Ревишвили Амиран Шотаевич
Ревишвили Амиран Шотаевич | |
груз. ამირან შოთას ძე რევიშვილი | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 11 февраль 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | кардиолог |
Эшмәкәрлек төрө | кардиохирургия[d] |
Эш урыны |
Научный центр сердечно-сосудистой хирургии имени А. Н. Бакулева[d] НМИЦ хирургии им. А.В. Вишневского[d] |
Уҡыу йорто | 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты |
Ғилми исеме | РФА академигы[d] һәм профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] (1973) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ревишвили Амиран Шотаевич Викимилектә |
Амиран Шотаевич Ревишвили (груз. ამირან შოთას ძე რევიშვილი; 11 февраль 1956 йыл) — СССР һәм Рәсәй табип-кардиохирургы, уйлап табыусы, ғалим, медицина фәндәрен ойоштороусы, профессор. РФА һәм РАМН академигы, РАМН Президиумы ағзаһы, А. В. Вишневский исемендәге хирургия милли медицина тикшеренеү үҙәге директоры (2015), Рәсәй аритмологтары йәмғиәте президенты[1].
СССР дәүләт премияһы (1986), Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2017) һәм Рәсәй федерацияһы хөкүмәте премияһы (2003) лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ревишвили Амиран Шотаевич 1956 йылдың 11 февралендә Мәскәү ҡалаһында тыуған.
1979 йылда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын, һуңынан ул уҡыу йортоноң аспирантураһын тамамлай.
1982—1998 йылдарҙа А. Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы институтында эшләй: тәүҙә өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара, һуңынан гипербарик оксигенация лабораторияһы етәксеһе була.
1990 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Профессор дәрәжәһенә эйә була.
2002 йылда РАМН-дың «кардиохирургия» һөнәре буйынса мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
2011 йылда РАМН-дың «кардиохирургия» һөнәре буйынса ғәмәлдәге ағзаһы итеп һайлана.
2013 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының физиология һәм фундаменталь медицина бүлеге буйынса ғәмәлдәге ағзаһы[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләт премияһы лауреаты (1986 йыл).
- Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2003 йыл)[3].
- Ике тапҡыр «Призвание» Милли премияһы лауреаты (2007 йыл[4]; 2011 йыл[5]).
- Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы (2017 йыл)[6].
- Почет ордены[7] (2018 йыл).
- Пирогов ордены[8] (2020 йыл).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Если сердце бьется не в такт: Интервью // Санкт-Петербургские ведомости.— 2020. — 3 июня.
- ↑ Академику Ревишвили Амирану Шотаевичу — 60 лет!
- ↑ Ревишвили Амиран Шотаевич (К 50-летию со дня рождения)
- ↑ Лучшие врачи России . www.prizvanie.ru. Дата обращения: 13 май 2019.
- ↑ Лучшие врачи России . www.prizvanie.ru. Дата обращения: 13 май 2019.
- ↑ Кардиохирург Амиран Ревишвили получил госпремию за борьбу с аритмией
- ↑ Церемония вручения государственных наград (27 июня 2018)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 июня 2020 года № 407 — С. 61.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Амирана Шотаевича Ревишвили РФА рәсми сайтында
- 11 февралдә тыуғандар
- 1956 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 1-се Мәскәү дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Фән һәм техника өлкәһендәге РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары
- Почёт ордены кавалерҙары
- Пирогов ордены кавалерҙары
- Грузия шәхестәре
- Мәскәү дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Рәсәй хирургтары
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр