Самохвалов Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Самохвалов Николай Иванович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1915
Вафат булған көнө 1986
Һөнәр төрө филолог
Уҡыу йорто Кубань дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]

Самохвалов Николай Иванович (1915, Рәсәй империяһы — 1986, Краснодар, РСФСР¤) — СССР ғалим-филологы, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, Краснодар дәүләт педагогия институтының филология факультетының сил ил әҙәбиәте кафедраһына нигеҙ һалыусы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Иванович Самохвалов 1915 йылда тыуған.

В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтының.филология факультетын тамамлай. 1952 йыл Н.К.Крупская исемендәге исемендәге Мәскәү өлкә педагогия институтында филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн Америка яҙыусыһы Теодор Драйзер ижады темаһына диссертация яҡлай[1][2]. Бынан һуң Краснодарға килә, унда урындаға педагогия институтында хеҙмәт эшмәкәплеген башлай.

Краснодар педагогия институтында филология факультетында Николай Самохвалов сит ил әҙәбиәте кафедраһын ойоштора һәм үҙенең ғүмеренең аҙағына тиклем уның мөдире була.

1964 йылда Н.К.Крупская исемендәге Мәскәү өлкә педагогия институтында Америка әҙәбиәтендә реализм үҫеше проблемаларына арналған докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай[1][2].

Самохваловтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе АҠШ әҙәбиәте тарихы өлкәһендә, XIX—XX быуаттарҙа тәнҡитле реализм

Уның инициативаһы буйынса кафедрала АҠШ әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса үҙәк төҙөлә, «АҠШ әҙәбиәте» һөнәре буйынса аспирантура асыла. Самохвалов ваҡытында вуз-ара «Американская литература. Проблемы романтизма и реализма» һәм «Литература США XIX—XX веков» ғилми йыйынтыҡтар нәшер итеү башлана. Краснодар институты ҡарамағында американистиканың төбәк әҙәби мәктәбен ойоштора.

АҠШ әҙәбиәт өлкәһендә бер нисә кандидат һәм докторы әҙерләй. Уның уҡыусылары юғары Краснодар крайы, СССР һәм Рәсәй юғары уҡыу йорттарында уңышлы эшләй[1].

1986 йылда Краснодарҙа вафат була.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Самохвалов Н. И. Возникновение критического реализма в литературе США. 1830—1885. — Краснодар, 1961.
  • Самохвалов Н. И. Американская литература XIX в. Очерк развития критического реализма. — М.: Высшая школа, 1964.
  • История американской литературы: в 2 т.; учеб. пособие / под ред. Н. И. Самохвалова. М.: Просвещение, 1971.
  • Самохвалов Н. И. Чёрный Ворон и Белый Кит. О символике в американском романтизме // Американская литература. Проблемы романтизма и реализма.—Краснодар, 1973.
  • Самохвалов Н. И. Уильям Муди — раненая совесть Америки // Американская литература. Проблемы романтизма и реализма. Книга 4-я. Краснодар, 1977.
  • Самохвалов Н. И. Три ведьмы Макбета и Джойс. Об одном девизе модернизма // Американская литература XIX—XX вв. Межвузовский сб. Краснодар, 1981.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лозовский, А. Ученый, педагог : о заведующем кафедрой зарубежной литературы КубГУ, докторе филологических наук, профессоре Николае Ивановиче Самохвалове / А. Лозовский // По заветам Ленина. — 1975. — 23 окт. (№ 34). — С. 2.
  • Самохвалов Николай Иванович // Большая Кубанская Энциклопедия : в 6 т. Т. 1 : Биографический энциклопедический словарь. — Краснодар : Центр развития ПТР Краснодарского края, 2004. — С. 253.
  • Американская литература: поэтика и дидактика. Материалы межвузовской научно-практической конференции, посвященной 100-летию профессора Н. И. Самохвалова / Краснодар : Кубанский гос. ун-т, 2015. - 312 с.; 21 см.; ISBN 978-5-8209-1111-8

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]