Эстәлеккә күсергә

Самоса

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Самоса
фото

Авторы
Тыуған иле

Урта Көнсығыш

Компоненттар
Төп
  • бойҙай оно
  • картуф
  • кишер
  • борсаҡ
  • ит
Оҡшаш аҙыҡтар

самса

Викимилектә медиафайлдар Самоса

Самоса (фарсы. سنبوساگ Sanbosag[1], урду کاغذی سموسہ kaghazi samosa) — эслек (тәмләткес картуф, һуған, борсаҡ, яҫмыҡ борсағы, ит, тауыҡ) һалып ҡыҙҙырылған йәки бешерелгән ҡамыр. Ҙурлығы һәм формаһы төрлө, әммә иң киң таралғандары - өсмөйөш. Йыш ҡына соустар менән бирелә. Самоса Һиндостан субконтинентында, көньяҡ-көнсығышта, Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азияла, Ғәрәбстан ярымутрауында, Урта диңгеҙ яры буйында, Африканың төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрендә популяр.

Ахваздағы баҙарҙа самоса, Иран
Самбусак

Яҡынса был ризыҡ X быуатта Үҙәк Азияла (унда ул самса булараҡ билдәле) барлыҡҡа килгән. Самоса иран тарихсыһы Әбү-әл-Фадль Байхакиҙың хеҙмәттәрендә телгә алына (995—1077).[2] Самоса Һиндостанда XIII быуаттан башлап популярлыҡ яулай һәм сауҙагәрҙәр тарафынан күрше төбәктәргә килтерелә. Израилдә һәм Ираҡта бер үк ризыҡтың төрлө атамалар аҫтында бик күп төбәк версиялары бар, мәҫәлән, «самбус(а)к» (йәһ. סמבוסקsambusaq, ғәр. سمبوسكsambousek).[3][4]

  1. Lovely triangles 2009 йыл 8 ғинуар архивланған. «Hindustan Times», 23 August 2008.
  2. Davidson, Alan. The Oxford Companion to Food. — Oxford University Press, 1999.
  3. Что такое самбусак? http://findfood.ru. Дата обращения: 30 июль 2019. Архивировано 30 июль 2019 года.
  4. Самвусак. https://guide-israel.ru. Дата обращения: 30 июль 2019. Архивировано 30 июль 2019 года. 2019 йыл 30 июль архивланған.