Эстәлеккә күсергә

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Дөйөм ғәскәри академияһы (инженер ғәскәрҙәре) хәрби институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Дөйөм ғәскәри академияһы хәрби институты
Нигеҙләү датаһы 1932
Рәсми атамаһы Военно-инженерная академия, Военно-инженерная академия имени В. В. Куйбышева һәм Военно-инженерный университет
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Урын Мәскәү
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены юбилейный почётный знак в ознаменование 50-летия образования Союза ССР орден «За боевые заслуги»
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1 ноябрь 2010
Рәсми сайт ova.mil.ru/ingener.html
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Военно-инженерной академии имени В. В. Куйбышева[d]
Карта

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең дөйөм ғәскәри академияһы (инженер ғәскәрҙәре) хәрби институты  — структур подразделениелары Рәсәй Ҡораллы Көстәре Дөйөм ғәскәри академияһы. Совет осоронда Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ орденлы В.В. Куйбышев исемендәге хәрби-инженер академияһы. Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең инженер ғәскәрҙәре төп уҡыу-методик үҙәге.

Петербургтағы инженер академияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай инженер училищеһы 1819 йылдың 24 ноябрендә (6 декабрь) рәсәй императоры Александр I бойороғо менән булдырылған. Уҡыуҙар Санкт-Петербургтағы Михайловский ҡәлғәһендә башланып киткән, артабан ул Инженер ҡәлғәһе тип аталған.

1855 йылда офицер кластары Император хәрби академияһы составындағы Инженер академияһы итеп үҙгәртелә. 1867 йылдың 27 сентябренән (9 октябрь) үҙ аллы Николаев инженер академияһы булып китә. 1914 йылда беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң академия ябыла.

Санкт-Петербургтағы Николаев инженер академияһында уҡыу ваҡыты 2 йәки 3 йыл тәшкил иткән. Академияға штабс-капитан йә гвардия поручигы чинындағы офицерҙар ҡабул ителгән. Уҡыуҙы тамамлаусыларға хәрби инженер вазифаһы бирелгән.

СССР-ҙа хәрби-инженер белеме (1917—1932)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың ноябрендә Петроградта Хәрби-инженер академияһы тергеҙелә. 6 йылдан һуң, Электротехник академия менән берләшеү һөҙөмтәһендә, Инженер ғәскәрҙәре һәм электротехника Хәрби академияһы булдырыла, ә 2 йылдан Ленинград Артиллерия академияһы менән берләшеүе һөҙөмтәһендә составында инженер факультеты булған Хәрби-техник академия булдырыла.


Куйбышев исемендәге академия

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР Реввоенсоветының 1932 йылдың 21 марты бойороғо нигеҙендә Юғары инженер академияһының Мәскәүгә күсерелгән инженер факультеты һәм юғары инженер-төҙөлөш училищеһы базаһында Хәрби-инженер академияһы ойошторола [1]. Өс йылдан академияға В. В. Куйбышев исеме бирелә


Куйбышев исемендәге хәрби-инженер академияһы инженер ғәскәрҙәренә кадрҙар әҙерләү буйынса эшмәкәрлеге өсөн 1944 йылдың 15 декабрендә Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 1968 йылдың 22 февралендә — Ленин ордены менән бүләкләнә[2].


Совет осоронан һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы [3], 1998 йылдан В. В. Куйбышев исемендәге Хәрби-инженер академияһы (Мәскәү ҡалаһы) өс: Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород һәм Төмән ҡалаларында филиалдары булған Хәрби-инженер университеты тип үҙгәртелә.


  • 1944 йылда 15 декабре Ҡыҙыл Байраҡ ордены — СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 декабрендәге бойороғо менән, Хәрби-инженер академияһы ойошторолоуына 125 йыллығы уңайынан, Ҡыҙыл Армияға хәрби инженерҙар әҙерләгәне һәм Тыуған ил алдындағы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн.

Академияны тамамлаусылар араһында — күренекле хәрби инженерҙар һәм ғалимдар: Е. В. Александров, Азгальдов Гарри Гайкович, Бархин Михаил Григорьевич, С. А. Ильясевич, Н. С. Касперович, Н. Л. Кирпичёв, А. Р. Шуляченко, Г. М. Саламахин, Б. Г. Скрамтаев, өлкән преподаватель В. М. Зайцев (техник фәндәре кандидаты) һ. б.

  1. А. Б. Шевчук. Эволюция военно-инженерного образования в России
  2. Цирлин А. Д.. 150 лет Военно-инженерной академии. // Военно-исторический журнал. — 1969. — № 11. — С.115-120.
  3. Постановление от 29 августа 1998 г. № 1009 «О военных образовательных учреждениях профессионального образования Министерства обороны Российской Федерации»
  • Военно-инженерная Краснознамённая академия имени В. В. Куйбышева: Краткий исторический очерк / Под общ. ред. А. Д. Цирлина. — М.: ВИА, 1966.
  • Военно-инженерная академия им. Куйбышева. 150 лет. — М.: Воениздат, 1969.
  • 150 лет Военно-инженерной ордена Ленина Краснознамённой академии имени В. В. Куйбышева. — М.: Фабрика им. Дунаева, 1969.
  • Цирлин А. Д., Бирюков П. И., Истомин В. П. и др. Инженерные войска в боях за Советскую Родину. — М.: Воениздат, 1970.
  • Шевчук А. Б. и др. Военно-инженерному университету 180 лет. — М.: ВИУ, 1999.
  • Военный энциклопедический словарь инженерных войск. — М.: ВИА, 2004.
  • Шевчук А. Б. Эволюция военно-инженерного образования в России
  • Зеленский В. Е. Памятники военно-инженерного искусства: историческая память современного общества и новые объекты культурного наследия России Sapper-Museum