Эстәлеккә күсергә

Рогожникова Татьяна Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рогожникова Татьяна Михайловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 август 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (64 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө филолог
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Рогожникова Татьяна Михайловна (12 август 1960 йыл) — тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009)[1].

Татьяна Михайловна Рогожникова 1960 йылдың 12 авгусында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа[1]. 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетын, 1985 йылда Тверь дәүләт университетының аспирантураһын тамамлай. А.А. Залевскаяның ғилми етәкселеге аҫтында 1986 йылда Һарытау дәүләт университетында) кандидатлыҡ һәм 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетында дөйөм тел ғилеме, социолингвистика, психолингвистика һөнәре буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

Өфө дәүләт авиация техник университетында 1982 йылдан: аспирант, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор. 1991 йылдан алып сит телдәр кафедраһы мөдире (1991—2006). Тел коммуникацияһы һәм психолингвистика кафедра мөдире (2006 йылдан алып)[1].

Бөтә Рәсәй психолингвистика йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе. Семантиканың психолингвистик проблемалары, һүҙ мәғәнәһе эшмәкәрлегенең динамик аспекттарының моделдәрен яһау проблемалары буйынса 180-дән ашыу баҫылған хеҙмәт авторы. Аспиранттар һәм дәғүәселәр эше менән етәкселек итә[2]. 2015 йылдан алып ректорат советнигы.

Йыл һайын үткәрелеүсе «Вопросы обучения иностранным языкам: методика, лингвистка, психология» төбәк ғилми конференцияһының материалдар йыйынтығының яуаплы мөхәррире. Тверь дәүләт университетында нәшер ителгән «Слово и текст: психолингвистический аспект» ғилми хеҙмәттәр йыйынтығының редакция коллегияһына инә.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге тел күренештәренең суггестив ресурстарын моделләштереүгә, вербаль мәғлүмәттең автоматлаштырылған анализына һәм уларҙы декодлау өсөн инструменттар (башҡорт теле, инглиз теле, немец теле, татар теле, урыҫ теле, француз теле һ.б. материалында) уйлап табыуға арналған. Рогожникова етәкселегендә “Барин"; “Батыр"; “Бюргер" һ.б. компьютер программалары уйлап сығарылған. Ассоциация процестарын тикшереү М. Рогожниковаға юғары дөйөм потенциалға эйә булған семантик үҫештең универсаль моделен төҙөргә мөмкинлек бирә. Фундаменталь тикшеренеүҙәр өлкәһендә ул яңы теорияның нигеҙҙәрен төҙөй; индивидуаль аңда полисемантик һүҙҙең психолингвистик эш итеү концепцияһын эшләй; тәүге тапҡыр тел йөрөтөүсе аңында һүҙҙең төп йәшәү механизмдарының классификацияһы һәм эҙмә-эҙлелеге тәҡдим ителә, төрлө кимәлле мәғлүмәт эшкәртеү гипотезаһы тәҡдим ителә. Ғәмәли тикшеренеүҙәр өлкәһендә: сит телде уҡытыу проблемаһына яңы ҡараш булдырылған, уның нигеҙенә лексик берәмектең ассоциатив мөхитен булдырырға мөмкинлек биргән ассоциатив методика һалынған[3].

Маҡтаулы бүләктәре һам башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002),
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009)
Китаптары
  • Психолингвистическое исследование функционирования многозначного слова: Монография. – Уфа: Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т, 2000. – 242 с.
  • Английский язык на уроке и в жизни: Уч. пос. – Уфа: Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т, 1997. – 105 с.
  • Английский язык из первых рук/English at first hand: Уч. пос. Уфа: - Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т, 2002. – 101 с.
Мәҡәләләре
  • О национально-культурной специфике ассоциативных реакций детей / на материале русского, белорусского, словацкого, английского языков //Этнопсихолингвистика. - М.: Наука, 1988. – С.108-116.
  • Механизмы функционирования слова в индивидуальном сознании: их специфика и последовательность становления //Психолингвистические исследования значения слова и понимания текста. - Калинин: Калинин. гос. ун-т, 1988.– С. 15-22.
  • «Модель мира» и «мир моделей» //Перевод как моделирование и моделирование перевода: Сб. науч. тр. - Тверь: Твер. гос. ун-т, 1991. – С. 46-58.
  • Ассоциативный словарь специального назначения //Неотерм. Журнал международной организации по унификации терминологических неологизмов № 13/16. - Варшава, 1991. – С. 106-110.
  • Ассоциативное окружение слова: контекстное и внеконтекстное //Слово и текст: Актуальные проблемы психолингвистики. Сб. науч. тр.- Тверь: Твер. гос. ун-т, 1994. – С. 44-54.
  • О разных парадигмах и основаниях исследовательского поиска //Психолингвистические исследования слова и текста. Сб. науч. тр. – Тверь: Твер. гос. ун-т, 1997. – С. 66-75.
  • О возможных основаниях для классификации ассоциативных реакций //Психолингвистические исследования: слово, текст: Сб. науч. тр. – Тверь: Твер. гос. ун-т, 1999. – С. 14-23.
  • Семантическое развитие и возможная эволюция человеческого сознания //Психолингвистические исследования слова и текста: Сб. науч. тр.-Тверь: Твер. гос. ун-т, 2002. – С. 29-35.
  • Речевые процессы и концептуальный аппарат системы категорий информационного подхода //Вестник УГАТУ. Научный журнал УГАТУ. – Уфа: Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т, 2003. - Т. 4. № 2. - С. 12-20.
  • Процессы ассоциирования в структурах символьного сознания //Слово и текст: психолингвистический подход: Сб. науч. тр. – Тверь: Твер. гос. ун-т, 2003. – Вып. 1. - С. 127-136.
  • Тупики и горизонты лексической семантики //Исследования по семантике: Межвузовск. науч. сб. Вып. 22. Взгляд ученых Башкортостана разных поколений. – Уфа: РИО БашГУ, 2004. – С. 25-34.
  • Ментальные пространства и соматические корни семантики //Семантика разноуровневых единиц в языках различного строя: Сб. науч. ст. К 65-летию профессора Р.З. Мурясова. – Уфа: РИО БашГУ, 2005. – С.169-181.
  • Психолингвистическое моделирование семантики //Слово и текст: психолингвистический подход: Сб. науч. тр. /Под общ. ред. А.А. Залевской – Тверь: Твер. гос. ун-т, 2005. - Вып. 4. - С. 106-128.
  • Единицы яда ментального лексикона и мозговые волны //Языковые и речевые единицы в разных языках. Сб. науч. ст. – Уфа: РИО БашГУ, 2006. С. 121-136.
  • Психологические типы и процессы ассоциирования //С любовью к тексту: Монография. – Уфа: Восточный ун-т, 2006. С. 144-157.