Боголюбов Николай Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Боголюбов Николай Николаевич
рус. Николай Николаевич Боголюбов
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia (1991–1993).svg Рәсәй
Тыуған көнө 8 (21) август 1909[3][4][5]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Түбәнге Новгород[6]
Вафат булған көнө 13 февраль 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[3][5][7] (82 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы[2]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Атаһы Николай Михайлович Боголюбов[d]
Балалары Николай Николаевич Боголюбов[d]
Һөнәр төрө математик, физик-теоретик, уйлап табыусы, научный работник, писатель-документалист, сәйәсмән
Эшмәкәрлек төрө Математика, ядро физикаһы[d] һәм теоретическая физика[d]
Эш биреүсе Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Математический институт РАН[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты
Институт теоретической физики имени Н. Н. Боголюбова НАН Украины[d]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы ГДР фәндәр академяһы[d], Украинаның Милли фәндәр академияһы, Национальная академия наук США[d], Рәсәй Фәндәр академияһы[d], СССР Фәндәр академияһы[d][8], Гейдельбергская академия наук[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], Болгарская академия наук[d], Польская академия наук[d], Венрия фәндәр академияһы[d] һәм Индийская национальная академия наук[d]
Уҡыу йорто Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты
Ғилми етәксе Крылов, Николай Митрофанович[d]
Аспиранттар Альберт Никифорович Тавхелидзе[d], Анатолий Алексеевич Логунов[d], Селим Григорьевич Крейн[d], Зубарев, Дмитрий Николаевич[d] һәм Кукин, Валерий Дмитриевич[d]
Уҡыусылар Зубарев, Дмитрий Николаевич[d], Свидзинский Анатолий Вадимович[d], Сисакян, Алексей Норайрович[d] һәм Парасюк, Остап Степанович[d]
Эш урыны Киев[2] һәм Мәскәү ҡалаһы[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Описан на сайте mi.ras.ru/index.php?c=in…
Commons-logo.svg Боголюбов Николай Николаевич Викимилектә

Николай Николаевич Боголюбов (1909-1992) - совет математигы һәм физик-теоретигы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991 йылдан); СССР Фәндәр академияһы (1953 йылдан) һәм Украина ССР-ы Фәндәр академияһы ( 1948 йылдан) академигы, һыҙыҡлы булмаған механика һәм теоретик физика фәнни мәктәптәренә нигеҙ һалыусы. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969, 1979).

Дубналағы Атом тикшеренеүҙәре Берләшкән институтының (АБИ) теоретик физика лабораторияһы директоры (1956 йылдан), МИАН директоры (1965--1988), Мәскәү дәүләт университеты физика факультетының квант статистикаһы һәм ҡыр теорияһы кафедраһы мөдире (1966-1992).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Боголюбов 1909 йылда Түбәнге Новгородта, теология, фәлсәфә һәм психология уҡытыусыһы, яҙыусы дин әһеле һәм Рәсәй православие сиркәүенең баш руханийы Николай Михайлович Боголюбов (1872—1934) ғаиләһендә тыуған[9] . Буласаҡ ғалимдың әсәһе Ольга Николаевна (ҡыҙ фамилияһы Люминарская) музыка уҡытыусыһы булып эшләгән. Ғаиләлә өс ул булған: Николай Николаевич Боголюбов (баш бала), Алексей Николаевич Боголюбов (1911—2004) — математик, фән тарихсыһы, Украина Милли Фәндәр Академияһы ағзаһы, Михаил Николаевич Боголюбов (1918—2010) — лингвист, РФА академигы.

Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында Н. Н. Боголюбов ҡәбере

Атаһы Николайҙы дүрт йәшенән уҡырға һәм яҙырға, биш йәшенән — немец, шуның менән бергә француз һәм инглиз телдәренә өйрәтә башлай. Боголюбов телдәр үҙләштереүгә ғәжәйеп һәләткә эйә булған, лингвистика һәм тарихты бик ныҡ белгән. Ул инглиз, немец һәм француз телдәренән ҡала тиҫтәгә яҡын — итальян, венгр, фин, швед, поляк, чех һ.б. телдәрҙе белгән.

1913 йылда ғаилә Киевҡа күсенә, унда аталары Владимир университетында теология профессоры булып эшләй . Граждандар һуғышы ваҡытында ул эшһеҙ ҡала һәм ҡалала эш таба алмайынса, ауылға күсенә. Ете йыллыҡ мәктәпте Николай унда тамамлай [10] .

1925 йылда туранан-тура УССР Фәндәр академияһы аспирантураһына ҡабул ителә һәм унан һуң УССР һәм СССР Фәндәр академияларында эшләй.

1963 йылдан СССР Фәндәр академияһының математика бүлеге секретары. 1965 йылдан Дубналағы Атом-ядро тикшеренеүҙәре Берләшкән институты директоры.

Төп эштәре — математика анализы, математика физикаһы, һыҙыҡлы булмаған механиканың асимптотик ысулдары, динамик системалар теорияһы, статистик физика һәм ҡырҙың квант теорияһы.

Күп кенә сит ил Академиялары ағзаһы (Болгария, ГДР, Польша, АҠШ һ.б.), фәнни учреждениелар һәм йәмғиәттәр, Пагуош хәрәкәтендә ҡатнашыусы. 7-8-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.

1937 йылда Евгения Александровна Пирашковаға өйләнгән. Никахта ике улы тыуған. Оло улы Николай — математика физикаһы һәм статистика механикаһы белгесе, В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.


Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #11906703X // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. http://www.mi.ras.ru/index.php?c=inmemoriapage&id=21693&l=1
  5. 5,0 5,1 Архив по истории математики Мактьютор
  6. Боголюбов Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. Брокгауз энциклопедияһы
  8. http://www.ras.ru/win/db/show_per.asp?P=.id-53167.ln-ru.dl-.pr-inf.uk-12
  9. Николай Михайлович Боголюбов в Православной энциклопедии
  10. О людях Московского университета, 2019, с. 259: «Аттестат об окончании семи классов деревенской школы был единственным документом об образовании, который Боголюбов получил за всю свою жизнь. Следующим документом стал диплом доктора математики»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боголюбов Николай Николаевич. «Герои страны» сайты.