Салауат Юлаев исемендәге майҙан (Өфө)
Салауат Юлаев исемендәге майҙан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Салауат Юлаев исемендәге майҙан (Өфө) Викимилектә[1] |
Салауат Юлаев исемендәге майҙан (Өфө)— Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөләге майҙан. Уның тарихы 1967 йылда Салауат Юлаевҡа Ағиҙелдең текә ярында һәйкәл ҡуйыуҙан башлана.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, скульптор Сосланбәк Тавасиев Өфәгә эвакуациялана. Бында ул тәүге тапҡыр башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тураһында ишетә һәм батырҙың шәхесе менән ҡыҙыҡһына башалай. Егерме йылға яҡын ул Салауат Юлаев һыны өҫөтөндә эшләй. Сосланбәк Тавасиев Салауат батыр Ағиҙелдең текә ярында ярһыу атта торорға тейеш тип иҫәпләй һәм республика етәкселегенә үҙенең хаҡлығын бик ауырлыҡ менән аңлата.
1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙелдең текә ярына ҡуйылған Салауат Юлаев һәйкәле асыла. Ҙурлығы буйынса Европала унан да ҙурыраҡ һыбайлы һәйкәле юҡ. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы — 40 тонна. Скульптор Сосланбәк Тавасиев менән Исмәғил Ғәйнетдинов һәйкәл янында Өфө халҡы өсөн майҙан булдырыуҙы ла күҙ уңында тота.
Өс йылдан һуң Сосланбәк Тавасиев СССР Дәүләт премияһына, һуңыраҡ Художество академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була[2].
Һәйкәл йылғаға ҡаратып ҡуйылған, шуға күрә уны ҡарар өсөн постаменттан түбәнгәрәк төшөргә кәрәк. 2007 йылда майҙандан һул яҡта Конгресс-холл һәм Салауат Юлаев майҙанында матур фонтан асыла[3]. Ул ике кесе архитектура формаһынан ғибәрәт. Аллеяның өҫкө яғында 4 метр ҙурлыҡтағы түңәрәк форма ҡуйылған, унда ун ете фонтан көпшәһенән һыу атыла.
Комплекстың түбән яғында диаметры ун һигеҙ метрлы түңәрәк ҡуйылған, унда бер нисә баҫҡыстан декоратив шишмә ағып төшә. Был яһалма «шишмә» аша өс күпер һалынған. Бында 800 кубометр һыу бирелә, тағы 200 кубометры торбаларҙа. Йөҙәрләгән ҡайнап атылған шишмәләр, каскадтар һәм аҡҡан һыу ҡурай сәскәһен хасил итә. Был фонтан менән идара итеү үҙәге ер аҫтында алты метр тәрәнлектә урынлашҡан. Һыуҙы ҡабыҙыу һәм һүндереүҙе автоматтар башҡара, баҫымды электроника көйләй. Төндә фонтан төрлө төҫтәргә мансыла[4].
Салауат Юлаев майҙанының уң яғында, телевидение ҡаршыһында, башҡорт халҡының батыр улы, шағир Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйылған Ул 2019 йылдың 28 июнендә асылған.
Былар ҡыҙыҡлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл асылғандан алып, Салауат Юлаев майҙаны Өфө халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан урынына әйләнә. 1960—1980 йылдарҙа бында студенттарҙың ауылса «киске уйындары» үтә. Бер нисә быуын йәштәр һәйкәл янында таныша, яҡташтар бында бер-береһен табыша.
Майҙанда башҡорт тирмәһе ҡоролған, унда сувенирҙар һатып алырға, тамаҡ ялғап алырға була.
2015 йылдың 9-10 июлендә үткән ШОС һәм БРИКС илдәре етәкселәренең саммиты үтә. Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында Халыҡ-ара матбуғат үҙәге төҙөлә. Унда ШОС һәм БРИКС саммиттарында эшләү өсөн аккредитацияланған 1000 журналист эшләй. 8,5 мең квадрат метр майҙанды биләгән үҙәк саммиттан һуң һүтеп алынған [5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уфа за один день
- Памятник Салавату Юлаеву в Уфе (сферик панорама) 2020 йыл 3 декабрь архивланған.
- Салауат Юлаев һәйкәле (недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Викисклад (билдәһеҙ) — 2004.
- ↑ Салауат Юлаев исемендәге майҙан (Өфө) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Салауат Юлаев исемендәге майҙан (Өфө) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Уфа. Памятник Салавату
- ↑ Өфөләге саммиттар ваҡытында Халыҡ-ара матбуғат үҙәге