Садиҡов Нәзиф Харис (Харас)улы
Садиҡов Нәзиф Харис (Харас)улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1913 |
Тыуған урыны | Саҡмағош районы |
Һөнәр төрө | пулемётчик |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Садиҡов Нәзиф Харис (Харас) улы (1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Садиҡов Нәзиф Харис (Харас) улы 1913 йылда Башҡортостандың Саҡмағош районында тыуа. 1942 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ының Саҡмағош район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[2]. 112-се кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкында пулеметсы булып хеҙмәт итә[3]. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителгән бүләкләү ҡағыҙында Садиҡов Нәзиф Харис (Харас) улының батырлығы тураһында былай тип яҙыла: «1943 йылдың 23 октябрендә гвардия рядовойы- пулеметсы, пулемет тоҫҡаусы командир Әбделмәновтың ярҙамсыһы Садиҡов, командир етәкселегендә көслө пулемет уты аҫтында алға бара һәм үҙенең йылдам эш итеүе менән артта ҡалған оборона тотоп сигенеүсе дошман төркөмөнөң юлын киҫә. Садиҡов Нәзиф Харис (Харас) улы пулемет янында оҫта һәм йылдам эш итә, был алышта ун бишкә яҡын дошман һалдатын юҡ итә һәм эскадронға сигенеүсе дошмандарҙы эҙәрлекләп алға барырға мөмкинлек бирә». Был батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- САДЫКОВ НАЗИФ ХАРАСОВИЧ|ХАРИСОВИЧ 2021 йыл 5 июнь архивланған.
- Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Садыков Назиф Харисович. Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)