Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы
Уҡыу көйләүҙәре
(Рәйес Бикмөхәмәт улы Ғабдрахманов битенән йүнәлтелде)
Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 3 октябрь 1918 |
Тыуған урыны | Иҫке Күсәрбай ауылы, Благовар районы |
Вафат булған көнө | 7 март 1988 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | башҡортса |
Һөнәр төрө | журналист, яҙыусы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы (3 октябрь 1918 йыл — 7 март 1988 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан —СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы 1918 йылдың 3 октябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Күсәрбай ауылында[1] тыуған.
- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Свердловск ҡалаһындағы «Уралмаш» заводында эшләй.
- 1945 йылдан башлап «Ҡыҙыл таң» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, яуаплы секретары.
- 1952 йылдан — Башҡортостан дәүләт нәшриәте хеҙмәткәре.
- 1957—1978 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) «Һәнәк» журналы хеҙмәткәре.
- 1988 йылдың 7 мартында Өфөлә вафат була.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Яңы билдәләр» тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1951 йылда сыға. «Ҡаңғылдашып ҡаҙҙар киткәндә» (1961), «Төш алдынан» (1963) повестарында кешенең рухи донъяһының формалашыуы проблемалары күтәрелә. Р. Ғабдрахманов — башҡорт балалар прозаһын формалаштырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән башҡорт яҙыусыларының береһе. Балалар өсөн «Ауыл малайы» (1956), «Мажаралы юл» (1958), «Биш батырҙың алты ейәне»(1964) повестары авторы.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имән миндек: сатирик һәм юмористик хикәйәләр. — Өфө, 1983.
- Эҙҙәр: повестар. — Өфө, 1985.
- Аралар: повесть. — Өфө, 1990.
- Аҡ томандар артында.: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. — 128 бит.
- «Киләсәк-I»" экипажы: Повесть һәм хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — 105 бит.
- Аманат: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1959. — 104 бит.
- Аҫыл таш: Балалар өсөн пьесалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1957. — 71 бит.
- Ауыл малайы: Урта йәштәге мәктәп балалары өсөн хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1956. — 132 бит.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылы
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2017)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2017)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2017)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июль 2017)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 октябрь 2023)
- Коллекция в Национальной электронной библиотеке Республики Башкортостан
Категориялар:
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Благовар районында тыуғандар
- 3 октябрҙә тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- 7 мартта вафат булғандар
- 1988 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Бәләбәй өйәҙендә тыуғандар
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт балалар яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- «Йәшлек» гәзите журналистары
- «Һәнәк» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре