Рудольф фон Лабан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рудольф фон Лабан
нем. Rudolph von Laban
ингл. Rudolf Laban
Laban and pupils.jpg
Тыуған көнө

15 декабрь 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат булған көнө

1 июль 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1][2][3][…] (78 йәш)

Ил

Flag of Hungary.svg Венгрия[4]

Commons-logo.svg Рудольф фон Лабан Викимилектә
Лабандың бейеү мәктәбе. Берлин, 1929
Рудольф фон Лабан уҡыусылары араһында

Рудольф фон Лабан (нем. Rudolph von Laban, ингл. Rudolf Laban; 15 декабрь 1879(18791215), Прессбург Австрия империяһы — 1 июль 1958, Суррей графлығында Уэйбридж, Бөйөк Британия) — бейеүсе һәм педагог, модерн бейеүен — «экспрессив бейеүҙең» тәү башлап ебәреүсеһе (М. Вигман менән бергә). Теоретик булараҡ хәрәкәтте анализлау методикаһын төҙөй (Лабан кинетографияһы) һәм кеше кәүҙәһе хәрәкәтен яҙҙырыуҙың үҙ системаһын — лабанотацияны эшләй, был уны заманса бейеүҙең төп шәхестәренең береһе яһай.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рудольф фон Лабан Австро-Венгрияла, аристократ ғаиләһендә тыуа: атаһы генерал була һәм венгр дворянлығына ҡарай, әсәһе сығышы менән Англиянан. Рудольф бала сағын Прессбург һәм Вена араһында үткәрә, йыш ҡына Сараево һәм Мостарҙа була, сөнки атаһы Босния һәм Герцеговинаның губернаторы була.

Париждың нәфис сәнғәт мәктәбендә архитектураны өйрәнә. Уҡыған саҡта кеше кәүҙәһе хәрәкәтенең һәм уны уратып алған киңлектең үҙ-ара тәьҫир итешеүе менән ҡыҙыҡһына. 30 йәшендә Хайди Дзинковсканың идеялары һәм ирекле бейеү менән мауыға башлағас, фон Лабан Мюнхенға күсә, унда үҙенең пластика стилен - «Экспрессив бейеү»ҙе (Ausdruckstanz) эшкәртә башлай.

1915 йылда Цюрихта фон Лабан «Хореография институты»на нигеҙ һала, һуңыраҡ Европаның башҡа ҡалаларында уның филиалдары барлыҡҡа килә.

Лабан кешеләрҙең берлектәге эше булараҡ сәнғәттең социаль ролен тергеҙергә ынтыла; бында төп урынды ул бейеүгә бирә. Ысын новатор һәм тәүге бейеү теоретиктарының береһе, ул уны яҙҙырыуҙың яңы системаһын — «лабанотация» уйлап таба. Лабан «экспрессив бейеү» (Ausdruckstanz) һәм «хәрәкәт итеүсе хорҙар» сәнғәтен булдырыусы булараҡ киң танылыу яулай (сәнғәттең һуңғы төрө айырыуса Германияла һәм Совет Рәсәйендә 1920—1930 йылдарҙа тарала).

Бейеү башҡа сәнғәт кимәленә күтәрелһен өсөн, унда XX быуат башында һынлы сәнғәттәге кеүек түңкәрелеш яһалырға тейеш. Лабан был түңкәрелеште яһарға ярҙам итә. Моғайын, ирекле бейеүҙең бөтә пионерҙарының радикалы булараҡ, ул традицион па бейеүҙәренән генә түгел, шулай уҡ музыкаль аккомпанементтан, теманан һәм сюжеттан баш тарта. Бейеүгә баҙыҡлыҡты кәүҙә генә түгел, шулай уҡ киңлек биреүен асыҡлай. Ятлап алынған хәрәкәттәрҙән азат ителеп, кәүҙә үҙ ритмдарын эҙләргә һәм «киңлек менән ләззәтләнергә» тейеш.

1920-се йылдарҙа Лабан тирәләй бейеүҙең бүтән ҡыйыу экспериментаторҙары берләшә — Курт Йосс, Мэри Вигман, Сюзанн Перротте, Дуся Березка (Dussia Bereska). Улар беренсе халыҡ-ара Tanzbuehne Laban (1923—1926) труппаға — «Аутентик ым-ишара театры» йәки «экспрессив бейеүгә» нигеҙ һалынғанға тиклем Мюнхенда, Венала һәм Асконала ҙур йәйге мәктәптәрҙә эшләй.

Лабан Бейеү театры, Б.Брехт драмаһы менән илһамланып, социаль тематиканан, конструктивизм, сәйәси карикатураларҙан ситләшмәй. 1930-сы йылдарҙа Йоос менән бергәлектә, Лабан сәйәси һуғышҡа ҡаршы балеттар төҙөй. 1938 йылда ул Германияны ҡалдыра, ә уны ташлап китә, ә һуғыш тамамланғандан һуң Манчестерҙа хәрәкәтте өйрәнеү буйынса студия аса. 1975 йылда был студия, Лондонға күсеп килеп, бөтә донъяға билдәле Лабандың хәрәкәт һәм бейеү үҙәге булып китә.

Фон Лабандың уҡыусылары араһында Харальд Кройцберг[en], балерина Нина Вершинина бар[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #118568434 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Rudolf Laban // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. LIBRIS — 2018.
  5. Е. Я. Суриц. Балет и танец в Америке. Екатеринбург: Изд-во Уральского университета. С. 109

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Свободный танец
  • Орхестика
  • Жак-Далькроз, Эмиль
  • Дьенеш, Валерия
  • Руская, Я
  • Лои Фуллер
  • Дункан, Айседора