Нуруллин Ринат Ғәли улы
Ринат Нуруллин | |
Балалар яҙыусыһы Ринат Нуруллин | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Татар АССР-ы Балыҡ Биҫтәһе районы Ҙур Мәшләк ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Наградалары: |
Татарстан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1994) |
Нуруллин Ринат Ғәли улы (рус. Риннат Галеевич Нуруллин, 20 август 1954 йыл) — балалар шағиры, ғалим-уйлап табыусы, техник фәндәр кандидаты (1999). Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2011). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1994).
Тормош юлы һәм ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ринат Ғәли улы Нуруллин 1954 йылдың 20 авгусында Татар АССР-ының Балыҡ Биҫтәһе районы Ҙур Мәшләк ауылында тыуған. 1972—1977 йылдарҙа Ҡазан ауыл хужалығы институтында (хәҙерге Ҡазан дәүләт аграр университеты) уҡый. 1999 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Әҙәбиәт өлкәһендә Ринат Нуруллин балалар өсөн логик фекерләү талап итеүсе мауыҡтырғыс башватҡыс шиғырҙар ижад итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре математик ғәмәл башҡарыуҙы һорай.
Ринат Нуруллиндың «Альпинист үрмәкселәр» китабы Антуан де Сент-Экзюпериҙың «Бәләкәй принц», Марк Твендың «Том Сойер мажаралары», Редьярд Киплингтың «Джунгли китабы», Ғабдулла Туҡай әкиәттәре, Абдулла Алиш әкиәттәре, Ханс Кристиан Андерсен әкиәттәре, Заһир Бигиев детективтары, Жюль Верндың әҫәрҙәре, Ҡәйүм Насыриҙың «Әбүғәлисина» китабы менән бер рәттән «Балалар уҡырға тейешле иң яҡшы 10 китап» исемлегенә индерелгән[1][2].
2011 йылдан Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Әҙәби китаптары библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нуруллин Ринат. Өч бүре hәм өч сарык: Шигъри башваткычлар. — Казан: Татар. кит. нәшр., 2004. — 79 б. — 5000 д. — ISBN 5-298-01326-0. (тат.)
- Нуруллин Р. Г. Альпинист үрмәкүчләр: шигъри башваткычлар / Ринат Нуруллин. — Казан: Татар. кит. нәшр., 2008. — 88 б. — 5000 д. — ISBN 978-5-298-01656-8. (тат.)
- Нуруллин Ринат. Камыр батыр: шигъри әкият-башваткыч. — Казан: «Сүз» нәшрияты, 2015. — 56 б. — 500 д. — ISBN 978-5-98356-271-4. (тат.)
- Нуруллин Р. Г. Яхиннар. — Казан: «Ихлас» нәшрияты, 2016. — 208 б. — 500 д. — ISBN 978-5-906701-70-1. (тат.)
- Нуруллин Ринат. Шаһмара табышмагы: шигъри әкият-башваткыч. — Казан: «Ихлас» нәшрияты, 2016. — 64 б. — 1000 д. — ISBN 978-5-906701-89-3. (тат.)
- Нуруллин Р.Г. Тургайлар сайраганда. — Казан: «Ихлас» нәшрияты, 2017. — 160 б. — 500 д. — ISBN 978-5-906701-94-7. (тат.)
- Нуруллин Р.Г. Байки Юркого Кота. — Казань: ЗАО Издательский дом «Казанская недвижимость», 2017. — 86 с. — 300 экз. — ISBN 978-5-9909918-1-1. (рус.)
- Нуруллин Р.Г. Укымышлы чыпчыклар: балалар өчен шигырьләр һәм әкият / Ринат Нуруллин; (рәссамы Марат Рәхимов). — Казан: Татар. кит. нәшр., 2017. – 127 б. – 2200 д. – ISBN 978-5-298-03347-3. (тат.)
Фәнни китаптары библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Русча-татарча техник терминнар сүзлеге / А. К. Юлдашев, Ә. З. Әфләтунов, Ә. Х. Җомагылов, Р. Г. Нуруллин. — Казан: Мәгариф, 2000. — 256 б. — Библиогр.: 256 б. (15 исем.). — 1000 д.
- Охрана труда в сельском хозяйстве: Русско-татарский словарь = Авыл хуҗалыгында хезмәт иминлеге: Русча-татарча сүзлек / [төз. А. Х. Зимагулов, Р. Г. Нуруллин, Ф. И. Габдрахманов, Н. Ф. Нигматуллин]. — Казан: Мәгариф, 2008. — 214 б. — Библиогр.: 256 б. (16 исем.). — 2000 д.
- Ибатуллина Л. З., Нуруллин Р. Г. Математикадан кыскача белешмәлек. Геометриянең төп формулалары = Краткий справочник по математике. Основные формулы геометрии. — Казан: Яз, 2011. — 140 б. — Библиогр.: 140 б. (10 исем.). — 2000 д.
- Зимагулов А. Х., Нуруллин Р. Г., Зимагулов Т. А. Технические и технологические пути повышения эффективности и безопасности агрегатов на базе мобильных энергетических средств. — Казань: Казан. ун-т, 2012. — 278 с. — 150 экз.
- Əюпов М. Ю., Нуруллин Р. Г., Газиев Н. Х. Яшүсмер уйлап табучыларга. — Казан: «Ихлас» нəшрияты, 2015. — 172 б. («Яшь уйлап табучы китапханəсе» сериясе). — 750 д. — ISBN 978-5-906701-43-5. (тат.)
Һанлы ребустары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ринат Нуруллин уйлап тапҡан һанлы ребустар (криптарифмдар):
- БЕҘ + БЕҘ + БЕҘ = ИНЕК
- ҠУЯН + УЯН + ЯН + Н = 2096
- ИМӘН + ИМӘН + ИМӘН = УРМАН
- Я х Я х Я = КУБ
- УТ х УТ = УСАҠ
- РАШАТ + АШАТ + ШАТ + АТ + Т = 30000
- САБА х АҠ = ҠАРҒА
- БАҪ + ҠЫҘЫМ = ӘПИПӘ
- МАЙМЫЛ — ЯРАТА = БАНАН
- 5 x ҠАРЫШ = ҺАҠАЛ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1994);
- «50 лет обществу изобретателей и рационализаторов Республики Татарстан» Иҫтәлекле (алтын) билдәһе (2008);
- «За заслуги в ОИР» билдәһе (2012);
- «Отличник изобретательства и рационализации» Алтын билдәһе (2013).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ринат Нуруллин. Альпинист үрмәкүчләр 2016 йыл 4 март архивланған.
- Нуруллин Риннат Галеевич. Казанский государственный энергетический университет. Официальный сайт.(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2016)
- Нуруллин, Риннат Галеевич «dic.academic.ru» сайты (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2016)