Эстәлеккә күсергә

Рамазанов Янис Низаметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рамазанов Янис Низаметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1968
Тыуған урыны Урмансы ауылы, Лаҡлы ауыл советы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, тележурналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Рамазанов Янис Низаметдин улы (1968 йыл) — филолог, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы, тележурналист, әҙәби программалар бүлегенең баш белгесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре[1] (2002).

Рамазанов Янис Низаметдин улы 1968 йылда Салауат районының Урмансы ауылында күп балалы ғаиләлә алтынсы бала булып тыуа.
Урмансы һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң уҡыуын баш ҡалалағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итә. Белем усағын алтын миҙалға тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Филология факультетына уҡырға инә (1985). Беренсе курстан һуң үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә бара.
Мәктәптә үк республика матбуғатында яҙыша башлай, Совет Армияһы сафында ла хәрби округтың «Суворовский натиск» баҫмаһы менән хеҙмәттәшлек итә.
Ҡулына юғары белем тураһында диплом алғас, хеҙмәт юлын «Башҡортостан» гәзитендә хәбәрсе булып башлай, артабан эшмәкәрлеген «Тамыр» балалар студияһында дауам итә.
Янис Рамазановтың исеме Европа журналистары каталогына индерелгән. Ул белемен һәм оҫталығын даими камиллаштырып тора: Чехияла стажировка үтә, Мәскәүҙә курстарҙа була.

Авторлыҡ тапшырыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Төнгө канал»
  • «Күҙгә-күҙ ҡарашып»
  • «Яҡты йорт»
  • «Ваҡыт ҡуласаһы»
  • «Автограф»
  • «Замандаш»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бөтә Рәсәй телевизион «Тэфи» премияһы лауреаты (?)
  • БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы (?)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2020)
  • Төрлө конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары эйәһе.