Салауат (станция)
Станция Салауат станцияһы Өфө - Ырымбур | |
Куйбышев тимер юлы | |
Тимер юлы бүлексәһе: |
Башҡорт регионы |
---|---|
Асылған: | |
Элекке исеме: |
Новостройка |
Тип: |
пассажирҙар, йөк |
Платформалар һаны: |
1 |
Юлдар һаны: |
9 |
Тип платформы: |
ян, тәпәш |
Форма платформы: |
тура |
Архитекторҙар: |
П.Н. Рагулин |
Инженеры-конструкторҙар: |
Косыгин Георгий Николаевич |
Подрядсы: |
Салауатстрой |
Платформанан сығыу йүнәлеше: |
Вокзал яны майҙаны, Вокзал урамы |
Башҡа транспортҡа күсеп ултырыу: |
автобус, трамвай, такси |
Станция коды: |
653003 |
Код в АСУЖТ: | |
«Экспресс-3» коды |
2024790 |
Викискладе | на
Салауат станцияһы — Куйбышев тимер юлы Башҡортостан бүлексәһенең Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһындағы тимер юл станцияһы. Ул 1951 йылда ҡала төҙөлөүгә бәйле сафҡа индерелгән. Тимер юл вокзалы һуңғараҡ, 1956 йылда асыла.
Алыҫ ара поездары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд | Бәйләнеш | Йөрөү көндәре |
---|---|---|
- | Күмертау - Учалы | 2007 йылда туҡтатылған |
- | Учалы - Күмертау | 2007 йылда туҡтатлыған |
- | Өфө - Ырымбур | 2010 йылдан туҡтатылған |
- | Ырымбур - Өфө | 2010 йылда туҡтатылған |
- | Күмертау - Мәскәү | 24.05.2012 туҡтатылған |
- | Мәскәү - Күмертау | 24.05.2012 туҡтатылған |
- | Күмертау - Санкт-Петербург | 2011 йылдың октябренән туҡтатылған |
- | Күмертау-Нижневартовск | 24.05.2012 туҡтатылған |
- | Күмертау - Яңы Уренгой | 24.05.2012 туҡтатылған |
381Э | Өфө - Ташкент | КС, ШБ |
381Ь | Ташкент - Өфө | КС,ШБ |
610Й | Ульяновск - Ташкент | 2016 йылда туҡтатылған |
381Ь | Ташкент - Ульяновск | 2016 йылда туҡтатылған |
Ҡала-тирә поезы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Поезд | Бәйләнеш | Йөрөү көндәре | Туҡталыштар |
---|---|---|---|
- | Салауат-Стәрлетамаҡ | Туҡтатылған | - |
- | Стәрлетамаҡ - Салауат- | Туҡтатылған | - |
- | Салауат-Стәрлетамаҡ | Туҡтатылған | - |
- | Стәрлетамаҡ - Салауат | Туҡтатылған | - |
6243/6245/6246 | Күмертау - Өфө | 01.09.2014 туҡтатылған | - |
6241/6242/6244 | Өфө - Күмертау | 01.09.2014 туҡтатылған | - |
6821 | Күмертау - Стәрлетамаҡ | Көн һайын | 161 км, 155 км-ҙарҙан башҡа бар ерҙә |
6824 | Стәрлетамаҡ - Күмертау | Көн һайын | Бар ерҙә |
Тимер юлы вокзалы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат станцияһының вокзалы ике ҡатлы бинанан тора. 1953—1957 йылдарҙа төҙөлгән. Ул Павел Николаевич Рагулиндың (1907—1991) шәхси проекты буйынса төҙөлгән. 1961 йылғаса унда автовокзал һәм тимер юлы вокзалы кассалары булған. Вокзал яны майҙанынан ҡала-тирә рейс автубостары ебәрелгән. Ҡоролманың тышҡы майҙаны периметры буйынса 842 м2;хеҙмәтләндереү майҙаны 337,5 м2; файҙаланыуға яраҡлы майҙан 494,5 м2. Вокзалдың һыйҙырышлылығы проект буйынса 100 кеше тип иҫәпләнгән. Вокзалдың эске яҡтағы стеналары мауыҡтырғыс итеп һыланған. Ул эште скульпторҙар Александр Шутов һәм Колодяжный Владимир Павлович башҡарған. Шулай уҡ кассалар залында урынлаштырылған ҡышҡы баҡса бик матур. Унда 50-се йылдарҙағы рәссамдарҙың бик матур картиналары эленгән.
Вокзалда вестибюль, пассажирҙар залы, касса залы, оҙайлы ял бүлмәһе, вокзал башлығы кабинеты, вокзал башлығының ярҙамсы бүлмәләре урынлашҡан.
Пассажирҙар залында икенсе ҡатҡа күтәрелеү юлы эшләнгән. Беренсе ҡатта станция эшселәре өсөн көнкүреш бүлмәһе, бәҙрәфтәр; икенсе ҡатта ял итеү бүлмәләре, вокзал башлығы кабинеты һәм урын-ер ҡаралдыһы бүлмәһе. Залда 40 кеше ултырырлыҡ 10 диван ҡуйылған, юлсылар өсөн эсәр һыу һемәге бар. Вестибюлдә икенсе һанлы билет кассаһы, багаждарҙы алып-биреп тороусы дежурный - вокзал башлығы ярҙамсыһы бүлмәһе, белешмәләр бюроһы, автоматик һаҡлау камераларының бер секцияһы урынлашҡан. Залда пассажирҙар һәм йөк ташыусы поездарҙың йөрөү расписаниеһы, юлсыларҙы һәм уларҙың йөктәрен тимер юлдаҙан ташыу буйынса ҡағиҙәләр өҙөмтәләре эленгән.Түшәмдәр матур архитектуралы биҙәктәр менән һылап йәбештерелгән. Бинаның алғы өлөшөндә 50-се йылдарҙағы хеҙмәт тематикаһы буйынса барельеф ҡуйылған.
Вокзалдың икенсе ҡатында юлсылар өсөн майҙаны 45 м2 булған оҙайлы ял бүлмәләре (алты урынлыҡ ике бүлмә), юлсыларҙы теркәү бүлмәһе, бәҙрәф, вокзал башлығы бүлмәһе урынлашҡан. Тимер юлын файҙаланыусы юлсыларға уңайлыҡтар булдырыу өсөн Салауат станцияһы түбәндәге ҡоролмаларҙы һәм ҡулайламаларҙы булдырған:
- Вокзал бинаһы,
- юлсылар платформаһы,
- ярҙамсы-техник ҡоролмалар рәте.
Вокзалда юлсыларҙы хәүефһеҙ һәм уңайлы ултыртып ебәреү өсөн перрон эшләнелгән, ул 400 метр оҙонлоҡта һәм 5,5 метр киңлектә, дөйөм майҙаны 2200 м2 тәшкил итә.
Вокзалдағы хеҙмәтләндереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ВТБ24 банкоматы
- Поездар йөрөү, билет хаҡтары, урындар барлығы тураһында белешмә биреүсе системалы терминал
- Автоматик һаҡлаусы камералар
- 6 урынлыҡ оҙайлы ял бүлмәләре
- Мобиль ҡоролмаларҙы бушлай ҡеүәтләндереү
Оҙайлы ял бүлмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙайлы ял бүлмәләре вокзалдың икенсе ҡатында урынлашҡан. Ял итеү бүлмәләре барлығы икәү, алты урын. Берәүһе ике, икенсеһе дүрт кешелек. Йәшәү хаҡы - бер урын 200 һум. Ял итеү ваҡытына ҡарап түләүҙәр ҙә ҡаралған.
Барьерһыҙ ара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй тимер юлдары ААЙ-те физик мөмкинселеге сикләнгән юлсыларҙы хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу программаһына ярашлы, станция вокзалына еңел инеү һәм платформаға күтәрелеү өсөн пандустар ҡуйылған. Шулай уҡ, ҡулланыуҙы еңелләштереү маҡсатында тәпәш тәҙрәле беренсе һанлы касса булдырылған. Станцияның кассалар залында тәпәш тәҙрәле поездар йөрөү, билет хаҡтары, урындар барлығы тураһында белешмә биреүсе терминал ҡуйылған.
Станцияның йөк ташыу операциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Станцияның асыҡ ерҙәге майҙандарына һаҡлауға ҡуйыла алған, вагондарҙа ебәрелгән йөктәрҙе ҡабул итеү һәм ебәреү
- Вагондарҙа ебәрелгән һәм әҙ күләмдә ебәрелгән йөктәрҙе, улар тулы вагон итеп ебәрелһә, юл подъездарында, дөйөм ҡулланылмаған майҙансыҡтарҙа ҡабул итеү һәм ебәреү.
- Станцияның ябыҡ келәттәрендә һаҡланыуҙы талап иткән, вагондарҙа ебәрелгән йөктәрҙе ҡабул итеү һәм ебәреү.
- Универсаль контейнер транспорттарында ебәрелгән 3 һәм 5 тонналыҡ брутто ауырлығындағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм оҙатыу.
- Универсаль контейнер транспорттарында ебәрелгән 20 тонналыҡ брутто ауырлығындағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм оҙатыу.
- Станцияның асыҡ ерҙәге майҙандарына һаҡлауға ҡуйыла алған, вагондарҙа ебәрелгән аҙ күләмле йөктәрҙе ҡабул итеү һәм ебәреү
- Универсаль контейнер транспорттарында ебәрелгән 30 тонналыҡ брутто ауырлығындағы йөктәрҙе ҡабул итеү һәм оҙатыу.
Юлсылар хәүефһеҙлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлсыларҙың хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итеү маҡсатында Салауат станцияһында тимер юлы аша үтеү өсөн махсус күпер эшләнелгән.
- Юлсыларҙың хәүефһеҙ йөрөүен тәьмин итеү маҡсатында тмиер юлы вокзалы бинаһында «Рубикон» фирмаһы металлодетекторы ҡуйылған
- Вокзал ЧОП хеҙмәткәрҙәре тарафынан һаҡлана.
Станцияға килгән махсус тәғәйенләнешле поездар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еңеүҙең Ретро-поезы.
- Рәсәй тимер юлдары ААЙ-ның хәрәкәт итеүсе күргәҙмә-лекция комплексы.
- ЛДПР агитпоезы.
Проекттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат станцияһының тимер юлы вокзалы 2015 йылға хәтле яңыса үҙгәртеп ҡороу программаһына индерелгән булған.
- Ярославель ҡалаһында үткән конференцияһы һөҙөмтәһендә Салауат станцияһы тимер юлы вокзалы базаһында заманса транспорт-тейәү төйөнө булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]П. Журавлёв "Стальные артерии или Очерк о создании и развитии ППЖТ (1948–2011 годы)" Уфа. 2011. Изд. Скиф.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Железнодорожные станции СССР. Справочник. — М., Транспорт, 1981
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Салауат тимер юлы вокзалы
-
Станцияның йәйәүлеләр өсөн күпере
-
Маневр яһау тепловозы Салауат станцияһында
-
Салауат ҡалаһындағы тимер юлы вокзалы
-
ПВЛК Салауат станцияһында
-
Салауат ҡалаһындағы тимер юлы вокзалы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салават. Железнодорожный вокзал. 2016 йыл 30 ноябрь архивланған.