Эстәлеккә күсергә

Рубцова Мария Денисовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рубцова Мария Денисовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 апрель 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1993
Вафат булған урыны Рәсәй
Һөнәр төрө жилищно-коммунальное хозяйство
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Рубцова Мария Денисовна (14 апрель 1914 йыл22 июнь 1993 йыл) — Химки ҡалаһының почетлы гражданы[1], коммуналь хужалыҡтың маҡтаулы хеҙмәткәре. Тормошон ҡаланы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эшенә бағышлаусы.

Мария Денисовна Рубцова 1914 йылдың 14 апрелендә тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1933 йылда башлай. 1956 йылдан Химки ҡала коммуналь хужалығында инженер вазифаһын биләй, һуңынан төҙөкләндереү идаралығы һәм юл-эксплуатация идаралығының баш инженеры булып эшләй. 1969 йылда төҙөкләндереү һәм коммуналь предприятиелар комбинатын етәкләй. Халыҡ депутаттарының Химки ҡала Советы депутаты була.

Мария Рубцова Химки ҡалаһын төҙөкләндереү эше менән әүҙем шөғөлләнә — уның ҡатнашлығында ҡалала парктар, үҫемлектәр, йәшел массивтар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, тап уның тырышлығы менән В. И. Ленин һәйкәле тирәләй йәшел массив барлыҡҡа килә.

1980 йылда Мәскәүҙә үткән Олимпия уйындарына әҙерлеккә ҙур өлөш индерә[2].

1993 йылдың 24 июнендә вафат була, Машкино зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1994 йылда Яңы Химки ҡалаһында урам М. Д. Рубцова исеме менән атала. 2004 йылда асылған скверға М. Д. Рубцова исеме бирелә.

  1. Решение Совета депутатов Химкинского района от 05.04.2002 № 4/5
  2. Региональное отделение партии "Родина" в г.о. Химки. Архивировано 18 май 2015 года. 2015 йыл 18 май архивланған.