Ҡәйүм Насыри
Ҡәйүм Насыри | |
татар. Qayum Nasıri, Каюм Насыйри | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 2 (14) февраль 1825[1] |
Тыуған урыны | Малые Ширданы[d], Большеширданское сельское поселение[d], Зеленодольский район[d], СССР |
Вафат булған көнө | 20 август (2 сентябрь) 1902[1] (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Рәсәй империяһы |
Ерләнгән урыны | Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d] |
Һөнәр төрө | этнограф, фольклорсы, тарихсы, лингвист, яҙыусы, уҡытыусы, ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | этнография[2], фольклористика[d][2], тарих[2], тел ғилеме[2], әҙәби эшмәкәрлек[d][2] һәм НИОКР[d][2] |
Әүҙемлек урыны | Татарстан Республикаһы[2] |
Ҡәйүм Насыри Викимилектә |
Ғәбделҡәйүм Ғәбделнасир улы Насиров (Каю́м Насыйри́) (татар. Qayum Nasıri, Каюм Насыйри; 2 [14] февраля 1825— 1920 йылдың 20 авгусы) — татар ғалим-этнографы, XIX быуат яҙыусыһы һәм мәғрифәтсеһе.
Татар халҡының күренекле ғалимы, яҙыусыһы һәм мәғрифәтсеһе Ҡәйүм Насыри үҙенең ярты быуаттан ашыу фәнни әҙәби һәм педагогик хеҙмәте дауамында нәфис әҙәбиәт, фольклор, филология, педагогика, математика, тарих, география, астрономия һәм башҡа фән тармаҡтары буйынса ҡырҡҡа яҡын хеҙмәтен баҫтырып сығарҙы. Ҡәйүм Насыри ысын ғалим булды, ул үҙенең тыуған илен, халҡын ныҡ яратҡан, уларҙың үҫеүе өсөн күп эшләне. Яҙыусы-демократ, мәғрифәтсе булараҡ, Ҡәйүм Насыри үҙенең бөтә ғүмерен татар халҡы араһында фән һәм белем, мәҙәниәт һәм прогресс таратыу эшенә бирә. Ул йәмәғәт тормошонда демократик йүнәлешле вәкилдәрҙең алдынғы рәтендә барҙы, татарҙарҙың урыҫ революция хәрәкәте эшмәкәрҙәре менән яҡынлашыуы өсөн тырышты, татарҙарҙың рус телен өйрәнеүе өсөн көрәште. Татар халҡының тарихы һәм мәҙәниәте менән аҙ ғына таныш булған һәр кемгә бөгөн Ҡәйүм Насыри исеме билдәле. Һуңғы тиҫтә йылдар эсендә күренекле мәғрифәтсе иҫтәлеге онотолмай ғына түгел, урамдар атамалары булып, мемориаль урындарҙа һәм музейҙарҙа мәңгеләштерелә, киң матбуғат баҫмаларында һәм мәғлүмәт сараларында пропагандалана. Әммә үлгәндән һуң данлау һәм рәхмәт белдереү ғүмере буйына хәҡиҡәтте бәхет итеп эҙләгән, шуның өсөн даими рәүештә замандаштарының аңламауын һәм яратып етмәй ситләшеүен кисереп, ярлылыҡҡа һәм уңышһыҙлыҡҡа дусар булып, йырып сыҡҡыһыҙ яңғыҙлыҡта йәшәгән кешегә бары бик ҙур булмаған бүләк кенә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1825 йылдың 2 февралендә Ҡазан губернаһы Зөйә өйәҙе Үрге Шырдан ауылында (хәҙерге Татарстан Республикаһының Зеленодольский районы) билдәле дин белгесе һәм каллиграфия оҫтаһы Ғәбденасыр бин Хөсәйен ғаиләһендә тыуған. Был боронғо һәм ҙур хөрмәткә лайыҡ билдәле династияның ата-бабаһы Ҡазан ханлығы осоронда уҡ Волга йылғаһының уң ярында төпләнгән Бирәш бабай булғанлығы билдәле. Шул уҡ ваҡыттан бер нисә быуат дауамында уның күп вариҫтары, старосталар һәм указлы муллалар вазифаһын башҡарып, урындағы мосолмандарҙың лидеры булып танылған.
Ҡәйүмдең олатаһы — Хөсәйен бин Әлмөхәмәт Сәғит Әхмәтовтың данлыҡлы Бәрәзә ауыл мәҙрәсәһен (хәҙер Татарстан Республикаһының Әтнә районы) тамамлағандан һуң, XVIII быуаттың икенсе яртыһында — XIX быуат башында Үрге Шырданда имам була, уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлек менән уңышлы шөғөлләнә. Ул заман шәкерттәре араһында ҙур популярлыҡ менән файҙаланған ғәрәп синтаксисы һәм грамматикаһы буйынса бер нисә ҡулъяҙма хеҙмәт ҡалдырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның улы Ғәбденасир, иҫ киткес һәләтле булыуына, Ҡазандағы иң абруйлы татар мосолман мәғрифәтселек үҙәктәрендә, Бәрәзә һәм Мәскәрә ауылдарында (хәҙерге Татарстан Республикаһы Кукмара районы) ислам фәндәре өлкәһендә фундаменталь белем алыуына ҡарамаҫтан, дингә өндәүсе кимәленә үҫеп етмәй.
Белемле, урыҫ телен яҡшы белгән Насир мулла бөтә көсөн һәм ваҡытын ауылы һәм ауылдаштары тураһында хәстәрлеккә бағышлай. Һуңғараҡ Ҡәйүм Насыри уның тураһында былай тип яҙған, "сит кешенең ҡайғыһын уртаҡлашыуы, кешеләргә ярҙамсыллығы, шәфҡәтлелеге һәм бик күп яҡшы эштәре өсөн, «мәрхәмәтле» тип атаған халыҡтың хөрмәтенә лайыҡ була һәм танылыу яулай. Йәмәғәт проблемалары Ғәбденасирға рәсми рәүештә ауыл мәсетендә вәғәз һөйләү мөмкинлеген бирмәй. Әммә, атаһы Хөсәйен кеүек, ғәрәп теле теорияһы һәм көнсығыш китаптарын профессиональ күсереп яҙыу менән ярайһы уҡ уңышлы шөғөлләнгән.
Шулай итеп, Ҡәйүм Насыриҙың яҙмышы күп осраҡта ғаилә тарихы һәм йолалары, ата-бабаларының бынамын тигән үрнәге менән алдан билдәләнеп ҡуйылған. Ауыл мәктәбендә грамота һәм дин нигеҙҙәрен үҙләштереп, атаһының кәңәше буйынса 1855 йылда яҡташы һәм күптәнге дуҫы Әхмәт бин Сәғит әш-Шырдани (1793—1863) уҡытҡан Ҡазан ҡалаһының бишенсе йәмиғ мәсете янындағы мәҙрәсәгә уҡырға килә. Был дин әһеле тыумыштан ысын педагог һәм талантлы ғалим булараҡ ҡына түгел, әммә прогрессив имам, дини реформатор Ғәбденасир Ҡурсавиҙың инанған яҡлаусыһы ла була. Шундай кеше ҡулында уҡыу Ҡәйүмгә тәбиғи ҡыҙыҡһыныусанлығын һәм тәнҡитле фекерләүен артабан үҫтерергә ярҙам итә. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрөк, ғәрәп һәм фарсы телдәрен, мосолман фәлсәфәһе һәм хоҡуғы һәм нигеҙҙәрен үҙләштерә. Йәш кеше урыҫ телен өйрәнеү менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Моғайын, йәнле аралашыу һәм әҙәбиәт эҙләгәндә, Ҡәйүм урыҫ интеллигенция вәкилдәре һәм православие миссионерҙары менән таныша, һәм тиҙҙән улар һәләтле мосолманды Ҡазан дини училищеһында татар теле уҡытыусыһы вазифаһын биләргә тәҡдим иткән.
1855 йылда Ҡәйүм Насыри буласаҡ христиан руханиҙарына дәрестәр бирә башлай, һәм бер нисә йылдан, педагогик тәжрибә туплағандан һуң, Ҡазан дини семинарияһына шундай уҡ эшкә күсә. Мосолман кешеһе өсөн был ысынлап та ҡыйыу, хатта тәүәккәл аҙым була. Ҡазан татарҙарының йәмәғәт фекере ул ваҡытта менән ҡәтғи православие дәүләте менән мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә ҡәтғи ҡаршы ине.
Христианлаштырыуҙан ҡурҡыуға бәйләнгән быуаттар буйына йыйылған тиҫкәре мөнәсәбәт уны мосолмандар араһында мөртәт, ситкә ҡағылған кешегә әйләндерҙе. Уның семинарияла һәм университетта аралашыу даирәһе уҡытыусылар һәм уҡыусылар һаны менән сикләнде. Семинария бинаһы сарҙағында Ҡәйүмгә кескәй генә бүлмә бирелә. Һәм ул төнгә тиклем көнсығыш ҡулъяҙмалары, урыҫ һәм европа әҙәбиәтен уҡый, конспекттар һәм үҙенең тәүге әҫәрҙәренең ҡараламалары өҫтөндә эшләй.
Педагог тормошоноң яңы һәм мөһим этабы XIX быуаттың 1870-се йылдарында, хөкүмәт, мосолман конфессиональ мәғарифының автономиялаша барыуына иғтибар итеп, уны рәсәй мәғариф системаһына интеграцияһы буйынса саралар ҡабул итә. Ул саҡта мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙә шәкерттәргә мотлаҡ урыҫ телен уҡытыуҙы индереү, һәр ерҙә рус донъяуи урыҫ-татар мәктәптәрен булдырыу мөһим бурыс булып һаналды. Был ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу, һәр ерҙә дин әһелдәренең һәм мосолман халҡының ҡаршылығына осрап, ғәмәлгә ашырыу бик ауыр барҙы. Былай ҙа ауыр хәл һөнәри тәжрибәгә эйә һәм дәүләт телен белгән милли уҡытыусы кадрҙарының булмауы менән ҡатмарлаша.
Моғайын, Ҡазанда татар уҡыу йорттарында тулы ҡанлы педагогик эш алып барырға һәләтле берҙән-бер мосолман кешеһе Ҡәйүм Насыри булғандыр. Ул «Мәржәни» мәсетенән алыҫ түгел Иҫке-татар биҫтәһендә (слобода) ҙур теләк менән мосолман мәктәбен ойоштороу эшенә тотондо. Әммә, ғәҙәттә арыу-талыу белмәүсе тәүге юл һалыусыға мөнәсәбәт буйынса, мәғрифәтсе фәҡәт проблемалар һәм күңелһеҙ һөҙөмтәләр менән генә осраша. Күпселек татарға ул һаман «Урыҫ Ҡәйүм», ә Халыҡ мәғарифы министрлығы чиновниктарына — асыҡтан-асыҡ миссионерлыҡ эше менән шөғөлләнергә теләмәгән артыҡ ныҡ үҙ аллы уҡытыусы булып ҡала. Һуңғы нөктәгә тиклем Насыри үҙенең мәктәбен һаҡлап ҡалырға тырыша, етер-етмәҫ кенә эш хаҡынан бинаны ҡортомға алған өсөн, дәреслектәр өсөн түләй, һәм хатта һуңғы аҡсаһын уҡыусыларға туҡланыу һәм кейем өсөн бирә. Әммә татар училищелары инспекторы В. В. Радлов менән ыҙғыш (конфликт) төпкә киткәнлектән, Насыри 1876 йылда уҡытыусы эшен ҡалдырырға мәжбүр була.
Яңғыҙлыҡ һәм Сенная урамындағы (хәҙер — Париж Коммунаһы урамы, 35) Ғәлиев мәсете мәзине фатирында тыныс тормош күптән түгел эштән киткән отставникка етди фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә ярҙам итә. Тап ошо йылдарҙа ул татар тел ғилеме, педагогика, уҡытыу методикаһы, тарих һәм әҙәбиәт буйынса иң күренекле әҫәрҙәрен ижад итә. Мәғрифәтсенең 1871 йылдан бирле даими сығарып килгән календарын нәшер итергә күберәк ваҡыты барлыҡҡа килә. Ҡәйүм Насыри Ҡазан фәнни берләшмәһендә ҙур ихтирам менән файҙалана. Уның этнографик һәм тарихи тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе оҙайлы ваҡыт уның ағзаһы булып торған Ҡазан университетының Археология һәм этнография йәмғиәте ултырыштарында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлана.
Бөтә тормош юлының хеҙмәте тип университет типографияһында 1884 йылда уның «Плоды собеседований» тип исемләнгән үҙенсәлекле вәғәз һәм нәсихәттәрҙән торған күләмле китабын атарға була. Был әҫәр бөтә татар мәғрифәтселек идеологияһы аңлатмаһынан ғибәрәт, һәм бөгөн дә ҙур тәрбиәүи һәм фәнни әһәмиәткә эйә.
Халҡы өсөн йәшәгән ғалимдың шәхси тормошо килеп сыҡмай. Уңышһыҙлыҡтар уның артынан шәүлә кеүек эйәреп йөрөй. 1885 йылда китапханаһы янғандан һуң, Ҡәйүм Насыри тыуған ауылына ҡайтып йәшәргә һәм ауыр крәҫтиән хеҙмәте менән ризыҡ табырға мәжбүр була. Ҡабаттан Ҡазанға ҡайтыуы ла уны иниегеүҙән ҡотҡара алмай. Ғаиләһе булмауы, ғорур, тәьҫирле һәм ҡапма-ҡаршы характеры, замандаштары тарафынан тейешле баһа алмаған аҡыл эйәһенең яңғыҙлығын ҡатмарлаштырған ғына. Был йәһәттән Ж. Вәлиди ҡыҙыҡлы яҙмалар ҡалдырған яҙған: "…Насыров нервылы, сәйерерәк кеше ине, ябыҡ йәшәй, кешеләр менән аралашырға яратмай, эргәһенә үҙен яҡларлыҡ кешеләрҙе тупламай. Уның ғүмере бәләкәй генә фатирҙа, ҡатынһыҙ, балаһыҙ үтте ". Ж. Вәлиди шулай уҡ билдәле татар журналисы һәм педагогы Х.Мәҡсүди мәғлүмәтен килтерә: «Ҡавказ аръяғынан Ҡазан әҙәбиәте буйынса материалдар ебәреүемде үтенеп яҙған хат алдым, мин Ҡәйүм Насыриға мөрәжәғәт иттем; минең уның биографияһын һәм фотографик карточкаһын биреү тураһындағы үтенесемде тыңлағандан һуң, ул әлегә тиклем уны белергә лә теләмәгән һәм үҙ яҙыусыларын асҡа үлерлек дәрәжәгә еткергән халыҡҡа бер ниндәй ҙә биографик мәғлүмәт биргеһе килмәгәнлеген әйтте; һәм фотографик карточкаһы ла юҡ тине…»
Әлбиттә, уҡытыусының кинәт әйтелгән һығымталары әсе үпкәләүҙән килгәндер, әммә был һүҙҙәр дөрөҫлөккә тап килмәйҙер. Ҡәйүм Насыри XIX быуат аҙағы — XX быуат башында йәш татар интеллигенцияһы— Ғабдулла Туҡай, Фәтих Әмирхан, Ғәлимйән Ибраһимов, Ғәлиәскәр Камал һәм башҡа профессиональ милли әҙәбиәт, театр, сәнғәт һәм фән башланғысында торғандар өсөн кумирға әйләнгәйне.
Ғүмеренең ахырында фалиж һуҡҡан мәғрифәтсе Ҡәйүм Насыри 1902 йылдың 20 авгусында вафат була һәм «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһе шәкерттәре уны Ҡазан ҡалаһының Яңы Татар биҫтәһе зыяратында ерләй.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Буш ваҡыт» («На досуге») фәнни-популяр әҫәре (1860 йыл)
- «Хисаплыҡ, йәғни ғилми хисап ҡағиҙәләре, йәки арифметика вә һәм хисаплыҡ мәсьәләләре» («Арифметика») дәреслеге (1873 йыл)
- «Әҙәбиәт буйынса әңгәмәләшеүселәр өсөн емештәр» («Плоды для собеседников по литературе») фундаменталь хеҙмәт (асылда, энциклопедия) (1884 йыл)
- «Зирәғәт ғилеме, йәғни иген икмәк вә ашлыҡ сәсмәк вә емеш баҡсалары турында фән» («Игенселек тураһындағы фән…») тигән тәбиғи фәндәр буйынса хеҙмәт (1892 йыл)
- «Лөғәт китабы» («Словарь») рус-татар һүҙлеге (1892 йыл)
- тәбиғи фәндәр буйынса хеҙмәт «Гөлзар вә чәмәнзар, йәғни үләнлек вә сәскәлек» («Болондар һәм сәскәлектәр») тәбиғи фәндәр буйынса хеҙмәт (1894 йыл)
- «Ысул жәғрафияи кәбир» («Ҙур география») дәреслеге, өс өлөштә (1894—1899 йылдар).
- «Әнмузәж» («Өлгө») фонетика һәм грамматика буйынса хеҙмәте (1895 йыл)
- «Истыйлахат гыйльме һөндәсә» («Геометрия») дәреслеге (1895 йыл)
- «Лаһҗәи татари» («Татар һөйләшсәләре») татар теленең тәүге аңлатмалы һүҙлеге, ике томда (1895—1896 йылдар)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡазанда Иске Татар биҫтәһенең бер урамы Ҡәйүм Насыри исемен йөрөтә
- Татарстан Республикаһының Зөйә районындағы Кесе Шырдан ауылында Ҡәйүм Насыри исемендәге китапхана-музей эшләй
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Источником материала для этой статьи является книга рус. Каюм Насыри. Избранные произведения. Казань. Татарское книжное издательство, 1977 и её татарский вариант татар. Q.Nasıri. Qazan, Tatarstan kitap nərşiyatı, 1977 (К. Насыйри. Казан, Татарстан китап нəшрияты, 1977.)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ш. Рамазанов. Каюм Насыри — основатель татарского литературного языка. — Казань, 1945.
- Абдуллин И. А., Закиев М. З. Каюм Насыйри — основоположник национального литературного языка // Советская тюркология. 1975. № 3. — С. 52—67.
- Садыкова Л. Р. Каюм Насыйри — основоположник татарского литературного языка/Л. Р. Садыкова//Лингвистические исследования: Сборник научно-методических работ/ Под.общ. ред. Н. В. Габдреевой, Г. Ф. Зиннатуллиной. — Казань: изд-во гос.техн. ун-та, 2008—231 с. — С.65—70.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Nasyri, Kajum // Чешская национальная авторитетная база данных