: Поэтик альманах. Бәләбәй, 2005. 244 б. Башк.
  • Эй әттәгенәһе!.. Юмористик хикәйәләр, монологтар. Өфө: Китап, 2011. 144 б. Башк.
  • Минән һеҙгә ни кәрәк?! Юмористик  хикәйәләр. Өфө: ИП Поляковский, 2013. Башк.(үҙнәшер)
  • Йәштәр тауышы. Голоса молодых. /Проза: Первые произведения молодых авторов прозаиков. Уфа, Китап, 2011. Башк., тат., рус.
  • Йәйғор. /Шиғырҙар: Поэтик альманах. Бәләбәй, 2015.
  • Әҙәби нағыш. / Хикәйәләр, юморескалар, шиғырҙар / Төҙ. С. Шарипов, Л. Абдуллина, Д. Шарафетдинов. Өфө: Китап, 2016. 312 б. Башк., тат.
  • Күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәр: Повесть, хикәйәләр. Өфө: БР Мәғ.үҫт.институты, 2016. 196 б. Башк. (үҙнәшер)
  • Илһам баҡсаһы: Шиғырҙар. Өфө: БР Мәғ.үҫт.институты, 2016.. 88 б. Башк. (үҙнәшер)
  • Сәхнәләрҙән остоң күктәргә!.. Тамара Хоҙайбирҙина тураһында хәтирәләр. Магнитогорск: Дом печати, 2018. 110 б. Башк.
  • Балҡыш. /Сборник /Сост. Аминев А.М. . Өфө: Китап: 2018. [Эл. изд.]. Башк.
  • Һүнмәҫ йондоҙҙар. Повесть, Хоҙайбирҙиндар тураһында мәҡәләләр. – Магнитогорск: Дом печати, 2019. Башк. (үҙнәшер)
  • Уфимский сатирикон. Антология сатиры и юмора. / Уфа, изд-во "Прокопий", 2022. 258с.
  • Моң. /Әкиәттәр, хикәйәләр, пьеса. Урта мәктәп йәшендәге балалар өсөн. Өфө: Китап, 2022. 112б.

Ваҡытлы матбуғаттағы мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (...)
  • «Илһам шишмәләре» шиғри фестиваленең «Мин был ерҙе яратам» номинацияһы лауреаты (2004)
  • «Илһам шишмәләре» шиғри фестиваленең «Шағир һәм заман» номинацияһы лауреаты (2013)
  • Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына конкурс лауреаты - 2015