Ростов симфоник оркестры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ростов академия симфоник оркестры (аббр. РАСО,1994 йылдың башына тиклем— Ростов симфоник оркестры) — Дондағы Ростовта базаланыусы Рәсәй симфоник оркестры. Оркестр Ростов өлкә филармонияһының иң ҙур коллективтарының береһе[1].

Оркестр тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ростов симфоник оркестры 1935 йылда дирижер Бруно Берман инициативаһы менән ойошторолған. 1984 йылда симфоник оркестрҙарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында был коллектив конкурстың лауреаты була. 1990 йылда Ростов оркестры П. И. Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурсының өсөнсө турында аккампаниаторлыҡ итеп ҡатнаша. 1994 йылда Рауил Мартынов етәкселеге аҫтында Мәскәүҙәге уңышлы гастролдәренән һуң оркестр академия сиимфоник оркестры тигән абруйлы исемгә лайыҡ була.

Оркестрҙың киң репертуарында боронғо көйҙәр ҙә, заманса музыка ла күҙәтелә. Бынан тыш, XX быуаттың танылған композиторҙары Д. Шостакович, Хачатурян, Хренников, Щедрин, Эшпай, Шнитке, Канчели һәм Фаликтарҙың һәм хәҙерге Ростов композиторҙарының музыкаһын да оркестр оҫта башҡара. Ростов симфоник оркестры башҡарыуында уларҙың йөҙгә яҡын әҫәрҙәренең премьераһы үтә.

Коллектив оркестры 109 музыканттан тора, шулар араһында ике кеше Рәсәйҙең халыҡ артисы (скрипкасы Александр Милейковский[2] һәм виолончелист Михаил Щербаков[3]) һәм өсөһө Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (скрипкасы Михаил Вильевок[4], кларнетист Андрей Удовенко[5] һәм арфист Наталья Добрецова[6]) маҡтаулы исемдәренә лайыҡ.

Ростов академия симфоник оркестры менән бергә бөтә донъяла танылған музыканттар Л. Оборин, Э. Гилельс, М. Ростропович, Д. Ойстрах, Л. Коган, Я. Зак, Я. Флиэр, С. Нейгауз, М. Вайман, Б. Гутников, В. Ашкенази, Д. Шафран, В. Мержанов, Д. Башкиров,. Н. Петров, Л. Торадзе, Ю. Ситковецкий, Р. Керер, Н. Гутман, О Ҡаған, Л. Исакадзе, Е. Нестеренко, Е. Образцова, Ю. Башмет, В. Крайнев, Э. Грач, В. Третьяков, Е. Нестеренко, Е. Образцова, Н. Трулль, С. Тарасов, Д. Мацуев, Г. Муржа, В. Овчинников, Д. Крамер, М. Култышев, А. Бузлов, Н. Борисоглебский, А. Писарев һәм башҡалар сығыш яһаған.

2011 йылдың август айында Ростов академия симфоник оркестрының әҙәби етәксеһе һәм баш дирижеры итеп быға тиклем В. Н. Еждик исемендәге Дәүләт концерт тынлы ҡоралдары оркестрын етәкләгән Вадим Вильевок тәғәйенләнә[7][8].

Баш дирижерҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бруно Берман (1935—1937)
  • Николай Аносов (1937—1938)
  • Марк Паверман (1938—1941)
  • Леонид Кац (1952—?)
  • Семен Коган
  • Рауил Мартынов (1992—2004)
  • Петр Грибанов (2006—2007)
  • Юрий Ткаченко (2007—2011)
  • Вадим Вильевок (2011—2012)
  • Александр Поляничко (2012 йылдан алып)[9]
  • Валентин Урюпин (2015)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ростовская областная филармония — Коллективы
  2. Ростовский Академический Симфонический Оркестр — Милейковский Александр Семенович(недоступная ссылка)
  3. Ростовский Академический Симфонический Оркестр — Щербаков Михаил Николаевич(недоступная ссылка)
  4. Ростовский Академический Симфонический Оркестр — Вильевок Михаил Яковлевич(недоступная ссылка)
  5. Ростовский Академический Симфонический Оркестр — Удовенко Андрей Андреевич(недоступная ссылка)
  6. Ростовский Академический Симфонический Оркестр — Добрецова Наталья Сергеевна(недоступная ссылка)
  7. Пилипенко Г. В ростовской филармонии — новый худрук // www.rostovnews.net. — 2011. — 20 сент.
  8. Каминская М. Первый за 77 лет(недоступная ссылка) // Наше время. — 2011. — 29 сент.
  9. Иванова Е. Ростов академия симфонический оркестрын етәкләгән // Комсомольская правда. — 2012. — 28 авг.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]