Садиҡов Хәмзә Әғләм улы
Садиҡов Хәмзә Әғләм улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 1922 |
Тыуған урыны | Өфө, Урыҫ дәүләте |
Һөнәр төрө | Ездовой |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Садиҡов Хәмзә Әғләм улы (рус. Садыков Хамза Ахлямович 1922 йыл — ?) — 112 -се Башҡорт каваерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Садиҡов Хәмзә Әғләм улы 1922 йылда Башҡортостандың Өфө ҡалаһында тыуа. Өфөнөң Сталин район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында штаб батареяһы ездовойы булып хеҙмәт итә[1].
Ездовой Садиҡов Хәмзә Әғләм улы аттарын һәйбәт ҡарағаны һәм арба һәм ғәскәри ҡамыт-дуғалары яҡшы торошта булғаны өсөн 1944 йылдың 1 майында «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Хәрби хәрәкәттәр менән 1000 км маршта ездовой Садиҡов Хәмзә Әғләм улының аттары таушалмай һәм артта ҡалмай, уларҙы яҡшы торошта тотҡаны өсөн 1945 йылдың 12 апрелендә ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1945)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. САДЫКОВ Хамзя(а) Ахлямович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Садыков Хамза Ахнамович Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)