Эстәлеккә күсергә

Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Роберт Мутигуллович Арсланов битенән йүнәлтелде)
Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 апрель 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1]
Тыуған урыны Йәнтеш, Атингән ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 12 август 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2] (87 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй[2]
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре
Биләгән вазифаһы министр урынбаҫары[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (8 апрель 1934 йыл12 август 2021 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. 1978–1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994)

Роберт Мөтиғулла улы Арыҫланов 1934 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының[3] Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында тыуған.

1941 йылда үҙҙәрендәге башланғыс мәктәпкә уҡырға бара, 1951 йылда Аҡъяр ауылындағы урта мәктәпте тамамлай. Яҡшы уҡый, фотоһүрәте Почёт таҡтаһында була. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша: пионер отряды вожатыйы була, мәктәптең пионер дружинаһы советы һәм уҡыусылар комитеты рәйесе итеп һайлана.

Ветеран оҙайлы ауырыуҙан һуң 2021 йылдың 12 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булды[4].

  • Свой путь в жизни [Текст] / Р. М. Арсланов. - Уфа: Мир печати, 2017. - 169 с., [12] л. ил., портр., цв. ил., факс.; 20 см.; ISBN 978-5-9613-0470-1 : 100 экз.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1986)
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994)[5]