Рютин Мартемьян Никитич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рютин Мартемьян Никитич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 1 (13) февраль 1890
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Иркутск генерал-губернаторлығы[d], Иркутск өлкәһе[d]
Вафат булған көнө 10 ғинуар 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (46 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Үлем сәбәбе атып үлтереү[d]
Ерләнгән урыны Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Мартемьян Никитич Рютин (13 февраль 1890 йыл[1], — 10 ғинуар 1937 йыл) — совет партия һәм сәйәси эшмәкәре, Сталинға ҡаршылыҡ ойошторорға тырышҡан кешеләрҙең береһе. ВКП(б) Үҙәк Комитетына ағзалыҡҡа кандидат (1927—1930).

Иртә йылдары һәм революция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1890 йылдың 13 февралендә Рютин Никита Павлович крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2]. 1908 йылда Иркутск уҡытыусылар семинарияһын тамамлай. Урыҫ[3].

Революция хәрәкәтендә 1912 йылдан[4], 1913 йылдан — РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Иркутск прапорщиктар мәктәбен тамамлай, Харбинда хеҙмәт итә.

1917 йылда — Харбин ҡала советы рәйесе.

19181919 йылдарҙа — Иркутск Хәрби Округы ғәскәрҙәре командующийы.

1923 йылдың ғинуарынан алып 1924 йылдың февраленә тиклем — РКП(б) Дағстан өлкә комитетының яуаплы секретары.

Оппозицияға ҡаршы көрәш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1924 йылдың мартында Мәскәүгә партияның Краснопресненск район комитеты агитация-пропаганда бүлеге мөдире һәм секретары вазифаларына күсерелә.

1924—1927 йылдарҙа Рютин Сталинды Троцкий һәм уның яҡлылары, «яңы» һәм берләштерелгән оппозиция менән көрәштә әүҙем ярҙамлаша, оппозицион йыйылыштарҙы һәм демонстрацияларҙы ҡыуған боевиктар бригадаларын етәкләй. Александр Бармин хәтерләй: «Мәскәүҙә Рютин фамилиялы райком секретарҙарының береһе күҫәктәр һәм һыҙғыртҡыстар менән ҡоралланған хәрби төркөмөн булдырырға тәҡдим итә, улар оппозиция ораторҙарының тауышын ҡапларға тейеш. Үҙәк Комитеты бойороғо буйынса башҡа хәрби төркөмдәр партия ағзаларының рәсми булмаған йыйылыштарын тарҡатырға тейеш була»[5].

1927 йылдың декабрендә ВКП(б)-ның XV съезында Рютин үҙенең сығышының күпселек өлөшөн оппозицияға бағышлай; оппозицияны партия ҡылыҡһырламаларына ярашлы «социал-демократик уклон» тип күрһәтә. Рютин былай ти: «Әлеге беҙҙең ҡараштар системаһы Ленин партияһының эсендә социаль-демократик уклондың сәскә атыуын булдырыуға юл ҡуя алмай… Әгәр беҙ ошо документты ҡабул итһәк, әгәр беҙ оппозиция менән килешһәк, хата булыр, партияны беренсе разрядта ерләүе булыр ине… Был партия өсөн тарҡалыуҙың башы, троцкистар линияһының еңеүе, партия эсендә фракцияларға…партия менән көрәш алып барыуға, партияла фекер айырымлығын урамға сығарыу хоҡуҡтарын законлаштырыу булыр ине. Партия быға бармаясаҡ»[6]. «Әгәр үлсәүгә партия һәм эшсе синыф алдында — һеҙҙең ҡаҙаныштарҙы, ә икенсе яғына ошо ике йыл эсендә һеҙ эшләгән этлектәрҙе һалһаҡ, үлсәүҙең икенсе яғы барыбер ергә тейәсәк — ул еңәсәк, сөнки һеҙҙең менән иҫәп-хисап күптән юҡҡа сыҡты… тарих битенән бөтә һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ юҡҡа сыҡты…Троцкизм һәм ленинизм бергә көн күрә алмай — улар ҡушылмай торған элементтар. Шуға күрә һайлағыҙ: йә троцкизм, әммә Троцкий менән бергә партиянан сығаһығыҙ, йә ленинизм, ул саҡта троцкизм системаһын партияның тышҡы ишектәре артында ҡалдыраһығыҙ»[7].

Шул уҡ съезда тәүге тапҡыр Үҙәк Комитет ағзалығына кандидат итеп һайлана.

Оппозицияға күсеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1928—1930 йылдарҙа — «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзите мөхәррире урынбаҫары. 1930 йылда — ВСНХ Президиумы ағзаһы, «наркомкино».

Әммә 1928 йылда, күп кенә Мәскәү хеҙмәткәрҙәре кеүек, Рютин Сталиндың ауылдағы сәйәсәтен һәм индустриәлләштереү ысулдарын ҡабул итмәй һәм уң опоозицияны яҡлап сыға. Оппозиция лидерҙарынан айырмалы рәүештә үҙ фекерҙәренән баш тартмай, партияла фекерҙәштәр эҙләй һәм 1930 йылдың көҙөндә, А. С. Немовтың доносынан һуң, Үҙәк Контроль Комиссияһы ҡарары менән ВКП(б)-нан сығарыла. Ошо уҡ йылдың 13 ноябрендә контрреволюцион агитация алып барған өсөн ҡулға алына һәм бер нисә ай Бутырка төрмәһендә ултыра.

Рютинды төрмәнән сығарыу тарихы ҡыҙыҡ. Рютин допростарҙа ғәйебен танымағанға күрә, В. Р. Менжинский Сталинға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була: «ғәйепһеҙҙән ғәйепле булып ҡылана». «Минеңсә,сығарырға кәрәк», — Сталиндың яуабы шулай була. 1931 йылдың 17 ғинуарында ОГПУ ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә Рютинды, ғәйепләүҙәр дәлилләп булмауы сәбәпле, аҡлай[8].

«Марксист-ленинсылар союзы»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иреккә сығарылғандан һуң «Союзэлектро» предприятиеһында иҡтисадсы булып эшләй. 1932 йылда В. Н. Каюров, М. С. Иванов, П. А. Галкин, Г. Рохкиндар һәм революцияға тиклемге стжлы бер нисә большевиктар менән бергә ойоштора, ә, дөрөҫөн әйткәндә, «Марксист-ленинсылар союзын» иғлан итә һәи уның тирәләй бөтә оппозицион көстәрҙе берләштерергә маташа. «Бөтә ВКП(б) ағзалары» өндәмәһендә (1932) Рютин яҙа:

Партия һәм пролетар диктатураһы Сталин һәм уның әшнәләре тарафынан әлегәсә күрелмәгән тупикка индерелде һәм үлемесле көрсөккә дусар ителде. Партия шәхестәрен алдау һәм ғәйбәт ярҙамында, аҡылға һыймаҫлыҡ көсләүҙәр һәм террор ярҙамында... Сталин һуңғы биш йыл эсендә етәкселектән бөтә иң яҡшы, ысын большевистик кадрҙарын ситләштерҙе, ВКП(б)-ла һәм бөтә илдә үҙенең шәхси диктатураһын урынлаштырҙы... Эшселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең реаль эш хаҡын ғәйәт түбәнәйтеүенә, күтәрмәҫлек асыҡ һәм йәшерелгән һалымдарға, инфляцияға, хаҡтарҙың үҫеүенә алып килгән индустриәлләштереүҙең авантюристик темптары; кеше ышанмаҫлыҡ көсләүҙәр һәм террор аша үткәрелгән авантюристик коллективлаштырыу... бөтә илде тәрән кризисҡа, ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа халыҡтың иҫ китерлек ярлыланыуына һәм аслыҡҡа килтерҙе... Иң ҡыйыу һәм даһи провокатор ҙа пролетар диктатураһын бөтөрөү өсөн Сталиндың һәм уның әшнәләре етәкселегенән башҡа яҡшыраҡ ысул таба алмаҫ ине...[9]

«Сталин һәм диктатура кризисы» ҡулъяҙмаһында ул Сталин эшмәкәрлегенә тағы ла ҡатыраҡ баһалар бирә. Бында Рютин партия эсендәге тормош мәсьәләләре буйынса Һул оппозицияның хаҡлығын таный. Һуңынан, 1930-сы йылдарҙа, үткән суд процестарында һәм «таҙартыуҙарҙа» «Рютин заговоры» күп тапҡыр иң тәүге йәшерен хәрәкәт булараҡ телгә алына. Платформала уң һәм һул оппозициялары фекерҙә берләштерелә: уң яҡтан тәнҡитләнгән Сталиндың иҡтисади сәйәсәте һәм һул яҡтан — Сталин булдырған партия режимы буйынса. Сталин «шәхси власть һәм үс тотоуы арҡаһында революцияны фажиғә ситенә алып еткергән урыҫ революцияһының яуыз даһиһы» тип баһалана һәм уны вазифаһынан бушатыу талабын ҡуя[10].

Рютин Сталин үҙенең эшмәкәрлегендә яманатҡа ҡалған кешеләргә таяныуына иғтибарҙы йәлеп итә:

Беҙҙең оппортунистар шулай уҡ Сталин режимына яраҡлашып алдылар һәм йәшел (рус. защитный цвет) төҫкә буялдылар… Гринько, Н. Н. Попов — Украинала яҡшы билдәле булған элекке меньшевиктар, Межлаук — ВСНХ рәйесе, элекке кадет, һуңынан меньшевик, Серебровский — Наркомтяж рәйесенең урынбаҫары, капиталистарҙың элекке тоғро ялсыһы, Киров — Политбюро ағзаһы, элекке кадет һәм Владикавказдағы кадет гәзите мөхәррире. Былар бөтәһе лә, әйтергә кәрәк, Сталин режимының төп таяныстары. Һәм улар бөтәһе лә ысын мәғәнәлә оппортунистар. Был кешеләр ниндәй булһа ла режимға, ниндәй булһа ла сәйәси системаға яраҡлаша ала[11]

Әммә оппозиционерҙар яңыраҡ ҡына Сталин фракцияһының «боевигы» булған Рютин менән теләр-теләмәҫ кенә контактҡа бара; хатта күп кенә «уңдар», мәҫәлән, Стэн, И. Н. Смирновтың йәшерен троцкистар ойошмаһына өҫтөнлөк бирә. «Союз» ағзаларының береһе ялыуы яҙа һәм ОГПУ 1932 йылдың сентябрендә ҙур булмаған Рютин ойошмаһы ҡулға алына. Тиҙҙән Рютинңың ҡулъяҙмаһы менән таныш булған оппозиционерҙар, шул иҫәптән Зиновьев, Каменев, Стэн ҡулға алыналар.

«Марксист-ленинсылар союзы» ойошмаһының эшмәкәрлеген тикшергән тарих фәндәре кандидаты И. А. Анфертьев ойошманың уңышһыҙлығы сәбәптәре буйынса ошолай тип яҙа: «Ул осорҙағы шарттарҙа генсеккә ҡаршы булғандарҙы партия һәм дәүләт етәкселегенән бушатыу маҡсатында берләштерергә маташыу мөмкин булмауы көн кеүек асыҡ. <…> Төркөм ағзалары ойошмаға инмәгән саҡта, программалы документтар әҙерләү стадияһында уҡ, ҡулға алына. Төркөмдең уставы ла, программаһы ла, ағза билеттары ла булмай. Төркөм ағзалары шулай уҡ бер ниндәй ҙә советтарға һәм дәүләткә ҡаршы ойошмаларға, унан да бигерәк — террористик үҙәктәргә инмәй. Уларҙың эшмәкәрлеге партия һәм дәүләт етәкселеген, шуның менән бергә тормошҡа ашырылған сәйәси курсты алыштырыу кәрәклеге тураһында ниәттәрҙе хәбәр итеү стадияһында туҡтатыла».

Ҡул алыу һәм төрмәгә ултыртыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

11932 йылдың сентябрендә Рютин «Марксист-ленинсылар союзы» эше буйынса ҡулға алына; допростарҙа үҙен иҫ китерлек егетлек менән тота, бөтә ғәйепте үҙ өҫтөнә ала: «бер ниндәй ҙә илһамландырыусылар минең арттан булманы һәм юҡ. Мин үҙем ойошманы булдырҙым, мин үҙем уның башында торҙом, мин тулыһынса бер үҙем платформаны һәм өндәмәне яҙҙым»[12]. 1932 йылдың 11 октябрендә СССР ОГПУ коллегияһы тарафынан уңдар оппозицияһының контрреволюцион ойошмаһында ҡатнашыу сөнө 10 йылға хөкөм ителә. 5 йылдан 10 йылға тиклем Рютиндың бөтә көрәштәштәренә лә бирелә. Сталин Рютинға үлем язаһын биреүҙе талап итә, әммә Киров, Куйбышев, Орджоникидзе ҡарт большевиктың үлем язаһына тарттырыуға ризалыҡ бирмәйҙәр[10]. Башта — Суздаль политизоляторында, һуңынан Верхнеурал политизоляторында тотола.

Һәләк булыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1936 йылдың йәйендә Рютин, Мәскәү процестарын әҙерләүгә бәйле, Мәскәүгә ҡайтарыла. НКВД-ның эске төрмәһендә тотола, әммә тәфтишсенең һорауҙарына яуап биреүҙән баш тарта һәм, аяуһыҙ язалауҙарға һәм иреккә сығарыу вәғәҙәләренә ҡарамаҫтан, алдан әҙерләнеп ҡуйылған «һорауҙар протоколдарына» ҡуй ҡуймай. Үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташа.

1937 йылдың 10 ғинуарында СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы Рютинды үлем язаһына хөкөм итә (хөкөм сығарыу процесы 25 минут дауамында бара, Рютин күрһәтмәләр биреүҙән баш тарта). Дон монастырында ерләнгән. Рютин менән бергә шулай уҡ уның 11 көрәштәше атып үлтерелә, шул иҫәптән А. Каюров, Иванов һәм башҡалар.

Рютиндың ҡатыны, Евдокия Михайловна (ВКП(б) Үҙәк Ревизия комитеты рәйесе М. Ф. Владимирскийҙың ҡыҙы) 1947 йылда Ҡаҙағстанда лагерҙа үлә. Улы Василий 1938 йылда Лефортово төрмәһендә атып үлтерелә, Виссарионды яҡынса 1943 йылда Алыҫ Көнсығышта лагерҙа енәйәтселәр үлтерә. 1956 һәм 1958 йылдарҙа Рютиндың төрмәләр һәм лагерҙарҙан һуң иҫән ҡалған ҡыҙы Любовь Мартемьяновна атаһын аҡлау буйынса документтарҙы тапшырып ҡарай, әммә Н. С. Хрущев һәм уның фекерҙәштәре оппозиционерҙарҙы контрреволюционер тип һанамағанға ҡарамаҫтан, партия ағзалары оппозицияға хоҡуҡтарын танырға әҙер булмай.

Рютинды бары тик 1988 йылда тулыһынса аҡлайҙар һәм партияла тергеҙәләр.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Поиск по документам XX века. Loading. Рютин М. Н.
  2. Рютин Мартемьян Никитич (1890—1937). Биография
  3. Рютин Мартемьян Никитич ::: Мартиролог: Жертвы политических репрессий, расстрелянные и захороненные в Москве и Московской области в период с 1918 по 1953 год
  4. Мартемьян Рютин. Биографическая справка(недоступная ссылка)
  5. Бармин А. Соколы Троцкого. М., 1997.
  6. XV съезде ВКП(б). Стенографический отчет. М., 1962
  7. XV съезде ВКП(б). Стенографический отчет
  8. Реабилитирован посмертно. Выпуск второй. Москва.: Юрид. лит., 1989.— 576 с. — (серия «Возвращение к правде»).
  9. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. 154—155 биттәр.
  10. 10,0 10,1 Алан Буллок. Гитлер и Сталин. 1 ч. Смоленск, РУСИЧ, 1994, 361 бит
  11. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. М., РОССПЭН, 2012. 215 бит.
  12. Мартемьян Рютин. На колени не встану. М., 1992. С. 286

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • В. З. Роговин. Власть и оппозиция.
  • Смерч. Отблеск костра. Рютин против Сталина. Сборник документальных очерков. М.: ДОСААФ, 1988.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]