Эстәлеккә күсергә

Райсцуг

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Райсцуг
Рәсем
Дәүләт  Австрия
Административ-территориаль берәмек Старый город Зальцбурга[d]
Ширина колеи европейская колея[d]
Расположение конечной точки Nonnberg[d] һәм Хоэнзальцбург[d]
Оҙонлоҡ 190 метр
Карта
 Райсцуг Викимилектә

Райсцуг вагоны
Маршрутҡа аҫтан күренеш

Райсцуг (нем. Reißzug йәки Reiszug) күтәргес, Зальцбург ҡалаһы янында (Австрия) Хоэнзальцбург замогына йөк ташыу өсөн, арҡан тартыу көсөндә эшләгән тимер юл. Юл үҙенең йәше менән билдәле; ул 1495 йәки 1504 йылда асылған тип иҫәпләнә. Райсцугты Зальцбург фуникулеры менән бутарға ярамай, фуникулер замокка килеүселәрҙе ташый һәм 1892 йылда төҙөлгән[1].

Юлдың барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юл беренсе тапҡыр 1515 йылда, һуңғараҡ Зальцбург архиепископы булып киткән кардинал |Маттеус Ланг тарафынан телгә алына. Шулай итеп, был юл хәҙер ҙә эшләүсе иң боронғо тимер юл транспорты өлгөләренең береһе[1][2][3].

Райсцуг әлегә тиклем замоктың стенаһы аша тәүге маршрут буйынса йөрөй. Маршрут Ноннберг аббатлығы биләмәһендә замоктың көнсығыш стенаһы аҫтында башланып китә; артабан юл биш концентрик оборона стеналары аша үтеп, ҡәлғәнең үҙәк ихатаһына тиклем 65 % ауышлыҡта дауам итә. Һәр стенаны үтеү урынында ҡапҡа бар, уларҙың һәр береһе ныҡ ағас ҡапҡас менән бикләнергә мөмкин. Ҡапҡаларҙың булыуы һәм йәше кардинал Ланг биргән һүрәтләүҙең иҫбатланышы булып тора[3][4].

Хәҙерге заман тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фараз ителеүенсә башта линияла сана кеүек тележкалар ҡулланылған, әммә тиҙҙән ағас рельстар һәм тәгәрмәстәр ҡуйыла. Вагондар сүс арҡан менән һөйрәлә. 1910 йылға тиклем линия кешеләрҙең йәки хайуандарҙың көсө иҫәбенә эшләй. Ҡулланыу ваҡыты эсендә линия бер нисә тапҡыр яҡшыртыла һәм үҙгәртеп ҡорола (һуңғы тапҡыр — 1990 йылда). Хәҙер линияла ҡорос рельстар һәм ҡорос трос ҡулланыла. Электр двигателе иҫәбенә хәрәкәткә килтерелә, линияның эшен контролләү өсөн видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған[3][4][5].

  1. 1,0 1,1 Der Reiszug - Part 1 - Presentation. Funimag. Дата обращения: 22 апрель 2009.
  2. Der Reiszug. Funiculars.net. Дата обращения: 22 апрель 2009.
  3. 3,0 3,1 3,2 Kriechbaum, Reinhard. Die große Reise auf den Berg (German), der Tagespost (15 май 2004). 22 апрель 2009 тикшерелгән. 2012 йыл 28 июнь архивланған.
  4. 4,0 4,1 Der Reiszug - Part 2 - History and Description. Funimag. Дата обращения: 22 апрель 2009.
  5. Reiszug zu Salzburg (нем.). www.seilbahngeschichte.de. Дата обращения: 24 апрель 2009. 2011 йыл 28 сентябрь архивланған.