Самарин Павел Григорьевич
| Самарин Павел Григорьевич | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 11 июль 1930 |
| Тыуған урыны | Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Вафат булған көнө | 3 октябрь 2012 (82 йәш) |
| Вафат булған урыны | Ҡалтасы районы, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй |
| Һөнәр төрө | инженер-нефтяник |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Самарин Павел Григорьевич (11 июль 1930 йыл — 3 октябрь 2012 йыл — нефтсе, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1985), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1985)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Григорьевич Самарин 1930 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Демидовка ҡасабаһында (хәҙер — Башҡортостандың Ҡалтасы районында) тыуған.
1954 йылдан Бөрө геология-эҙләнеү контораһында эшләй, 1962—1992 йылдарҙа — «Южарланнефть» НГДУ-һында нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор, насос станцияһы машинисы.
Нефть промыслаһын бер торбалы йыйыу системаһына күсереүҙә, нефть сығарыу объекттарын автоматлаштырыу һәм телемеханизациялауҙа; торбалы һыу бүлгестәрен эшләүҙә һәм ғәмәлгә индереүҙә ҡатнаша. Самарин Павел Григорьевич 2012 йылдың 3 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1969)
- Ленин ордены (1971)
- СССР Дәүләт премияһы (1981).
- СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1985)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1985)