Эстәлеккә күсергә

Садиҡова Фәриҙә Вәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Садиҡова Фәриҙә Вәли ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 11 июль 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (68 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Садиҡова Фәриҙә Вәли ҡыҙы (11 июль 1956 йыл) — ғалим-селекционер. Биология фәндәре кандидаты (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы урман хеҙмәткәре (2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урман белгесе (2022)[1]

Фәриҙә Вәли ҡыҙы Садиҡова 1956 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Байыш ауылында тыуған.

1978 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Диплом алғас, Өфө урман хужалығы производство берекмәһенең комплекслы производство лабораторияһынла урман тупрағы ғилеме бүлеге инженеры булып эш башлай.

1985 йылдан алып Ағиҙел урман хужалығы производство берекмәһенең агроном‑агрохимигы.

1986 йылдан — Өфө ярҙамсы ауыл хужалығы агроном‑агрохимигы. 1987 йылдан башлап Ағиҙел урман продукттары комбинатының агрохимигы.

1990 йылдан — агроучастка начальнигы.

1991 йылдан — Өфө урман хужалығы начальнигы. 1992 йылдан — Өфө урман хужалығы техникумы директоры, бер үк ваҡытта 2008 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта.

Өфө урман хужалығы техникумы ҡарамағындағы Лимонарий — Башҡортостан тарихында тәүге тәжрибә хужалығы. 2009 йылдан унда «Салауат», «Урман», «Ләйсән», «Зилә», «Уралтау» сорттары исемлеккә индерелгән. Бөгөн был хужалыҡ йылына 22—24 тонна лимон бирә. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып приздар яулай.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге урман питомниктары тупрағының үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, цитрус, экзотик үҫемлек (банан, гранат, ҡәһүә һәм башҡалар) сорттарын сығарыуға һәм уларҙы ябыҡ грунт шарттарында үҫтереү технологияһын эшләүгә арналған. Садиҡова Фәриҙә Вәли ҡыҙы тарафынан лимон (Ләйсән, Салауат, Урман) һәм цитрон (Зилә, Уралтау) сорттары сығарыла, лимондарҙы бүлмә шарттарында үҫтереү буйынса тәҡдим эшләнә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

  • Уфимский лимонарий //Цветоводство. 2000. № 1
  • Экологические аспекты выращивания лимонов в Уфимском лимонарии //Лесной вестник. 2000. № 3.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман белгесе (2003)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы урман хеҙмәткәре (2007)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урман белгесе (2022).