Кубань дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кубань дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 19 сентябрь 1920
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы КубГУ
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Краснодар
Урынлашҡан урамы Ставропольская улица[d]
Уҡыусылар һаны 29 000
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Краснодар, Рәсәй
Адрес г. Краснодар, ул. Ставропольская, 149
Рәсми сайт kubsu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Кубанского университета[d]
Карта
 Кубань дәүләт университеты Викимилектә

Кубань дәүләт университеты (КубДУ) — Краснодарҙа юғары уҡыу йорто. Рәсәйҙең көньяғындағы иң ҙур һәм боронғо университеттарҙың береһе булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылдың 5 (18) сентябрендә [2] Халыҡ мәғарифы институты кеүек нигеҙ һалына, һуңынан Кубань юғары педагогия институты тип үҙгәртелә. 1924 йылдың 19 сентябрендә РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән Кубань юғары педагогия инстиуты илдең алты уҡыу бүлексәһе составында башҡа педагогик институттар иҫәбендә раҫлана. 1931 йылда Кубань агрономия педагогия институты итеп үҙгәртелә. 1933 йылда ВЛКСМ-дың 15-йыллығы исемендәге Краснодар дәүләт педагогия һәм уҡытыусылары институты тип 1970 йылдың 18 февралендә Кубань дәүләт педагогия институты Краснодар дәүләт университеты итеп үҙгәртелә.

2002 йылда Рәсәй-Швейцария бизнес-клубы тарафынан эшлекле репутация өсөн алтын миҙал менән бүләкләнә. 2004 һәм 2005 йылдарҙа университет Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ юғары уҡыу йорттары исмелегенә инә һәм «Европа сифаты» алтын миҙал менән билдәләнә[3].

2006 йылдың ғинуарында Рәсәй Фәндәр академияһы академигы В.А. Бабешко Берлин ҡалаһының Юғары техник-иҡтисад мәктәбенең почетлы сенаторы итеп һайлана. Билдәле ғалимдар, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре КубДУ-ның почетлы профессоры исемен йөрөтә: Рәсәй Федерацияһының экс-премьер-министры, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты академик Е. М. Примаков, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты академик М. Залиханов, 2002-2005 йылдарҙа Германияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе. Ф. Фон Плётц, Мәскәү дәүләт университеты ректоры В. Садовничий, Теннесси университеты профессоры Р. Уильямс, Урта Көнбайыш колледждары ассоциацияһының элекке президенты Э. Хейфорд.

2008 йылда 14 ноябрендә КубДУ-ның ректоры булып М. Б Астапов тора, ул элек Краснодар крайының мәғариф департаментын етәкләй

Кубань дәүләт университеты О. Дерипасканың «Ирекле эштәр» хәйриә фонды партнеры булып тора[4]

Рейтингтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2009 йылда, бойондороҡһоҙ «РейтОР» рейтинг агентлығы буйынса Кубань дәүләт университеты донъяла 314-се урынды биләй, Рәсәй вуздары араһында 10-сы була.

2014 йылда «Эксперт РА» агентлығы вузды , Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы уҡыу йорттары исемлегенә индерә унда «Е» рейтинг класы бирелә[5].

Ғилми тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кубань дәүләт университетының ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенең үҙенсәлеге булып ғәмәли тикшеренеүҙәргә фундаменталь фәндәрҙе киң таратыу һәм һөҙөмтәләрҙе практикаға индереү тора. Ил һәм сит илдәрҙә академик КубДУ ректоры В.А. Бабешконың ғилми мәктәбе ҡаҙаныштары танылыу яулай. 2001 йылда ошо мәктәптең өс вәкиле Рәсәйҙең Дәүләт премияһына лайыҡ булды.

Сейсмология өлкәһендәге уникаль асыштар сейсмик фараздың нигеҙле теорияһын булдырырға, шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙең яңы һөҙөмтәле ысулдарын әҙерләргә мөмкинлек бирә. Кубань университетында әҙерләнгән тупраҡтың биоремедиацияһы технологияһы киң ҡулланыла, ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бысранған тупраҡтарҙың микроблы биотөрлөлөгөн тергеҙергә мөмкинлек бирә. Юғары уҡыу йортонда һирәк ер элементтары нигеҙендә етештерелгән лазерлы кристалдарҙы АҠШ, Япония, Франция, Германия компаниялары һатып ала. Ғалимдарҙың эше нанотехнологиялар өлкәһендә лә алып барыла, ул телекоммуникация системаларының, компьютер техникаһының, электр һәм химия микродвигателдәренең яңы кимәленә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк.

Кубань дәүләт университеты донъяның төрлө илдәренең университеттары һәм тикшеренеү үҙәктәре менән бик күп фәнни һәм белем биреү бәйләнештәренә эйә, Европа, Америка, Азия илдәре вуздары менән 50-нән ашыу килешеү төҙөгән. КубДУ Көнсығыш һәм Евразия ассоциациялары ағзаһы, АҠШ-тың Урта Көнбайыш колледжы ассоциацияһы, IREX, ACIE, Fulbright, DAD, EAD һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә. Интернет-үҙәк базаһында CISCO төбәк селтәр академияһы асыла[6]

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

*
  • Математика һәм компьютер фәндәре
    • Математика (бакалавриат)
    • Математика һәм компьютер фәндәре (бакалавриат)
    • Ике профилле «информатика» һәм «математика» педагогик белем (бакалавриат)
    • Фундаменталь математика һәм механика (специалитет)
  • Физика-техник
    • Физика (бакалавриат)
    • Радиофизика (бакалавриат)
    • Электроника һәм наноэлектроника (бакалавриат)
    • Биотехник системалар һәм технологиялар (бакалавриат)
    • Радиотехника (бакалавриат)
    • Инфокоммуникацион технологиялар һәм бәйләнештәр системаһы (бакалавриат)
    • Информацион системалар һәм технологиялар (бакалавриат)
  • Химии һәм юғары технологиялар
  • Биология
  • География, геология, туризм һәм сервис институты
  • Компьютер технологиялары һәм ғәмәли математика
    • Фундаменталь информатика һәм информацион технологиялар (бакалавриат)
    • Ғәмәли математика һәм информатика (бакалавриат)
    • Математик тәьмин итеү һәм мәғлүмәт системалары менән етәкселек итеү (бакалавриат)
    • Ғәмәли информатика (бакалавриат)
  • Экономика
    • Менеджмент (бакалавриат)
    • Иҡтисад (бакалавриат)
    • Сауҙа эше (бакалавриат)
    • Инноватика (бакалавриат)
    • Бизнес-информатика (бакалавриат)
    • Системалы анализ һәм идара итеү (бакалавриат)
  • Юридик
    • Юриспруденция (бакалавриат)
    • Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге (специалитет)
    • Милли именлекте хоҡуҡи тәьмин итеү(специалитет)
  • Идара итеү һәм психология
    • Психология (бакалавриат)
    • Политология (бакалавриат)
    • Дәүләт һәм муниципаль идара итеү (бакалавриат)
    • Персонал менән идара итеү (бакалавриат)
    • Конфликтология (бакалавриат)
    • Социаль эш (бакалавриат)
    • Йәштәр менән эште ойоштороу (бакалавриат)
    • Документ һәм архив эштәре (бакалавриат)
  • Тарих, социология һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
    • Тарих (бакалавриат)
    • Философия (бакалавриат)
    • Социология (бакалавриат)
    • Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр (бакалавриат)
    • Төбәкте өйрәнеү фәне (бакалавриат)
    • Теология (бакалавриат)
    • Дин фәне (бакалавриат)
    • Көнсығыш фәне, африканистика (бакалавриат)
  • Филология
    • Филология (бакалавриат)
    • Педагогик белем (бакалавриат)
  • Роман-герман филологияһы факультеты
    • Тәржемә һәм тәржемә фәне (специалитет)
    • Лингвистика (бакалавриат)
    • Фундаменталь һәм ғәмәли лингвистика (бакалавриат)
    • Филология (бакалавриат)
  • Художество-графика
    • Педагогик белем
  • Архитектура һәм дизайн
    • Архитектура (бакалавриат)
    • Костюм һәм текстиль сәнғәте (бакалавриат)
    • Дизайн (бакалавриат)
  • Журналистика
    • Журналистика (бакалавриат)
    • Нәшер итеү эше (бакалавриат)
    • Реклама һәм йәмғиәт менән бәйләнеш (бакалавриат)
  • Педагогика, психология һәм коммуникативистика
    • Педагогика (бакалавриат)
    • Технологик белем (бакалавриат)
    • Социаль-иҡтисад белем (бакалавриат)[2]

Ректорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бабешко Владимир Андреевич — 1982-2008
  • Астапов Михаил Борисович — 2008

Ҡалаларҙа филиалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Астрофизическая обсерватория КубГУ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. 2,0 2,1 Старейшие университеты Европы. www.euro-uni.ru. Дата обращения: 31 март 2020.
  3. Образование. Дата обращения: 24 апрель 2011. Архивировано 26 апрель 2011 года. 2011 йыл 26 апрель архивланған.
  4. Фонд «Вольное Дело».volnoe-delo.ru.Дата обращения: 31 марта 2020.
  5. Рейтинг высших учебных заведений России и стран членов Содружества Независимых Государств.
  6. cisco.kubsu.ru | Кубанская Региональная Академия Cisco. netacad.kubsu.ru. Дата обращения: 31 март 2020. 2021 йыл 26 февраль архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]