Эстәлеккә күсергә

Садовников Борис Иосифович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Садовников Борис Иосифович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 1 февраль 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө теоретическая физика[d] һәм математик физика[d]
Эш урыны МДУ-ның физика факультеты[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның физика факультеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Боголюбов Николай Николаевич
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы СССР дәүләт премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы Дуҫлыҡ ордены

Садовников Борис Иосифович (1 февраль 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, теоретик һәм математик физика өлкәһе белгесе, физика-математика фәндәре докторы, МДУ-ның физика факультетының Ҡырҙың квант статистикаһы һәм теорияһы кафедраһы мөдире.

Садовников Борис Иосифович 1940 йылдың 1 февралендә Мәскәүҙә тыуа. 1963 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай. 1966 йылда академик Н. Н. Боголюбов етәкселегендә — кандидатлыҡ, 1975 йылда — докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

МДУ-ның Физика факультетында эксперименталь һәм теоретик физика бүлеген етәкләй. 2017 йылдан — ҡырҙың квант теорияһы һәм статистика кафедраһы мөдире.

Ун биш йыл дауамында Б. И. Садовников РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһын тапшырыу буйынса комиссия ағзаһы була[1]. МДУ-ның Ғилми советы ағзаһы[2], диссертация советы рәйесе[3]. «Вестник Московского университета. Серия 3. Физика, астрономия» фәнни журналының мөхәрририәт коллегияһына инә[4]. Юғары уҡыу йортонда йыл һайын үткәрелгән «Ломоносов уҡыуҙары» ғилми конференцияның программа комитеты ағзаһы. «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Берләшкән ғилми советы ағзаһы (2017 йылға тиклем).

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — статистик физика, конденсацияланған мөхит физикаһы, квант теорияһы. Макроскипик процестарҙы анализлау өсөн гидродинамик үҙгәреүсәндәрҙе ҡулланыуҙы рөхсәт иткән тигеҙлеккә яҡын булған торошта динамика системаларын һүрәтләүҙә фундаменталь проблемаларҙы өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Гриндың классик ике мөҙҙәтле температура функциялары ысулын эшләй. Был ысул буйынса төҙөлгән тигеҙләмәләр «Боголюбов — Садовников тигеҙләмәләре сылбыры» булараҡ билдәле[5]. Классик һәм квант системаларын берҙәм ҡарауҙы тәҡдим итә. Юғары кинематик дәүмәлдәрҙең квант механикаһынның яңы математик аппаратын эшләй. 1962—1975 йылдарҙа донъя күргән «Математические методы в статистической механике» хеҙмәте өсөн Б. И. Садовниковҡа (Н. Н. Боголюбовым (кесе) менән берлектә) 1983 йылда СССР Дәүләт премияһы бирелә[6].

Б. И. Садовников етәкселегендә 12-нән ашыу фән кандидаты һәм докторы әҙерләнә.

120-нән ашыу хеҙмәт, 12 дәреслек һәм монография авторы, шул иҫәптән:

  • Боголюбов Н.Н. (мл.), Садовников Б.И. Некоторые вопросы статистической механики. — М.: Высшая школа, 1975. — 352 с.
  • Боголюбов Н.Н. (мл.), Садовников Б.И., Шумовский А.С. Математические методы статистической механики модельных систем. — М.: Высшая школа, 1989. — 296 с. — ISBN 5-02-013936-X.
  • Перепёлкин Е.Е., Садовников Б.И., Иноземцева Н.Г. Вычисления на графических процессорах (GPU) в задачах математической и теоретической физики. — М.: Ленанд, 2018. — 240 с. — ISBN 978-5-9710-5150-3.
  • Perepelkin E.E., Sadovnikov B.I., Inozemtseva N.G. Understanding the Schrödinger Equation: Some [Non]Linear Perspectives. — United States: Nova Science Publishers, Inc., 2020. — 330 с. — ISBN 978-1-5361-7662-9.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы[7];
  • Дуҫлыҡ ордены (2021);
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2010);
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы (2015);
  • «Рәсәй Федерацияһының Юғары һөнәри белем биреүҙәң почетлы хеҙмәткәре» билдәһе (2004);
  • «М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына 250 йыл» юбилей билдәһе (2005);
  • «Мәскәү университетының атҡаҙанған профессоры» почетлы дәрәжәһе (2006);
  • Башҡорт дәүләт университетының почетлы докторы[8] (2008);
  • «Мәскәү университеты йондоҙо» МДУ-ның юғары йәмәғәт наградаһы (2019).